Диндең Еңеүҙәге өлөшө08.05.2015
– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дингә иғтибар артҡаны хаҡында ишеткәнем бар. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Әнисә ЙОСОПОВА.
Шишмә ҡасабаһы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле туғандар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан сәләмләүемә ифрат шатмын. 9 Май – илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн ғәйәт әһәмиәтле көн. Әле еребеҙҙә ныҡлы баҫып тороуыбыҙ, балалар үҫтереүебеҙ, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороп йәшәүебеҙ өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөрана ҡылырға, Бөйөк Еңеүҙе яулауға үҙ өлөшөн индергән ата-бабабыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә сикһеҙ рәхмәтле булырға бурыслыбыҙ, хөрмәтле йәмәғәт.
Ысынлап та, Икенсе донъя һуғышы башланыу менән социалистик ҡоролошло илдә дингә ҙур иғтибар бүленә башлаған. Ниндәйҙер ауырлыҡ, хәүеф, ҡурҡыныс тыуһа, әҙәм балаһы шунда уҡ Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрә бит. Раббыбыҙҙан юғарыраҡ көс юҡлығы тап шундай ваҡыттарҙа беленә лә. Мәғлүм булыуынса, герман һуғышы башланғас, илебеҙ башлығы барлыҡ дин етәкселәрен саҡырып алып кәңәшләшкән, ерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн барса мөмкинлекте файҙаланыу кәрәклеген әйткән. Маҡсатҡа ярашлы “Ҡөрьән Кәрим”де, башҡа дини китаптарҙы баҫып сығарырға рөхсәт ителгән. Был, әлбиттә, еңеүгә ынтылған кешелеккә рухи аҙыҡ булған.
Һуғыш йылдарында донъя күргән матбуғат баҫмаларында ла дингә ҙур урын бүленгән. Совет власының тыйыуына ҡарамаҫтан, мосолмандарҙың күбеһе Аллаһ Тәғәләнән именлек һорап Ҡөрьән уҡыған, хәйер биргән, ғибәҙәт ҡылған. Башҡа диндәр вәкилдәре лә юғары көскә ышанысын юғалтмаған.
Бөйөк Еңеү – һәр кемебеҙ өсөн ҙур шатлыҡ, уртаҡ ҡыуаныс. Уның емештәрен ҡәҙерләп һаҡлаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ, янъялға сәбәп эҙләп йөрөмәйенсә, татыу йәшәргә тырышһаҡ, изгелек итһәк, иншаллаһ, именлектең тамыры нығыныр, тармаҡланыуын дауам итер. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең, тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығын онотмайыҡ. Уларҙың фиҙакәрлеге – илһөйәрлектең иң ҙур өлгөһө. Ә Тыуған илде һөйөү – халҡыңдың, төйәгеңдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Һуғыш йылдарын үткән быуын вәкилдәре, ошо бурысын юғары кимәлдә үтәп, илебеҙ именлегенә нигеҙ һалды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү яулаған ветерандарыбыҙ йылдан-йыл кәмей. Улар йәмғиәт тарафынан да, власть яғынан тейешле ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәргә хаҡлы. “Кем дә кем балаларға, йәштәргә мәрхәмәтле түгел, шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә иғтибар бүлмәй икән, минең өммәтемдән булмаҫ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең “Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә һис кем зыян күрмәҫ” тигән хәҙисен дә күңелдән сығармайынса, Аллаһ Тәғәлә тарафынан бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмерен илгә именлек яулауға бағышлаған өлкән быуын вәкилдәрен онотмайыҡ, иҫәндәренең ҡәҙерен беләйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әйткәндәй, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында бөгөн йома намаҙынан һуң уҡылып Ҡөрьән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ ҡаһармандарыбыҙҙың рухына бағышлап, иҫәндәренә – һаулыҡ, илгә именлек теләп доға ҡыла. Мөфтиәттең фарманы буйынса бындай ғибәҙәт республиканың барлыҡ мәхәлләләрендә лә ҡылына. Баҡыйлыҡҡа күскән ҡаһармандарыбыҙҙың рухы яҡты, әле арабыҙҙа йәшәгән ветерандарыбыҙҙың сәләмәтлеге ныҡлы, күңеле бөтөн булһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.