Шатлыҡ һәм күҙ йәше аша08.05.2015
Шатлыҡ һәм күҙ йәше аша Ислам – тормош дине. Унда әҙәм балалары араһындағы ихтирамлы мөнәсәбәткә, бер-береңдең күңелен күреүгә, рухландырыуға, йәшәүгә көс биреүгә һәм башҡа изге сифаттарға ҙур урын бүленгән. Май башында Өфөнөң “Ихлас” мәсете эргәһендә уҙған байрам нәҡ шундай күркәм мөнәсәбәттең сағылышы булды.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңа­йынан ойошторолған был концертҡа һуғыш һәм тыл ветерандары саҡы­рылды. Сарала шағирәләр Дилә Бул­га­кова, Хәлисә Мөхәмәҙиева, йыр­сылар Салауат Хужәхмәтов, Гөл­фиә Шәғәлиева, Илгиз Абдрахманов, Тимур Вәлитов, төрлө ан­сам­блдәр ҡат­нашты. Ветерандарға ихлас кү­ңелдән рәхмәт һүҙҙәре әйтелде, улар өсөн һуғыш йылдары хаҡында йыр­ҙар, милли бейеүҙәр баш­ҡа­рылды, шиғырҙар уҡылды. Өлкән­дәр­ҙең үҙ­ҙәренә лә сәхнәгә менеп яу мә­лен­дәге хәтирәләре менән ур­таҡ­лашыу, йөрәгендәге хистәрҙе еткереү мөмкин ине. Улар Башҡортостан мосол­ман­дарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫлановтың сығышын айырыуса яратып, күҙ йәштәре аша тыңланы.


Вернуться назад