Именлектең нигеҙен нимә билдәләй?08.05.2015
Именлектең нигеҙен нимә билдәләй? Һәр һуғыштың, ыҙғыш-янъялдың нигеҙендә ҡәнәғәтһеҙлек, аңлашылмаусанлыҡ, асыу ята. Кешелә ошондай көсөргәнеш тыумаһын өсөн тәү сиратта рухи донъяны хәстәрләргә кәрәклеге йылдан-йыл нығыраҡ инандыра бара кеүек.

Кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе – уның мил­ләте, теле, ғөрөф-ғәҙәте. Ошо ҡим­мәттәрҙе һаҡлау ниәтендә республикала 15 йыл элек Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы төҙөлгәйне. Уның бурыстары билдәле: төрлө мил­ләт вәкилдәренең мәнфәғәтен ҡай­ғыр­тыу, телен, мәҙәниәтен, ғө­рөф-ғәҙә­тен һаҡлау, арала дуҫлыҡ күпере һалыу. Республикалағы 70-тән ашыу милли-мәҙәни үҙәктең иң ҙурҙары Ассамблея составына индерелде. Уларҙың етәк­се­ләре дәүләт власы органдары ме­нән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ошон­дай йәмәғәт ойошмаларының 16 вәкиле Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланғандан һуң милли-мә­ҙәни үҙәктәрҙең статусы тағы ла күтәрелде.
Берләшмәләргә бағыусылар, меценаттар тарафынан, дәүләт гранты рә­үешендә даими ярҙам күрһәтелә. Шу­лай уҡ ойошмалар араһында республика ҡаҙнаһынан субсидия алыу өсөн йыл да конкурс уҙғарыла. Былтыр, мәҫәлән, беҙҙең милли-мәҙәни үҙәктәргә төрлө сыға­наҡ­тарҙан 20 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ошо һәм башҡа саралар, халыҡтарҙың рухи ихтыяжын ҡә­нәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эштәр емеш бирмәй ҡалмай. Әйтә­йек, 2011 йылда Дмитрий Медве­дев­тың, ике йыл элек Владимир Пу­тин­дың тап Өфөлә милләт-ара мәсьәләләр буйынса мөһим ултырыштар уҙғарыуы күп нәмә хаҡында һөй­ләй. Республикабыҙ күптәргә та­тыу­лыҡ, дуҫлыҡ өлгөһө күрһәтә ала. Бындай ҡаҙанышта, һис шикһеҙ, Баш­ҡортостан халыҡтары ассамблея­һы­ның өлөшө бар.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел ойошманың III съезы уҙғарылды. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашып, төбәктәге милли-мәҙәни хәлгә байҡау яһаны, яңы бурыстар ҡуйҙы.
– Башҡортостан – күп конфессиялы төбәк. Иман, сабырлыҡ, башҡа мил­ләт вәкиле булған күршеңә ҡарата хөрмәт быуындан быуынға тапшырыла килә, – тине Рөстәм Зәки улы сы­ғышында. – Бер-береңә яҡшы мөнә­сәбәт, татыу­лыҡ­ҡа ынтылыу – уртаҡ ерҙә ярҙамла­шып йәшәргә өйрәнгән кешеләрҙең күңел талабы ул.
Дәүләт өсөн һөҙөмтәле милли сәйә­сәт ифрат ҙур әһәмиәткә эйә, тип бил­дәләне төбәк Башлығы. Йүнәлештең төп маҡсаттары – бөтөн халыҡтың ихтыяждарын тәьмин итеү, барлыҡ этнос һәм конфессияларҙың тел, мәҙәниәт һәм дин йәһәтенән төрлөлөгөн һаҡлау. 2012 йылда ҡабул ителгән Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте стратегия­һында тап ошо бурыстар ҡуйылған.
– Республикалағы этно-мәҙәни сә­йәсәтте тормошҡа ашырыу йәһәтенән күрһәткестәрҙе һәм факттарҙы һанап сығыуға ихтыяж юҡ. Милли мәға­риф­ҡа, мәҙәниәткә, музейҙарға, китапха­наларға, туған телдә нәшер ителгән киң мәғлүмәт сараларына, китап сы­ғарыуға булышлыҡ ҡылыу – быларҙың барыһы ла әлеге сараның күргәҙмәлә­рендә сағылыш тапты, – тине Рөстәм Хәмитов Ассамблеяның III съезын­да­ғы сығышында. – Һан күрһәткестәре, әлбиттә, мөһим. Шулай ҙа эштең һө­ҙөм­тәлелегенә ынтылыу, проблема­лар­ға аныҡ анализ яһап, ҡарар бил­дә­ләү мөһим. Милләт-ара мөнәсә­бәт­тәрҙә ниндәй күләмле ваҡиғалар барғанын белеп, уларҙың үҫешен төҫ­мөрләп, килеп сығыры мөмкин булған кире күренештәрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнергә кәрәк. Милли-мәҙәни сәйәсәтте тормошҡа ашырған учреж­дениеларҙың эше һөҙөмтәле булырға, халыҡ тарафынан көтөп алынырға те­йеш. Был хеҙмәтте уҙғарылған сара­лар­ҙың, унда ҡатнашҡан кешеләр­ҙең иҫәбе буйынса ғына баһаларға ярамай.
Рөстәм Зәки улы йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеүҙең яңы алымдарын эҙләү кәрәклеген бил­дә­­ләне. Милли сәйәсәттә һөҙөмтәле социаль һәм мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу, халыҡты милли-мәҙәни йүнәлештәге ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле про­ект­тарҙа ҡатнашырға йәлеп итеү зарур. Был тәү сиратта йәштәрҙе на­сар юлдарҙан аралап ҡалырға мөм­кин­лекте арттырасаҡ.
Ғөмүмән, республика Башлығы съез­да милли ойошмаларға халыҡҡа яҡы­ныраҡ булыу бурысын ҡуйҙы. Үҙ ҡа­­ҙа­ныңда ғына ҡайнап йәшәү ыңғай һөҙөмтә бирмәйәсәк. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы милләт-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре бу­йын­са фекер алышыу үҙәгенә әй­лә­нергә тейеш. Ойошма милли-мә­ҙәни генә тү­гел, бөтөн кешеләрҙе бер­ләштереү ҡеүә­тенә эйә дөйөм проект­тар (мәҫәлән, ҡа­ла-ауылдарҙы төҙөклән­де­реү, мәға­риф йыйындары, мәрхә­мәт­лек мара­фон­дары, спорт ярыш­тары, экологик акциялар уҙғарыу һәм башҡа йәһәт­тән) тәҡдим итергә тейеш.
Ғөмүмән, именлектең нигеҙен мил­ләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек, социаль-иҡтисади-сәйәси тотороҡлолоҡ бил­дә­ләй. Һәр граждан ошо маҡсатҡа ынтылырға тейеш.


Вернуться назад