Һорау-яуап08.05.2015
Гәзит уҡыусыларҙан килгән мөрәжәғәттәргә Аллергология һәм педиатрия клиникаһының баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Айритта ХАНОВА яуап бирә.
— Йыл һайын ошо ваҡытта тымау тейгән ише танауымдан һыу ағып, сөскөрөп-бышҡырып яфаланам. Тәүҙәрәк һыуыҡ тейгәндән дарыуҙар эсә торғайным, файҙаһы булмағас, туҡтаттым. Таныштарым, бәлки, аллергиялыр, ти. Был ваҡытта ниндәй аллергия булыуы мөмкин?
Камил ШӘРИПОВ.
Миәкә районы.
— Поллиноздан яфаланаһығыҙҙыр, моғайын. Бындай аллергик елһенеү сирен үҫемлектәрҙең һәм ағастарҙың һеркәләре ҡуҙғыта. Һеҙгә иң башта тикшеренергә, анализдар бирергә, сәбәбен асыҡларға, һуңынан инде тейешле дауаланыу курсы үтергә кәрәк.
— Аллергиянан ҡотолоп булмай, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
Фәүзиә ХӘСӘНОВА.
Ишембай районы.
— Юҡ, дөрөҫ түгел. Йөҙ йылдан ашыу инде был сирҙе шул уҡ аллергендар менән дауалау алымы (үҙенсәлекле аллерген иммунотерапияһы) ҡулланыла. Ул дарыуҙарға ихтыяжды кәметә. Аллергендар менән дауалауҙың оҙайлылығы кәмендә 3-5 йыл тәшкил итә. Һөҙөмтәлелеге иһә алынған аллерген күләменә бәйле. Ҡайһы саҡта тәүге курстан һуң хәле яҡшырыуын тойған пациенттар дауалауҙы туҡтата. Бындай осраҡта сирҙең 1-2 йылдан ҡабатланыуы ихтимал. Башлағас, ярты юлда ташлап ҡуйырға ярамай, тимәксемен. Ғөмүмән, бөгөн аллергология шул тиклем алға китте: яңы, заманса препараттар, диагностика, дауалау алымдары... Уларҙың файҙаһы ла, йоғонтоһо ла ҙур.
— “Үҫемлек” аллергияһын булдырмау, ғөмүмән, был сирҙән ҡотолоу йәһәтенән ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
Сания ХОҘАЙҒОЛОВА.
Сибай ҡалаһы.
— Тәү сиратта бигерәк тә үҫемлектәр сәскә атҡан, ағастар япраҡ ярған осорҙа урамға мөмкин тиклем сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Ни өсөн тигәндә, һауалағы һеркә концентрацияһы был осраҡта — төп аллерген. Хатта тәҙрәләрҙе лә ныҡлап ябырға, асҡан осраҡта ла еүеш марля ҡулланырға кәңәш итәм. Автомобилдең быялаһын да төшөрмәү хәйерле. Урамда йөрөгәндә танауығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы ҡаплағыҙ, махсус маска, күҙлек кейегеҙ, өйгә ҡайтыу менән өҫ кейемен алыштырып, душҡа инеп сығығыҙ, ауыҙығыҙҙы, күҙегеҙҙе, танауығыҙҙы сайҡағыҙ.
Был, әлбиттә, иҫкәртеү саралары ғына. Симптоматик терапияға килгәндә, дарыуҙарҙы мотлаҡ белгестәр тәғәйенләргә тейеш. Ни өсөн тигәндә, аллергияға ҡаршы препараттар бик күп, йүнәлештәре лә төрлө, ә һәр кемде шәхсән тикшереү шарт.