Быйылға кишер сәсеү ваҡыты үтеп бара. Әммә кәңәштәребеҙ киләһе йылға ла кәрәк буласаҡ. Кишер эре булып үҫһен өсөн түбәндәге эштәрҙе башҡарығыҙ.
l Сүп-сар үләне күпләп үҫкән урынға ултыртмағыҙ. Сәсеү менән түтәлде утағыҙ. Кишер үҫә башлағас, сүптән ҡотолоу ауырлашасаҡ.
l Бик ҡуйы итеп сәсмәгеҙ. Орлоҡто ергә һибеп сыҡҡандан һуң уны тупраҡ менән ҡаплағыҙ (5 мм ҡалынлығында). Әгәр тупраҡты һалам йәки бесән менән бер аҙ аралаштырһағыҙ, был дымды һаҡларға ярҙам итер, һыу һипкәндә лә орлоҡҡа зыян килмәҫ.
l Кишер яҡтылыҡ һәм ашламалы тупраҡ ярата. Уны күләгәһеҙ, ташһыҙ ергә ултыртығыҙ. Органик матдәләргә бай тупраҡта кишер күпкә һәйбәтерәк үҫә.
l Кишерҙе һуңғы ҡырауҙан ике-өс аҙна алдараҡ ултыртыу яҡшы. Сәсергә бер аҙна ҡалғас, бының өсөн әҙерләнгән түтәлде тырматығыҙ һәм ашлама индерегеҙ. Орлоҡ шытып сыҡһын өсөн ерҙең температураһы мөһим. Тупраҡтың температураһы 5 градустан түбәнерәк булһа, ул тиҙ генә сыҡмаясаҡ. Шытыу өсөн иң ҡулайы — 10 градус. Был осраҡта орлоҡ ун көн эсендә сығырға тейеш.