Ҡурай еләге08.05.2015
Ҡурай еләге Ҡурай еләге салицил кислотаһына бай. Ул ялҡынһыныуға ҡаршы файҙалы, тән температураһын төшөрә. Шуға ла элек-электән һалҡын тейгәндә ҡурай еләге ҡайнатмаһы менән сәй эсергә ҡушалар. Ике аш ҡалағы еләкте 3/4 стакан ҡайнар һыуҙа 15-20 минут төнәтәләр, һөҙәләр ҙә ҡайнар килеш көнөнә 2-3 мәртәбә икешәр стакан эсәләр. Йүтәл булғанда ошо уҡ төнәтмә ярҙамында ингаляция яһарға мөмкин. Уны ҡайнатып сығаралар һәм, баштан һөлгө менән ҡапланып, шуның парын һулайҙар. Процедураны көнөнә 2-3 тапҡыр һәм йоҡлар алдынан яһайҙар.
Тамаҡ төбө ауыртһа, ҡурай еләге һеркәһе менән сайҡаталар. 2 стакан еләкте 2 стакан алма һеркәһенә һалалар. 10 көн йылы урында төнәткәс, һөҙөп, стерилләнгән банкаға тултыралар. Һыуытҡыста һаҡлайҙар.
Тонзиллит киҫкенләшһә, ауыҙ эсен ҡурай еләге һуты менән сайҡатырға кәңәш ителә. Процедураны көнөнә өс мәртәбә ҡабатлайҙар. Ҡурай еләге һуты ауыртыуҙы баҫа, шеште бөтөрә.
Был еләк ҡатын-ҡыҙ өсөн ныҡ файҙалы. Ул ҡан ағыуҙы туҡтата, күрем ваҡытында ауыртыуҙы кәметә. Йөклө ҡатындарға ла, саманы онотмайса, ҡурай еләге ашарға кәңәш ителә. Был еләк фолий кислотаһына, тимергә бай. Ул бала дөрөҫ үҫешһен, анемия булмаһын өсөн кәрәк. Ҡурай еләгенән яһалған морс, компот йөклөлөктөң беренсе айында токсикозды бөтөрә.
Ҡурай еләге яман шеш күҙәнәктәренә үҫергә ирек бирмәй.
Гипертония булғанда тигеҙ күләмдә ҡурай еләге менән япрағын алып, ике аш ҡалағы күләмендә 1,5 стакан ҡайнар һыуға һалалар. Һүрән утта 4-5 минут ҡайнатҡас, бер сәғәт төнәтәләр һәм һөҙәләр. Төнәтмәне ашарҙан ярты сәғәт алда, көнгә ике-өс мәртәбә 1-2 стакан эсәләр. Ҡурай еләге инфаркт, инсульт кисергән кешеләргә лә сихәт бирә.
Баш ауыртһа, дарыу эскәнсе, берәр стакан ҡурай еләге ашарға кәңәш итәбеҙ.
Ҡурай еләге А витаминына бай, күреүҙе яҡшырта, тиренең ҡартайыу процесын әкренәйтә. Организм яҡшыраҡ эшкәртһен өсөн уны эремсек йәки ҡаймаҡ менән ашарға кәңәш итәләр.


Вернуться назад