Һәр яугир һәйкәлгә хаҡлы15.02.2012
Һәр яугир һәйкәлгә хаҡлыҺуғышта ҡорбандарҙың еңеүселәрҙән күберәк булыуы тураһында күп тапҡыр ишеткәнем бар, һәм ошо әйтелгәндәр ысынлап та дөрөҫлөккә тап килә. Унда, яу яланында, күпме кешенең ғәзиз ғүмеркәйҙәре өҙөлә. Мәҫәлән, Афғанстандағы мәғәнәһеҙ һуғыш хаҡында телгә алғы ла килмәй. Ҡан-ҡойош буласағы көн кеүек асыҡ ине бит. Мәхшәр эсенә оҙатылған һөлөктәй егеттәребеҙ сит ерҙәрҙә ятып ҡалды, күптәрен цинк табутта алып ҡайттылар, "ҡара ҡағыҙ”ҙы ҡулдарына алған әсәләрҙең күҙ йәштәре йылғалай түгелде. Иҫән ҡайтҡан һалдаттарҙың да байтағы иһә – ғәрип-ғөрәбә.
Бөгөн Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға – 23 йыл. Шул уңайҙан "Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән РӘЖӘПОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Шәфҡәтлелек менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙың күплегенә бер ниндәй ҙә ҡаршылығым юҡ, ләкин ошо байраҡ күләгәһенә ышыҡланып, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыусыларҙың осрауына йәнем әсей, – тип башланы һүҙен Тимерйән Рәжәпов. – Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында торлаҡ ала алмаған йәки эш урыны булмаған бишәүҙең береһенә генә булһа ла ярҙамым тейһә, күңелем тынысланыр ине. Шөкөр, күптәр тыныс тормошта үҙ урынын тапҡан, бынамын итеп донъя көтә. Шул уҡ ваҡытта ояһын ҡора алмай интегеүселәр ҙә юҡ түгел. Тормошта төрлөһө бар, ҡаршылыҡтарға йыш осрайҙар, ғәҙелһеҙлектән бөгөлөп төшәләр, ә инде бөтәһенә лә ҡул һелтәүселәрҙе күреп сәстәр үрә тора. Бер генә миҫал. Афғанстанды арҡырыға-буйға киҫкән, утлы нөктәлә булған Азат Гәрәев Өфөлә ошо көнгә хәтлем майҙаны ни бары 10 квадрат метрҙан да артмаған дөйөм ятаҡта дүрт балалы ғаиләһе менән көн күрә. Ил алдында интернациональ бурысын үтәгән һалдат бөгөн берәүгә лә кәрәкмәй, уның яҙмышы береһен дә борсомай. Азат Заур улы чиновниктарҙың кабинетын әҙ тапамаған, ләкин унан ни фәтүә!? Уйлап ҡараһаң, ут эсенә бер кем дә, шул иҫәптән ул да, үҙ теләге менән инмәгән бит. Маҡсатым – ил алдында изге бурысын үтәүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыу.
– Шул уҡ ваҡытта һеҙ рухи аҙыҡ, күңел талабы тураһында ла онотмайһығыҙ. Халыҡ һалдат йырҙарын нисек ҡабул итә?
– Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнарға тырышабыҙ, эшмәкәрлегебеҙ төрлө йүнәлешкә ҡоролған. Бер ваҡыт мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә кейем-һалым йыйыу акцияһын башлап ебәрҙек. Күптән түгел Конгресс-холда, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының төҙөлөүенә 70 йыл тулыуға бағышлап, "Опаленные строки" тигән I асыҡ хәрби-патриотик фестиваль ойошторҙоҡ. Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Унда Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең етәксеһе Владимир Балабановтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Ул Президент Рөстәм Хәмитовтың патриотик рухтағы ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Мәскәүҙән килгән хөрмәтле ҡунаҡ Мамур Назаров Советтар Союзы Геройы, БДБ илдәренең хөкүмәттәре етәкселәре Советы ҡарамағындағы яугир-интернационалистарҙың эштәре буйынса комитеттың рәйесе, генерал-майор Руслан Аушевтың ялҡынлы сәләмен еткереүе шулай уҡ ҡыуаныслы булды. Күптәнге дуҫыбыҙ Виктор Тупиков Ноябрьск ҡалаһынан ашҡынып килеп етте, полкташыбыҙ араларҙың йыраҡлығына ла ҡарап тормаған. Йәштәрҙе илһөйәрлеккә әйҙәүсе республика кимәлендәге кисә Өфөлә тәүге тапҡыр үтте. Республика етәксеһе Рөстәм Зәки улына ветерандарҙың бөтәһе исеменән дә рәхмәт әйтәм, ысынлап та, уның ҙур ярҙамын тойҙоҡ. Илебеҙҙә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, һәр ҡатламға тиң ҡараған хәстәрлекле етәкселәребеҙ, арҙаҡлы ир-уҙамандарыбыҙ булғанда, үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ һәм йәмғиәткә кәрәкле кеше итеп хис итәбеҙ. Башҡортостан Республикаһының Гимны авторы, дирижер Фәрит Иҙрисовтан да хуплау һүҙҙәре ишеттек.
Ир-егеттең ике юлдашы бар, тиҙәр. Береһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек. Киләсәктә лә йәш быуынды патриот итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Бынан тыш, Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә һаулығын нығытҡан яуҙаштарыбыҙҙың күңелен күтәреү ниәтендә бәләкәй генә йыр-моң кисәһен уҙғарҙыҡ. Ғөмүмән, ҡарты ла, йәше лә кисәләргә эркелеп килде. Халыҡ шағиры Рауил Бикбай әйтмешләй, "йырым тамсы шифа булһын ине йөрәк һулҡылдатҡан яраңа". Беҙ ҙә ошо ниәтте күҙ уңында тотабыҙ. Дөйөм алғанда, был йәһәттән эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк.
– Тимерйән Рәжәп улы, "Динамо" стадионындағы спорт ярышы бик юғары кимәлдә үтте. Унда еңеүсе егеткә бүләк биргәнегеҙ хәтеремдә...
– Спорт йүнәлешенә иғтибарҙы көсәйттек. Физик күнегеүҙәр, спорт секцияларына йөрөү, ошондай сараларҙа ҡатнашыу – армияға әҙерлеккә бер аҙым. Үҫмер армияға тиклем үк әҙме-күпме сынығыу алырға тейеш. Юғиһә беҙҙә барыһы ла киреһенсә килеп сыға. "Динамо" стадионында X халыҡ-ара "Сыбар юлбарыҫ" тип аталған каратэ буйынса бәйгелә ҡатнашыуыбыҙҙың сәбәбе – көслөләрҙе дәртләндереү, егеттәрҙе спортҡа ылыҡтырыу. Унда мәктәп балалары күпләп ҡатнашты. Шулай уҡ "Аҡбуҙат" ипподромында Афғанстанда һәләк булған Илшат Батталовтың иҫтәлегенә ярыш уҙҙы, унда ла отҡор һәм состарға ойошма исеменән иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙыҡ. Баш ҡаланан айырмалы, райондарҙа уҙған спорт сараларының да уртаһында ҡайнайбыҙ. Сираттағыһы Борай районында үтте.
– Ошо яуаплы сараларҙы бер үҙең генә башҡарыу мөмкин түгел. Бер-береңә теләктәшлек тойғоһоноң көслө булыуы күпте һөйләй...
– Дуҫтарым күп минең. Афғанстанда интернациональ бурысты үтәгән яуҙаштарым менән бәйләнеш ныҡлы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов менән 3-сө батальонда бергә хеҙмәт иттек, уй-хыялдарҙы бер төптән ғәмәлгә ашырабыҙ. Герат провинцияһында нығынған 101-се полкта бергә хеҙмәт иткән Артур Әхмәтов һәм Радик Мостафин менән фекерҙәребеҙ уртаҡ. Сығышы менән Балтас районы егете, әле Свердловск өлкәһенең Березовский ҡалаһында төпләнгән Илүс Аҡбәров менән дә кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Әлбиттә, барыһын да һанап сығыу кәрәкмәҫтер ҙә. Шул мөһим: беҙҙеңсә әйткәндә, Афған иле дуҫлаштырҙы һәм сыныҡтырҙы.
– Белеүемсә, һеҙ – яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен юллауҙы башлаусы. Был идея нисек тыуҙы? Әйткәндәй, акцияға беҙҙең редакция ла ҡушылды.
– Советтар Союзы Геройҙары исемлегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың юҡлығына аптырауым сикһеҙ. Был – ғәҙелһеҙлек! Күптән түгел, ойошманың етәксеһе булараҡ, мине "Юлдаш" радиоһы хәбәрсеһе Нияз Алсынбаев “тура эфир”ға әңгәмәгә саҡырғайны. Тапшырыуҙа батыр яҡташыбыҙға Герой исемен юллау хаҡында юлайҡан ғына әйтеп үттем. Хәҙер нимәнең шаһиты булдыҡ? Республикабыҙҙа "Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы" исемле акция киң йәмәғәтселек тарафынан шунда уҡ яҡлау тапты, уны күтәреп алыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ғәҙеллектең тантана итеренә тамсы ла шикләнмәйем.
– Һәр яугир һәйкәлгә хаҡлы, тиҙәр. Был фекер менән килешәһегеҙме?
– Район үҙәктәрендә хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған һалдат һәм офицерҙар иҫтәлегенә һәйкәлдәр ҡуйыу ниәте менән янабыҙ. Бының өсөн тәүҙә район хакимиәттәре башлыҡтарына рәсми хат менән мөрәжәғәт иттек. Башҡарған эшебеҙҙең һөҙөмтәһе күҙгә асыҡ күренә лә башланы. Ғафури районының үҙәге Красноусол ауылындағы һәйкәлгә нигеҙ ташы һалыныуы – шуға асыҡ миҫал. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров беҙҙең идеяны күтәреп тә алды. Нуриман һәм Иглин райондарының хәрби комиссары Вадим Дәүләтшин менән аңлашып эш итәбеҙ. Баймаҡтан Сәғит Мырҙинға рәхмәтебеҙ ҙур, Ейәнсуранан Мәжит Татлыбаев беҙгә теләктәшлек күрһәтә. Үрҙә телгә алынған ошо райондарҙың барыһында ла, шулай уҡ Күмертау ҡалаһында һәм Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа яҡын киләсәктә һәйкәлдәр буласаҡ. Был йүнәлештә эш эҙмә-эҙлекле дауам итә.
– Тимерйән Рәжәп улы, Афғанстанда ҡасан һәм нисек хеҙмәт итеүегеҙ хаҡында әйтмәнегеҙ...
– 1986 йылдың 21 ноябрендә Совет Армияһына алындым, тыуған яғым – Баймаҡ районы. Башта Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында йәш һалдат курсын үттем. Һуңынан Чирчикка (Үзбәкстан) килеп төштөк, был ҡалала йәнә бер нисә ай әҙерлек үткәс, самолетҡа ултырып, көньяҡҡа остоҡ. Офицерҙар ҡайҙа юлланғанды әйтмәне. "Ил-62" аэродромды бер нисә ҡат өйөрөлгәс кенә ултырырға рөхсәт алды, шикелле. Сит мөхит – күҙ асҡыһыҙ ҡом бураны ҡаршы алды, бөтә яҡтан да ҡаялы тауҙар уратып алыуын күреп шаҡ ҡаттыҡ. Ирекһеҙҙән тыуған яҡтарға һауа юлынан ғына ҡайта аласағыбыҙҙы аңланыҡ. Унан Шинданд ҡалаһына ашығыс рәүештә алып киттеләр. Миңә ҡеүәтле "БТР-70"-те ышанып тапшырҙылар, ҡорос атҡа йүгән кейҙереү бигүк ауыр булманы. Беҙҙең часҡа колоннаны оҙатыу бурысы йөкмәтелде. Сик аша тыуған илебеҙгә 1989 йылдың 27 ғинуарында сыҡтыҡ. 2010 йылға тиклем Эске эштәр органдарында хеҙмәт иттем, капитан дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡтым.
Илдар АҠЪЮЛОВ
әңгәмәләште.


Вернуться назад