Тиҙ ҙә, уңайлы ла08.05.2015
Микротулҡынлы мейестә йәшелсә ҡайнатыу уңайлы. Ул былай тиҙерәк бешә, төҫөн, витаминдарын һаҡлап ҡала. Әҙерләү өсөн махсус һауыттар һатып алығыҙ. Шулай уҡ пленкаға төрөп бешерергә мөмкин. Тик алдан бер нисә урындан тишкеләргә онотмағыҙ.
Мәҫәлән, картуфты бешерергә ҡуйыр алдынан бер нисә урындан сәнске менән тишкеләгеҙ. Ҡалған йәшелсә (кишер, сөгөлдөр) шартламай. Йәшелсәнең бешеү ваҡыты уның ҙурлығына бәйле, шунлыҡтан быны алдан теүәл әйтеп булмай. Уртаса ҙурлыҡтағы картуф — 7-10, сөгөлдөр — 15-20, кишер 8-10 минутта әҙер була.