Гөлөгөҙ ҡоромаһын08.05.2015
Гөлөгөҙ ҡоромаһын Тәҙрә төбөндәге гөлдәр – өйҙө биҙәп ултырыусы ғына түгел, йорттоң тулы хоҡуҡлы ағзалары ла. Шуға күрә уларҙы яҡшылап ҡарау зарур.
l Берүк гөлдәрегеҙгә крандан алынған һыу һипмәгеҙ. Беренсенән, хлоры күп була, һәм унан бер файҙа ла юҡ. Икенсенән, һыуыҡ һыу тамырҙарға зыян килтерә, һәм сәскәләр ҡойола. Иң яҡшы­һы – әгәр һыу тәүлек тирәһе бүл­мәлә ултырһа. Тәҙрә төбөгөҙҙә диңгеҙ аръяғы ҡунаҡтары үҫһә (мәҫәлән, кактус, орхидея), һыу һәр саҡ ҡайнаған һәм уның температураһы 20 градустан да түбән булмаҫҡа тейешлеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
l Әгәр мөмкинлек булһа, һыу ҡойоу өсөн йәйен — ямғыр, ҡышын ирегән ҡар һыуын файҙаланығыҙ.
l Һыу татырлы икән, мәҫәлән, уның составында эзбиз булһа, уны йомшартыу зарур. Бының өсөн һыуға бер нисә тамсы кислота (бор кислотаһы) йәки бер биҙрә һыуҙа 100 грамм торф һалып иретегеҙ. Тағы ла һыуҙың һәр литрына бер-ике грамм минераль ашлама өҫтәргә була.
l Шуға иғтибар итегеҙ: һыуҙы ул гөл һауыты аша үтеп, уның төбөндәге тәрилкәгә сыҡҡансы һибергә кәрәк. 15 минуттан тәрилкәләге һыуҙы түгегеҙ. Үҫемлектәрҙе тупраҡ кибеү менән һуғарығыҙ. “Әҙ-әҙләп, әммә йышыраҡ” тигән принцип сәскә өсөн зыянлы.
l Бәләкәй һауыттағы гөлдәргә һыуҙы ҙурҙа үҫеүселәренә ҡарағанда йышыраҡ һибеү талап ителә.
l Йәй эҫе булһа, сәскәләрегеҙгә иртәле-кисле һибегеҙ, һалҡынсараҡ булһа, кисен генә һибеү ҙә етә. Ә ҡыш һәм көҙ иртәнсәк һуғарығыҙ.
l Ваҡыт-ваҡыты менән ерҙе йомшартып тороғоҙ. Был осраҡта тупраҡ дымды оҙағыраҡ һаҡлаясаҡ.
l Һибергәме, юҡмы тигән һорау тыуһа, быны асыҡлауы еңел. Гөл һауытына сиртеп ҡарағыҙ. Әгәр яңғырауыҡлы тауыш ишетелһә, тимәк, ваҡыт.


Быны беләһегеҙме?

Йомортҡа яңы сағында файҙалы­раҡ.
Уны һалҡынса урында йә иһә тоҙ эсендә һаҡларға кәрәк.
Һарыһы айырыуса файҙалы: тулыһынса тиерлек эшкәр­телеп, файҙалы матдәләргә бүленеп бөтә лә йөрәкте нығыта, үпкәнең эшмәкәрлеген яҡшырта, ашҡаҙан, эсәк, һейҙек ҡыуы­ғы ауырыуҙарын дауалай... Күп ҡан юғалтҡандарға ла ошо ризыҡты кәңәш итәләр.
Тауышты таҙартыу өсөн, һейҙек ҡыуығы эстән янғанда сей йомортҡа эсәләр. Ләкин бешмәгәненең һарыһын ашаһаң ашҡаҙанға, бөйөрҙәргә зарарлы – таш ултырыуы, тәнгә бетсәләр сығыуы мөмкин.
Йомортҡаны ярым сей, ярым бешкән килеш ашарға кәрәк. Бының өсөн уны ҡайнар һыуға һалғас, 100-гә тиклем һанағыҙ. Шул саҡта йомортҡа бешер-бешмәҫ була. Ә иң яҡшыһы – һытып һыуҙа йәки һөттә бешереү.
Тән бешкәндә сей йомортҡа һөртөргә кәрәк. Ул яраны тиҙ уңалта.


Вернуться назад