Ҡырҡып алып ҡуй08.05.2015
* Барлыҡ төр ризыҡ та быяла, эмаль һауыт-һабала йәки ҡурғаш ҡағыҙға төрөлгән килеш яҡшыраҡ һаҡлана.
* Аҙыҡ-түлекте полиэтилен пакетта һаҡларға ярамай, ул тиҙ боҙола.
* Табаға тоҙ һипһәң, ҡыҙҙырғанда май сәсрәмәй.
* Картуфты ҡыҙҙырыр алдынан таҫтамалға йәки салфеткаға һалып ҡоротһаң, ул кетерләп торор.
* Духовкалағы ит ҡоро булып бешмәһен өсөн уның янына һыулы һауыт ҡуйығыҙ. Пар итте кибеүҙән һаҡлар.
* Яңы картуфты бысаҡһыҙ ҙа әрсеп була. Йыуылған картуфты пакетҡа һалып, өҫтөнә бер ус эре тоҙ һибегеҙ. Пакеттың ауыҙын бәйләп, бер нисә минут өҫтәлдә тәгәрәтегеҙ.
* Аштың туртаһын алырға өлгөрмәһәгеҙ, бер аҙ һалҡын һыу өҫтәгеҙ: һөҙлөк кире өҫкә йыйылыр.
* Бер нисә төрлө иттән ҡайнатылған һурпа тәмлерәк була.
* Билмән йәбешмәһен тиһәң, ул бешерелгән һыуға саҡ ҡына үҫемлек майы тамыҙырға була.
* Һурпа тәмле булһын тиһәгеҙ, итте һалҡын һыуға һалығыҙ. Ә ит йомшаҡ булып бешһен өсөн, уны ҡайнап торған һыуға төшөрөргә кәрәк.
* Ҡуҙаҡлылар йомшағыраҡ булып бешһен тиһәң, уларҙы алдан һыуҙа тоторға мөмкин.
* Көслө утта йомортҡаның ағы ҡоро булып бешә. Һүлпән утта һарыһы ҡата, ағы йомшаҡ ҡала.
* Ҡоймаҡ ҡамырына аҙ ғына үҫемлек майы ҡушығыҙ, ул бешергәндә көймәҫ.
* Арпа ярмаһын майҙа ҡыҙҙырып һалһағыҙ, рассольник тәмлерәк булыр.
* Йәш картуфты яҡшыраҡ таҙартылһын өсөн 15-20 минут тоҙло һыуҙа тоталар.
* Тоҙҙо ит һурпаһына — бешеп сығырға 30 минут ҡалғас, ә балыҡ ашына шунда уҡ һалалар.
* Бауырҙы ҡыҙҙырыр алдынан аҙ ғына шәкәр ҡомо һипһәң, ул йомшаҡ була.
* Сәй хуш еҫле булһын өсөн һаҡлаған һауытына лимон йәки әфлисун ҡабығы һалалар.
* Ҡатып киткән горчицаны һөт йәки һөт өҫтө менән шыйыҡларға мөмкин.
* Итте бешергәндә артыҡ тоҙлаһағыҙ, ҡайнар килеш һалҡын ҡаймаҡҡа һалып тороғоҙ.
* Ҡатҡан сырҙы 1 сәғәткә һөткә һалып тороп яңыртырға була.
* Сосисканы һыуҙа түгел, ә парҙа бешергәндә йәки ҡыҙҙырып алғанда тәмлерәк була.
* Ҡыҙҙырғанда ит табаға йәбешмәһен өсөн бер нисә киҫәк кишер һалығыҙ.
* Балыҡты ыуғыстан ыуылған икмәк вағы йәки он ҡатнашмаһында әүәләп ҡыҙҙырһағыҙ, ул тәмлерәк булыр.
* Һауытына бер киҫәк алма ҡуйһағыҙ, икмәк оҙағыраҡ һаҡланыр.
* Фрикаделька тәмлерәк булһын өсөн фаршҡа аҙ ғына йомшаҡ эремсек һәм 1-2 аш ҡалағы ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес ҡушырға кәрәк.
* Салат хуш еҫлерәк булһын тиһәгеҙ, уға лимон ҡабығы һалып тороғоҙ.
* Йәшелсәне ҡараңғыла һаҡларға кәрәк. Яҡтыла уларҙағы каротин тарҡала башлай.
* Ҡуҙғалаҡ һәм кесерткәнде ашҡа иң һуңынан ғына һалырға кәрәк. Кәстрүл ҡапҡасын япмайынса ҡайнатығыҙ. Шул саҡта улар матур йәшел төҫөн һаҡлап ҡалыр.
* Ҡамыр аштары бешергәндә рецептта күрһәтелгән күләмдәге шәкәрҙе бал менән алыштырырға мөмкин. Бал әсерәк булғанлыҡтан, уны шәкәргә ҡарағанда 1/5 өлөш күберәк алырға кәрәк.
* Һөтлө ашта макарон насар бешә. Шуға уны айырым һауытта тоҙло һыуҙа бешереп алыу яҡшыраҡ.
* Петрушка һалҡын түгел, ә йылымыс һыуҙа йыуғанда хуш еҫлерәк була.
* Сөгөлдөр бешкән һыу (тоҙло булмаһа) — бүлмә гөлдәре өсөн бик яҡшы ашлама.
* Фасоль, борсаҡ тиҙерәк бешһен өсөн 5-10 минут һайын һыуына бер аш ҡалағы һалҡын һыу өҫтәп тороғоҙ.
* Ҡыҙыл сөгөлдөрҙө тоҙло һыуҙа бешермәгеҙ. Юғиһә уның тәме боҙола.







Вернуться назад