Һорау-яуап08.05.2015
Эттәр башҡа хайуандар кеүек үк төҫтәрҙе айырмай, тиҙәр. Әгәр был ысындан да шулай икән, ни өсөн һуң йыш ҡына юл сатында хужаһыҙ эттәр светофорҙың йәшел уты янғанын көтөп тора?
Ринат ФАЗЫЛОВ.
— Эттәр йәшел менән ҡыҙыл төҫтәрҙе айырмай. Ә светофор янында тороусылар иһә ысынбарлыҡта йәшел төҫтө түгел, ә транспорт туҡтағанын йә иһә йәнәшә торған кешеләрҙең юл аша сыға башлағанын көтә.
***
Ер йөҙөндә иң түбән температура ҡайҙа теркәлгән булған икән?
Алмас ЗАРИПОВ.
— Иң түбән температура 1938 йылдың 21 июлендә Антарктиканың “Восток” тикшереү станцияһында теркәлгән. Был көндө температура күрһәткесе минус 89,6 градусҡа еткән.
***
Һалҡында ҡулымды туңдырмаҫҡа тырышһам да, уның тиреһе барыбер ҡорой. Махсус кремдар ҙа ҡулланам, ләкин файҙаһын күрмәйем. Ни эшләргә?
Миләүшә АЗАМАТОВА.
— Косметологтар ҡулға йыуғандан һуң составында тәбиғи экстракттар булған крем һөртөргә кәңәш итә. Бигерәк тә көҙөн һәм ҡышын урамға сығыр алдынан, бирсәткә кейгәнсе усҡа һәм уның һыртына туҡландырыусы крем яғырға кәрәк. Һары май йәки көнбағыш майы ла ҡулланырға мөмкин.
Тағы бер кәңәш: ярты стакан һыуға 1 аш ҡалағы глицерин һәм ярты лимон һыуын ҡушып болғатабыҙ. Әлеге ҡатнашманы ҡоро ҡул тиреһенә һөртәбеҙ. Ҡулдарығыҙ һәр ваҡыт матур һәм йомшаҡ булһын!