Һаҡ булығыҙ: сысҡан биҙгәге!08.05.2015
Һаҡ булығыҙ: сысҡан биҙгәге! Сысҡан сире (бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк) һуңғы йылдарҙа айырыуса йыш осрай. Бер ҡарағанда зыянһыҙ кеүек күренгән был кимереү­сенең ҡайһы саҡта оло афәт тыуҙырыуы, хатта кеше ғүмеренә янауы хафаға һала.
Табип-эпидемиолог Руслан Әхмәтов был ауырыуға етди ҡарарға кәңәш итә. Уның әйтеүенсә, ғәҙәттә вирусты тәбиғәттә урман, ҡыр сысҡандары йөрөтә. Кешегә сир уларҙың һейҙеге, тиҙәге, кимереүселәр булған урындағы һауа, туҙан аша йоға.
— Ауырыуҙың тәүге билдә­ләре күренгәнсе 7 – 14 көн, иң күп тигәндә 1,5 ай үтеүе мөмкин. Тән температураһы 38-40 гра­дусҡа ҡәҙәр күтәрелә, баш ауыр­та, хәлһеҙлек тояһың. Дүр­тенсе-бишенсе көндө эс, бил ауырта башлай, һейҙек миҡ­дары кәмей, был бөйөр эшмә­кәрлегенең боҙолоуы менән бәйле.
Әлеге сирҙән һаҡланыу бары тик үҙебеҙҙән генә тора. Кимереүселәрҙең аҙыҡ-түлек ҡуйылған урынға үтеп кереүенә юл ҡуймаҫҡа, биналарҙы йыйыштырып, дезинфекциялап торорға кәрәк. Ял итергә тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда ла үлән тәпәш булған ерҙе һайларға кәңәш ителә. Ултырған урында ризыҡты ябыулы һауытта тоторға, ҡалдыҡтарҙы теләһә ҡайҙа ташламаҫҡа, йыйып барырға кәрәк. Һыуҙы өйҙән алып килеү мәслихәт.
Яҙын ҡала халҡы дачаларға йүнәлә. Дача өйҙәрен битлек кейеп, махсус сығарылған химик саралар ҡулланып йыйыштырыу талап ителә. Әлбиттә, шәхси гигиена талаптары һаҡланғанда сир эләктереүҙән ҡурҡаһы юҡ.


Вернуться назад