Сынығабыҙ, ауырымайбыҙ08.05.2015
Сынығабыҙ, ауырымайбыҙ Сабыйҙарҙың организмы, әле ныҡ булмағанға күрә, йоғошло ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән. Балаларҙың иммунитетын нығытыу өсөн табиптар, ғәҙәттә, иң ябай сыныҡтырыу процедураларын үтәргә кәңәш итә.

— Йоғошло ауырыуҙарҙы киҫәтеү йәһәтенән даими туҡланырға, йылы кейенергә, физик күнегеүҙәр яһарға һәм, әлбиттә, сынығырға кәрәк, — ти балалар табибы Әлфиә Мәжитова. — Сыныҡтырыуҙы сабыйҙың беренсе аҙналарынан уҡ башлау мөһим. Ул һауа ванналары тип атала. Баланың кейемен алыштырғанда уны бер ике минутҡа (22 градуста) яланғас тоторға, һуңыраҡ ваҡытты бер аҙ арттырырға кәрәк. Бала ҙурая төшкәс, уны йыуындырғанда ванна һыуынан 2-4 градусҡа һалҡыныраҡ булған һыуҙа ҡойондороп, таҫтамал менән тәнен ҡоротоу шарт. Бер йәштән һуң сабыйҙың аяҡтарын һәр көн һайын һалҡынса һыу менән йыуырға кәңәш ителә. Ә ҙурыраҡ йәштәге балаларҙы сыныҡтырыу өсөн контраслы душ (йылы һыу менән һалҡынсаны аралаштырыу) ҡулланыу яҡшы.
Сынығыуға килгәндә, уның өс төрө бар:
һауа (тышта спорт менән шөғөлләнеү),
һыу (ҡойоноу),
ҡояш (аяҙ көндә урамда йөрөү).

Баланы сыныҡтырыуҙың ҡағиҙәләре:
Йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында башларға була.
Даими рәүештә алып барырға кәрәк.
Сыныҡтырыу процедураларының дауамлылығын, көсөн тиҙ арала арттырырға ярамай, сөнки, киреһенсә, баланың ауырып китеүе мөмкин.
Сабый сирләгән ваҡытта сыныҡтырыуҙы башларға кәрәкмәй.
Был шөғөл баланың үҙенә лә оҡшарға, уға ыңғай эмоциялар килтерергә тейеш.
Балағыҙ менән бергә үҙегеҙ ҙә сынығыу күнегеүҙәрен алып барһағыҙ, икеләтә файҙалы буласаҡ.


Вернуться назад