Дауалау саралары08.05.2015
Тешегеҙ hыҙлап интектермәhен тиhәгеҙ, күберәк сәй эсергә кәңәш итәбеҙ. ”Сәй тештәрҙе hаҡлаусы фторидҡа бай”, – ти Бостондағы Стоматология институты ғалимдары. Бынан тыш, беҙ яратҡан эсемлектә теш ҡаҙналарына яҡшы тәьҫир итә торған полифенол да бар икән. Ашар алдынан бер сынаяҡ сәй эсеп ҡуйhағыҙ, тештәрегеҙҙе hаҡларhығыҙ.
* * *

Һалҡын тейҙереп ауырыусылар мөмкин тиклем күберәк hарымhаҡ ашаhын. Тамағығыҙҙың аҙ ғына ауыртыуын hиҙhәгеҙ, тиҙерәк ошо йәшелсәне ҡулланығыҙ. Был үҫемлектең вирусҡа ҡаршы үҙенсәлеге күптән билдәле.
Һарымhаҡ ашағас, бер стакан томат hутын эсеп ҡуйhағыҙ, тағы ла яҡшы. Был hуттағы кислоталар hарымhаҡ майындағы еҫте бөтөрә.
* * *
Хәтерегеҙҙең насарайыуын тойhағыҙ, ҡәһүә эсергә кәңәш ителә. Уны, Дания ғалимдары тикшеренеүе күрhәтеүенсә, имтихандар алдынан 60 г самаhы эсеү хәтерҙе яҡшыртып ҡына ҡалмай, уҡылған теманы аңларға, башҡа hеңдерергә лә ярҙам итә икән.




Вернуться назад