Арпа сыҡһа…08.05.2015
Арпа сыҡһа… Был сирҙе дауалау әллә ни ҡатмарлы түгел. Башта йоғошһоҙландырылған бинтты 3 процентлы бор кислотаһына йәки ромашҡа төнәтмәһенә, һис юғында сәйгә манып, компресс ҡуялар. Уны көнөнә ике тапҡыр алыштыралар. Йоғошло ауырыу икенсеһенә лә күсмәһен өсөн яһала был. Таҙа күҙгә көнөнә 2-3 тапҡыр альбуцид тамыҙырға, күҙ ҡабағына мазь һөртөргә кәрәк.

Бер сәй ҡалағы пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен ете стакан ҡайнар һыуҙа төнәтеп йәки бер сәй ҡалағы аш содаһын бер стакан һыуға болғатып яһаған шыйыҡсаға манған марляны күҙгә ябып ҡуйыу ҙа файҙалы. Арпаны дауалау өсөн аҡ шыршының һыуы менән майын да файҙаланалар. Күҙ ҡабаҡтарын япҡас, имән бармаҡҡа бер тамсы һыу йәки май алып күҙ ҡабағына һөр­тәләр, күҙгә эләкмәҫкә тейеш.
Арпа менән интегеүселәргә бер юлы 5-6 гөлбадран сәскәһен ашап ебәрергә кәңәш ителә. Артынан һыу эселә. Көн дауамында 4-5 тапҡыр шулай эшләргә кәрәк. Шулай иткәндә бүтән сыҡмаясаҡ.
Арпа сыҡҡан күҙҙе бәйләргә ярамай, сөнки бәйләүҙән бактерияларҙың күпләп үрсеүе, ҡабаҡтан бөтөн күҙгә таралыуы мөмкин.
Арпаны һис ҡасан һытырға ярамай: ике күҙгә лә таралыуы ихтимал. Бактерияның күҙҙең селтәр ҡатлауына кереүе лә мөмкин. Ул саҡта ауырыу көсәйәсәк.


Вернуться назад