Күҙегеҙҙе һаҡлағыҙ08.05.2015
Күҙегеҙҙе һаҡлағыҙ 1. Монитор менән күҙҙәр араһы 50-70 сантиметрҙан кәм булырға тейеш түгел.
2. Ике компьютер ара­һындағы йыраҡлыҡ 220 сантиметрҙан кәм булмаһын.
3. Һәр 10-15 минут һайын ҡа­рашты экрандан алып, тәҙ­рә­нән йырағыраҡ нөктәгә ҡарарға кәрәк.
4. Өлкән класс уҡыусы­ла­ры­ның компьютер алдында уҙ­ғар­ған ваҡыты 2,5 сәғәттән күберәк булмаһын, ә 11-13 йәшлектәр өсөн — 1,5 сә­ғәт­тән, 8-10 йәшлектәр өсөн бер сәғәттән дә артмаһын. Ә 7-8 йәшлектәрҙе компьютер ме­нән таныш­тырырға ла кә­рәкмәй, уларҙың күреү органдары һәм нервы системаһы әлегә компьютер менән “аралашыуға” әҙер түгел.

Махсус күнегеүҙәр

Тәҙрә аша йыраҡтағы берәй нөктәгә 30 секунд буйы ҡарап торорға. Унан шул ҡәҙәр үк ваҡытҡа күҙҙе йоморға һәм диаметры 5 мм булған ҡара түңәрәккә шулай уҡ 30 секунд ҡарап торорға. Был күне­геүҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ.






Вернуться назад