Яҙын һауа торошоноң йыш үҙгәреп тороуы бит тиреһенә кире йоғонто яһай — ҡорой, һырҙар барлыҡҡа килә, һипкелдәр сыға. Бындай хәл күҙәтелмәһен өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Йүкә сәскәһенән тоник. Бер аш ҡалағы йүкә сәскәһен 150 мл ҡайнар һыуға һалалар. 10-15 минут төнәтәләр. Һөҙгәс, 1 тамсы бал өҫтәйҙәр. Һыуынғас, төнәтмәгә манылған мамыҡ менән битте таҙарталар. Әлеге тоник тирене туйындыра, уның тонусын күтәрә.
Ҡоро һәм һиҙгер тире өсөн. Бер стакан ноҡот борсағын һыуға һалып бер нисә сәғәт тоталар. Артабан аҙ ғына йомшарғансы утта бешерәләр. Иләк аша сығарғас, әлеге ҡатнашмаға 1 лимон һуты һәм 1 аш ҡалағы зәйтүн майы һалып болғаталар. Шуны биткә һөртөп, 15-20 минут тотҡас, йылы һыу менән йыуып төшөрәләр.
Ағартыусы скраб. 2/3 аш ҡалағы геркулесҡа 1 аш ҡалағы зәйтүн майы һәм 5 тамсы лимон һуты һалып болғаталар. Ҡатнашманы массаж яһай-яһай биткә һөртәләр. Һуңынан йылы һыу менән йыуып төшөрәләр.
Тирене сафландырыусы сара. Киң ауыҙлы һауытҡа һалҡын минераль һыу ҡойоп, бит менән шунда ҡапланып 10-15 секунд торалар. Ошо ваҡыт эсендә минераль һыуҙан сыҡҡан газлы ҡыуыҡсалар тиренең тонусын күтәрә.
Бетсәле тире өсөн. Бер төймә аспиринды иҙәләр һәм бер аҙ ғына һыу ҡушып болғаталар. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы проблемалы урынға һөртөп, 10 минут тоталар. Аспирин составындағы ацетилсалицил кислотаһы ялҡынһыныуҙы бөтөрә, бетсәнең кибеп төшөүен тиҙләтә.
Муйын һәм түш өсөн. Муйын менән түш тиреһе айырым тәрбиәгә мохтаж. Кәүҙәнең был өлөштәрен көн һайын таҙартып, дымландырып торорға кәрәк. Махсус тоник ҡулланырға мөмкин. Өй шарттарында әлеге маҡсатта үлән төнәтмәләрен файҙаланырға ярай. Берәр аш ҡалағы ромашка, йәшел сәй һәм бөтнөктө 1 стакан һыуға һалып төнәтәләр һәм һөҙәләр. Барлыҡҡа килгән шыйыҡлыҡты мамыҡ менән муйын һәм күкрәк тиреһенә һөртәләр. Әлеге төнәтмәне туңдырып, боҙ итеп файҙаланырға ла була. Тирене 100 мл һыуға 1 аш ҡалағы лимон һуты һалып туңдырылған боҙ менән ышҡыу ҙа — һөҙөмтәле сара.