Ир-егет яуҙа һынала06.05.2015
Ир-егет яуҙа һынала Легендар батырыбыҙ Даян Мурзинды студент саҡтан күреп беләм. 1975 йылда Генрих Гофмандың “Ҡара генерал” әҫәре баҫылып сыҡҡас, китапты йотлоғоп уҡығаным әле лә иҫтә. 2011 йылдан Чехияла йәшәйем. Д.Мурзиндың вафатынан һуң чех яҙыусыһы Ростислав Макуликтың “Ҡара генерал” кемде туҡмаған?” исемле очеркы донъя күрҙе. Мәҡәләнең Чех Республикаһының “МФ Днес” тигән абруйлы гәзитендә баҫылыуы ҡыуандырҙы.
Артабан ҡыҙыҡһыныуым Моравияның Брнолағы иң ҙур китапханаһына — “Моравске земске книһовна”ға алып килде. Бында яҡташыбыҙ хаҡында байтаҡ мәғлүмәткә юлыҡтым. Чех телендәге материалдар менән дә танышып сыҡтым, уларҙы Башҡортостанда өйрәнелгән сығанаҡтар менән сағыштырҙым. Шуны әйтә алам: айырма ҙур! Беҙҙә мәғлүмәт күбеһенсә батырҙың тормош биографияһын һөйләп сығыуға, батырлыҡтарын һанауға ҡайтып ҡалһа, Чехияла яугирҙең партизан эшмәкәрлеге, ҡаһарманлығы, хатта хаталары тураһында асыҡтан-асыҡ яҙалар.
Һәр нәмәнең үҙ сәбәбе бар. Даян Мурзин Тыуған илдән алыҫта, элекке Чехословакияла һуғышҡан — был бер. Ә чех телен белмәү, хәҙер килеп социализм емерелгәндән һуң, был халыҡ менән аралашмау яҡташыбыҙҙың 1944 — 1945 йылдарҙағы партизан эшмәкәрлеген асыҡларға мөмкинлек бирмәй. Европала иһә яҡташыбыҙ хаҡында диссертациялар, китаптар яҙып, кинофильмдар төшөргәндәр. Улар, әйтергә кәрәк, беҙҙең кино­фильмдарҙан бик ныҡ айырыла. Даян Мурзинды күреп белгән иптәштәренең, яуҙаштарының хәтирәләре ҡулланыла. Әйткәндәй, Прлов, Плоштина трагедияһының шаһиттарын — Ян Жижка бригадаһы партизандарын — әле лә осратырға мөмкин. Күптәре был яҡты донъяла юҡ, әлбиттә, ләкин иҫәндәре – үҙе бер хазина. Улар йыл һайын 9 Майҙа Карловы Вары ҡалаһында осраша, матбуғатта сығыш яһай, Ян Жижка бригадаһының исемен бысратырға тырышыусыларҙы тәнҡитләй, һәләк булған партизандар ҡәберлегенә сәскәләр һала. Даян Мурзин иҫән сағында дуҫтары янында егерме ике тапҡыр булған, Чехословакияның азат итеүсеһе булараҡ, Карловы Вары курортында бушлай дауаланған.
Башҡорт әҙәбиәтендә һәм журналистикаһында Г. Гоф­мандың “Ҡара генерал”ынан тыш (ә ул 1993 йылда ғына башҡортсаға тәржемә ителде), Ибраһим Абдуллиндың “Ҡыҙыл ысыҡ” пьесаһы, Нәжиб Асан­баевтың “Ҡара генерал” эссеһы, Зәйни Рафиҡовтың ”Адольф Гитлерҙың шәхси дошманы”, Ризуан Хажи­ев­тың “Помнят высокие Татры”, Закир Зиннә­тул­линдың “Новая встреча на Дунае – мост в будущее”, Миләүшә Ҡолмөхәмәтованың “Чего заслуживает “Черный генерал?” тигән очерктары бар. Ошо әҫәр­ҙәр, мәҡәләләр араһында үҙенең фекер тәрәнлеге менән Н. Асанбаевтың “Ҡара генерал” эссеһы айырылып тора, сөнки автор бала саҡтан белгән дуҫы хаҡында “Кем ул Даян Мурзин? Барыбыҙ ҙа уны яҡшы беләбеҙме? Был ғәжәйеп шәхескә уның ҡорҙаштары, йәшерәк быуын вәкилдәре, Хөкүмәт вәкилдәре нисек ҡарай? “Ҡарай” тигән һүҙҙе мин был кешенең күрһәткән хеҙмәттәрен тейешенсә баһалау, уның ҡәҙерен белеү мәғәнәһендә ҡулланам. Һәм был һорауға үҙемдең күҙлегемдән сығып баһа бирәсәкмен. Әммә яңылышмамдыр тип уйлайым, сөнки Даян Баян улын минән дә яҡшыраҡ белгән кеше һирәктер. Уның күпселек ҡорҙаштары, утлы яу ҡырҙарын бергә үткән яугир дуҫтары был донъяла юҡтар инде” тигән һүҙҙәре проблемалы һорауҙар күтәрә, уның иҫ киткес батырлыҡтарының серенә төшөнөргә тырыша.
Ә кино сәнғәтендә эштәр нисек тора һуң? Рәсәй һәм Башҡортостан киностудияһы Даян Мурзин ту­ра­һында Бөйөк Енеүҙең 65 йыллығына кинофильмдар төшөрҙө, ләкин улар ҙа күп түгел. Үҙемә ҡалһа, режиссерҙар Радик Ҡоҙаяров менән Алексей Си­доровтың “Ҡара генерал”ы күңелгә яҡын, ләкин был ғына Башҡортостан мәҙәниәте өсөн аҙҙыр, тип уйлайым. Даян Баян улына арналған кинофильмдарҙың, әлбиттә, словак, чех, немец, инглиз телдәрендә төшөрөлгәндәренән айырмалы, сифаты камил булһа ла, йөкмәткеһе, мәғлүмәтлелеге яғынан улар ныҡ айырыла. Сит ил кинофильмдарында элекке партизандар менән әңгәмәләшеп, ваҡиғаларҙың тарихи дөрөҫлөккә нигеҙләнгән булыуына, факттарға ҙур иғтибар бирелә. Әҙәм балаһы йә аҡтан, йә ҡаранан тормаған кеүек, Даян Мурзиндың хеҙмәте тураһында ла, етешһеҙлектәре хаҡында ла һөйләйҙәр. Кем белә, бәлки, киләсәктә поляк, венгр, немец, инглиз телен яҡшы белгән, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған йәш­тәр уларҙы башҡортсаға тәржемә итер, сит тел­дәрҙә партизан эшмәкәрлеген өйрәнеп, Башҡорт­останға яҡташыбыҙ хаҡында яңы мәғлүмәттәр еткерер.
Һуғыш ваҡыты — ул үлем, мәхшәр, туғандарыңды, яҡындарыңды, дуҫтарыңды юғалтыу, уларҙың йылыһына мохтажлыҡ кисереү, билдәһеҙлек, аслыҡ, емереклек, ҡыҫҡаһы, ҡанлы һәм ауыр осор. Был тауҙарҙа хәрәкәт иткән партизандар һуғышына айырыуса ныҡ ҡағыла. Чех яҙыусыһы, юрист, тарихсы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ярослав Поспишилдың Д. Мурзин етәкселек иткән Ян Жижка бригадаһы партизандары тураһында “Гиеналар” исемле китабы бар, ул архив, НКВД яҙмаларын ҡулланып, Ян Жижка бригадаһында һуғышҡан элекке партизандар, шул осорҙо яҡшы хәтерләгән кешеләр менән һөйләшеп яҙылған, 1996 һәм 1998 йылдарҙа ике тапҡыр нәшер ителгән. Асылда партизандар һуғышын тулы ысынбарлыҡта һүрәтләгән йыйын­тыҡ­тың да етешһеҙлектәре бар: ул да булһа – авторҙың бөгөнгө сәйәсәттең “тирмәне”нә һыу ҡойоуы. Әҫәр буйынса “Гиеналар” тигән кинофильм төшөрөлгән. Авторҙың “Гиеналар, геройҙар һәм башҡалар”, “Геройҙар һәм һатлыҡ йәндәр”, “Г. Гейдрихтың үлеме” тигән очерктары ла тотошлайы менән Даян Мурзин етәкселегендәге Ян Жижка бригадаһына арналған. Тағы ла бер популяр йыйынтыҡ — “Үлем “Энгельхен” тип атала” исемлеһе 1968 йылда баҫылған, авторы — Ян Жижка бригадаһының отряд командиры, Даян Мурзин менән таныш булған Ладислав Мначек. Бөгөн был китап буйынса төшөрөлгән “Үлем “Энгельхен” тип атала” тигән киноһы 1944 — 1945 йылдарҙағы партизандар һуғышын иң дөрөҫ сағылдырған фильм иҫәпләнә. Чехтарҙың яратып уҡыған авторҙарының береһе – Карл Рихтер һуғышҡа тиклем үк элекке Чехословакияла йәшәгән немец халҡы проблемаһын сағылдырған “Студенттар”, ”Батырҙар еңелмәй”, “Карпаттағы апокалипсис”, ”Карпат аръяғы русынялары азатлыҡ өсөн һуғыша” һәм яҙыусы С. Петрас менән авторҙашлыҡта “Танктар Остраваға юллана”, “Чехословакияны азат итеү”, “Азатлыҡ яулаусылар” исемле йыйынтыҡтар ижад иткән. К. Рихтер Ян Жижка партизандар бригадаһы хаҡында “Көнбайыш Карпат операцияһы”, “Совет ғәскәрҙәренең ярҙамы”, “Дошман тылында”, “Ҡыҙыл Армия танкылары килә”, “Партизандар”, “Острава операцияһы” тигән очерктар ҙа яҙа. Быларҙан тыш, чех әҙәбиәтендә партизандар һәм совет парашютсылары тураһында В. Кучерявыйҙың “Дошман тылындағы парашютсылар”, Д. Мурзин менән һуғышҡан элекке партизан Пих-Туманың “Ян Гус партизан бригадаһы комиссарының иҫтәлектәре”, Петэр Глотцтың ”Ҡыуылғандар”, “Гүзәл Моравалағы Слоуп”, “Рустар һәм Моравия”, ”Чехословакия тарихы”, “Генерал Людвиг Свобода” , юридик фәндәр докторы полковник Владимир Ходбодтың “Из жизни офицера” тигән мемуарҙарында ла һөйләнә.
Даян Фәтхелбаян улы Мурзин 1921 йылдың 20 ғинуарында Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Армияға киткәнгә тиклем математика фәнен яратҡан егет Кушнаренко педучилищеһында белем алып, тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәп директоры булып эшләй. 1939 йылда совет-фин һуғышы башлана, патриотизм рухында тәрбиәләнгән 17 йәшлек Даян, үҙенә бер йыл өҫтәп, доброволец булып яҙыла ла фронтҡа китә. Тик унда үҙе менән әҙерлек үткән егеттәрҙең береһенең дә кире әйләнеп ҡайтмағанын күргәс, бер иптәше менән Ленинградҡа ҡаса. Был ваҡытта, әлбиттә, финдарҙың “Линия Маннергейма” планы тураһында белмәй әле: сик буйындағы һәр бер ағас башында тиерлек ултырған фин снайперҙары үҙ ерҙәренә бер генә кешене лә аяҡ баҫтырмаған. Даян 1940 йылда Рига хәрби-сәйәси училищеһына уҡырға инә. Ата-әсәһе бик ҡыуанып: “Тыуған ауылыңа, туғандарыңа, ата-әсәңә тап төшөрмә, улым, данлыҡлы командир бул! Беҙҙең ауылдан ҡыҙыл командир сыҡҡаны юҡ, гел беренсе йөрө!” — тип фатиха бирә. Бер йылдан кесе политрук званиеһын алғас, Даян 204-се уҡсылар полкына рота командирының сәйәси эштәр буйынса ярҙамсыһы итеп ебәрелә.
1941 йылдын 22 июнендә һуғыш башланғанын йәш һалдаттар башта аңламай тора. Берҙән, барыһы ла көтөлмәгәндә була, икенсенән, был ваҡытта улар хәрби күнекмәләр үткәрә. Әллә һуғыш, әллә әҙерлек, аңламаҫһың... Көсөргәнешле оборона тотһалар ҙа, немецтар сикте тапап-иҙеп үтеп китә. Шяуляй, Елгава ҡалаларын алғас, фашистар Ригаға йүнәлә. Беҙҙекеләргә иһә сигенеүҙән башҡа сара ҡалмай. Рига өсөн һуғыш өс көн, өс төн дауам итә һәм немецтар файҙаһына була. Ошо алышта Даян ҡаты яраланып, аяҡтары йөрөмәҫлек хәлгә ҡала. Аптырағас, иптәштәренә йөк булмайым тип, үҙен ҡалдырып китеүҙәрен үтенә. Уны бомба төшкәндән ҡалған соҡорға маскировка яһап һалып китәләр. Урманда яугирҙе бер латыш табып алып, Рига госпиталенә илтә. Был хаҡта Н. Асанбай: “...Даянды үҙенең яугир­ҙәре күреп алып, тиҙ генә ҡала дауаханаларының береһенә илтеп һалды, уға һауығыуын теләп, утлы ташҡын аша сигенеүҙәрен дауам итте”, — тип яҙа. Ләкин был дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Дауаханала Даян Миса утары балта оҫтаһының улы Василий Иванович Петуховҡа әйләнә. Эш шунда: ошонда уҡ Иван исемле моряк та дауаланып ятҡан була. Ике һалдаттың да совет яугире икәнлеген белгәс, гестапо ҡулына эләкмәһендәр өсөн, табип уларҙың исемдәрен үҙгәртергә мәжбүр була.
Ошо урында тағы ла бер артҡа сигенеү яһайыҡ. Н. Асанбай: “Бер ай тигәндә саҡ һушына килде Мурзин, аяҡтарындағы яралары төҙәлерлек түгел ине әле, өс ай дауаланылар уны: июль, август, сентябрь айҙары мәғәнәһеҙгә үтте лә китте...” — тигән. Д. Мурзиндың “Дошман тылындағы фронт” китабында иһә автор табиптарҙың нисек ҡабул итеүе, икенсе исемгә күсеүе, моряк Иван менән танышыуы, үҙен алып килгән латыштың “лимонка” биреүе һ.б. хаҡында яҙа.
Һорау алыусынан үҙен йәлләттереү маҡсатында Даян күп тапҡыр аңын юғалтҡанға һалыша, эске һиҙемләүе менән уның күҙҙәрен “дошман күҙҙәре”нә сағыштыра, сөнки дуҫ кеше яралы һалдаттан бер ваҡытта ла Ригаға ниндәй юлдар илтеүе хаҡында төпсөнөп тормаҫ, дауалар. Яман уйлы гестапо агенты ғына шулай эшләйәсәк – һәр хәлдә Даяндың шиге дөрөҫкә сыға. Ни өсөн тигәндә, палатаға дауалаусы табип менән бергә килеп ингән аҡ халатлы ят кешенең һалдаттарҙан һорау алыуы, яралары төҙәлгәндәрҙе Германияға эшкә ҡыуыуҙары хаҡында ишетеп, уйланып ята. Шунда Даяндың башына хәтәр уй килә: ҡасырға! Аяғы бер аҙ йүнәлгәс, Вера исемле шәфҡәт туташы ярҙамында моряк иптәше менән ҡасып китә. Дауахананан һуң тотош Белоруссияны йәйәүләп үтеп, Совет армияһы частарына ҡушылыу маҡсатында Украинаға килеп етә улар. Унда Сумы өлкәһенең Ямпольский районына ҡараған Михайловка тигән утарға яҡын урманда урынлашҡан “Тыуған ил өсөн” тигән партизандар отрядына барып эләгәләр – Даян Мурзин өсөн ысын партизан тормошо бына шунан башлана ла инде.
Башта разведка взводы командиры, унан разведка ротаһы командиры була, бер йылдан ашыу С. Ковпак етәкселегендәге партизандар отрядында һуғыша. 1943 йылда ҡаты яраланған егетте Мәскәүгә оҙаталар. Бында Даян 23 көн дауалана, бер үк ваҡытта ҡыҫҡа сроклы партизан мәктәбендә лә уҡый. Артабан Украинаның Донбасс ҡалаһында үҙе партизан отряды ойоштора, башҡа төркөмдәр менән бәйләнеш булдыра, улар менән дошман тылына диверсион һөжүмдәр яһай, ҡорал келәттәрен юҡ итә, тимер юлдарҙы шартлата.


(Дауамы бар).


Вернуться назад