Был китап иҫтәлек һаҡлай06.05.2015
Был китап  иҫтәлек һаҡлай “Ҡаҡшамаҫ һәм легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я...”) китабы донъя күргәс, Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандарының Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙенән сәфәр ҡылды. Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында иҫтәлек һаҡлаған район һәм ҡала музейҙарына, шулай уҡ айырым кешеләргә ошо китапты тапшырыу сараның маҡсаты ине.

Иҫтәлекле бүләкте Курск медицина универ­ситетындағы, Суджа һәм Тулалағы тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары ҡабул итте. Башҡортостан кавалеристарының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған Липецк (һуғыш осоронда – Курск) өлкәһенең Тербуны районына 25 китап бүленде.
Сәфәр барышында танылған шәхестәр менән дә байтаҡ осрашыу булды. Шундай кешеләрҙең береһе – Хәрби фәндәр академияһы президенты, армия генералы Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев Башҡортостан авторҙарының хеҙмәтен юғары баһаланы, иҫтәлеккә “Армия генералы Мәхмүт Гәрәев” тигән китабын бүләк итте. Ә Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандарының Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе, армия генералы Владимир Ермаков Борис Яковлевич Малородовҡа ойошманың иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрәкәттәге армия составына индерелеп, 1941 йылдың 15 декабрендә башланған Тула һөжүм операцияһы барышында азат ителгән өлкә биләмәһендә урынлаша. Ике ай самаһы дивизия оборона позицияларын әҙерләй, хәрби күнекмәләр үткәрә.
1942 йылдың йәйендә фронтта хәлдәр ҡырҡа ҡатмарлаша. 112-се кавалерия дивизияһы ҡараған 8-се кавалерия корпусы Курск (әле Липецк) өлкәһенең Тербуны районына күсерелә. 21 июндә кавалеристар, әҙер оборона позицияһын Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының уҡсылар подразделениеларына тапшырып, ашығыс рәүештә билдәләнгән урынға күсә.
Дивизия яугирҙәренә Тула ерендә һуғышырға насип булмай. Ләкин урындағы халыҡ йылы хәтирәләр һаҡлай, сөнки улар оҫта итеп яһаған нығытмалар ярҙамында уҡсыларыбыҙ дошмандың көнсығышҡа барған юлына кәртә ҡуйған. Вермахтың “Көньяҡ” армия төркөмөнөң һул флангы беҙҙең ғәскәрҙәрҙең ныҡлы ҡаршылығына осрап, Тула өлкәһендә һөжүмдән баш тарта һәм барлыҡ көсөн Сталинград, Кавказ йүнәлештәренә һала. Бының өсөн “Көньяҡ” армия төркөмө икегә (“А” – Кавказ һәм “Б” – Сталинград) бүленә.
Ер эшен яҡшы белгән яугирҙәребеҙ окопты ла оҫта ҡаҙыған, утлы нөктәләрҙе һәм дзоттарҙы ла ҡулай ергә урынлаштырған. Дошман самолеттарының бомбаға тотоуы ла оборонаны өҙә алмаған хатта. 1975 йылда был ерҙә Дан ҡурғаны асылған. Республикабыҙ делегацияһы иҫтәлекле мемориалға ла сәфәр ҡылды.
Китап донъя күреү менән уны тәүгеләрҙән булып Тула өлкәһенән һоранылар.






Вернуться назад