Бүләктең тосо эләкте06.05.2015
Бүләктең тосо эләкте Баҫыу-ҡырҙарҙың йәнә игенсене ашҡынып ҡаршы алыр мәле етте. Яҙмышын ер менән бәйләгән һәр кемдең күңеле ҡарҙан әрселгән яланға тартыла. Хәйер, ҡеүәтле тракторҙар баҫыуҙарҙы иңләй башланы ла инде. Ауыл хужалығы кооперативтары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары игенселәре менән бер рәттән, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары өсөн дә һабанда һайрашыр ҡыҙыу осор. Ҡеүәтле техниканы ауыҙлыҡларға беләктәрендә көс тә, белем дә етерлек. Ә өр-яңы заманса техника дәрттәрен бермә-бер арттыра.

Быға ошо көндәрҙә үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Юғары уҡыу йорто коллективы, айырыуса механика факультеты студенттары оло ҡыуаныс кисерҙе: “Агромашхолдинг” йәмғиәте (Чебоксар ҡалаһынан) “85-ТК” тракторын бүләк итеп шатландырҙы. Предприятиеның маркетинг һәм сауҙа департаменты директоры И. Орсик үҙенә йөкмәтелгән изге бурысты ҙур ихласлыҡ менән атҡарҙы. Өр-яңы техниканың асҡысын ҡабул итеп алыу бәхете механика факультеты студенты, “Башаҡ” студент отряды ағзаһы, “Иң яҡшы һөнәрсе-2014” исемен яулаған Айнур Ғәйнуллинға тәтене. Тракторға тәүләп ултырып, ҡабыҙып та ҡараны ул. Шулай ҙур ышаныс күрһәтеүҙәре юҡҡа түгел — Айнур былтыр һөнәре буйынса иң яҡшы белгес тип танылған.
Бүләктең тосо эләктеҠорал эшләй, оҫта маҡтана, тиһәләр ҙә, заманса техника менән эш итә белеү кәрәк. Был йәһәттән аграр университет студенттарының һынатҡаны юҡ. Әйткәндәй, университет Рәсәйҙең алдынғы юғары ауыл хужалығы уҡыу йорттарының береһе һанала, 55 төрҙәш уҡыу йорто араһында тәүге тиҫтә иҫәбенә инә. Ауыл өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләгән ғилми-белем биреү үҙәге лә ул – һөнәрен яҡшы үҙләштергән белгестәр менән дан тота. Әйтелгәндәрҙе раҫлаған бер миҫал килтерәйек. Мәҫәлән, диплом алып сығыусыларҙың 80 проценты яҙмышын ауыл һәм ер менән бәйләй. “Агромашхолдинг” йәмғиәте бүләк иткән техника ла уларға һөнәрҙәрен тәрәнерәк үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Быға проректор Рузил Авзалов та ышандырҙы.
– Башҡорт дәүләт аграр университеты “Россельмаш” менән күптән хеҙмәттәшлек итеп килә. Уның уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыуға индергән өлөшө ҙур. Мәҫәлән, 200 аудитория заманса төҙөклән­дерелде. “Агромашхолдинг” махсуслашты­рылған сауҙа-сервис компанияһына ифрат рәхмәтлебеҙ, — тине Рузил Хәкимйән улы.


Вернуться назад