Райондың элекке радиотапшырыуҙар студияһы мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирҙәүес Маликованы тынғыһыҙ, фиҙакәр кеше тип беләбеҙ.Йәш сағынан спорт, сәнғәт менән дуҫ ҡыҙ еңел атлетика менән шөғөлләнә, волейбол уйнай, велосипед, саңғы ярыштарында ҡатнаша, призлы урындар яулай. Дыуан ауыл хужалығы техникумында уҡып, зоотехник һөнәренә эйә була. 1963 йылда Илеш районына эшкә ебәрелә, хеҙмәт юлын Үрге Йәркәй урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.
Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙҙы ВЛКСМ райкомының икенсе секретары итеп һайлайҙар. Райондың радиотапшырыуҙар студияһы мөхәррире һәм дикторы итеп раҫланғас, “Йәшлек” радиожурналын ойоштора. Фирҙәүес Фәттәх ҡыҙы башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса әүҙемлек күрһәтә.
Ҡатмарлы һәм мауыҡтырғыс һөнәргә 34 йыл ғүмерен бағышлай ул. Йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнай, район Советы депутаты итеп һайлана, төрлө комиссияларҙың әүҙем ағзаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булып ҡатнаша.
Тынғыһыҙ Көйөргәҙе ҡыҙы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһы һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы тарафынан ойошторолған “Башҡорт ҡатыны — милләт әсәһе” I республика бәйгеһендә “Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ” номинацияһында II урынды яуланы.