Ҡыҫҡаса...06.05.2015
Еревандан 76 йәшлек пенсионер Григорий Типоян 9 Майҙа Мәс­кәү­гә йәйәү киләсәк. Ул Кремль янындағы Билдәһеҙ һал­дат һәй­кә­ленә сәскәләр һа­лырға теләй. Бының өсөн Типоян 22 мартта уҡ йортонан сығып киткән.
***
Льюис Кэрролдың өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып уҡыған “Алиса мөғжизәләр илендә” ти­гән китабы донъя күреүгә 150 йыл тулды. Ошо айҡанлы Лон­дондың Балалыҡ музейында күргәҙмә асылған.
***
Save the Children халыҡ-ара ойошмаһы әсәләр өсөн иң уңай­лы илде билдәләгән. Беренсе урында Норвегия булһа, икенсе һәм өсөнсө баҫҡыста – Финляндия менән Исландия. Рәсәй – 56-сы, Сомали икенсе йыл рәт­тән иң артҡы урынды биләй.
***
Нью-Йорк штаты сенаты баш­лығы Дин Скелос һәм уның улы Адам ришүәтселектә, урлашыу­ҙа, аҡса талап итеүҙә ғәйеплә­неп, ҡулға алынған.
***
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү­ҙең 70 йыллығы хөрмәтенә Рәсәйҙең 70 ҡалаһында байрам тантаналары, Мәскәүҙә парад үтә­сәк. Сараға 30 дәүләт баш­лы­ғы киләсәген белдергән.
***
Рәсәйҙә биш миллион сама­һы кеше бронх астмаһы ауырыуы­нан яфалана. Йыл аҙа­ғын­да Санкт-Петербургтың “Фарм-фаб­рика” заводында был сиргә ҡар­шы һөҙөмтәле да­рыуҙар эш­лә­нә башлаясаҡ.
***
Байрам көндәрендә Ғафури районының Игенселәр, Оло Үтәш, Әлшәй районының Сурай ауылын­да Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһар­ман­дары иҫтәлегенә обелиск асыласаҡ.
***
Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исе­мен­дәге милли китапханала жур­налист, шағирә Зөһрә Ҡот­ло­гилдинаның “Һуғышта өтөл­гән бала саҡ” тигән китабының исем туйы үткәрелә. Йыйын­тыҡ­та Бөйөк Ватан һуғышы вете­ран­да­рының хәтирәләре тупланған.



Вернуться назад