Кемдең эш хаҡы юғары?06.05.2015
“Башҡортостанстат” ғинуар – февраль айҙары буйынса иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә уртаса эш хаҡы кимәлен билдәләне.

Рейтингта алдынғы урынды биләгән нефть эшкәртеүселәрҙең хеҙмәт хаҡы бер йыл эсен­дә 5 процентҡа артып, айына уртаса 54 444,6 һум тәшкил иткән. Килем йәһәтенән икенсе урынды файҙалы ҡаҙылма сығарыусылар биләй. Улар айына 40 932 һум эш хаҡы ала. Былтырғыға ҡарағанда тармаҡтағы хеҙмәт хаҡы 2,1 процентҡа артҡан. Өсөнсө урында — финанс эшмәкәрлеге (36 563,9 һум). Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә эш хаҡы былтырғы осор менән сағыштырғанда 0,5 процентҡа кәмегән. Исемлек аҙағында — күн, аяҡ кейеме етештереүселәр (айына 12 259,5 һум), ауыл һәм урман хужалығы эшсәндәре (13 520 һум), туҡыу һәм тегеү производствоһы хеҙ­мәткәрҙәре (13 691,2 һум). Башҡортостанда инфляция эш хаҡының 9 процентын “ашаған”.



Вернуться назад