Талпандың ағыуы үлемесле!06.05.2015
“Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығынан белдереүҙәренсә, 219 кеше, шул иҫәптән 63 бала ошо көндәрҙә талпан ҡаҙалыу сәбәпле медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткән.

1 апрелдән Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында 177 талпан тик­шерелгән. Туғыҙ бөжәктә энцефалит вирусы барлығы асыҡланған. Кешеләр араһын­да әлегә ундай сирҙе йоҡторғандар тер­кәл­мәгән.
Талпан ҡаҙалған икән, уны һаҡ ҡына тән­дән алырға һәм кисекмәҫтән махсус лабо­раторияға килтерергә кәрәк. Өфө ҡалаһында бындай ойошма Шафиев урамындағы 7-се йортта урынлашҡан. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Күмертау, Нефтекама, Бөрө, Стәр­летамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Салауат ҡа­ла­ларында ла филиалдары бар. Өфөләге лаборатория эш көндә­рендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 237-58-40.



Вернуться назад