Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау ярамай06.05.2015
Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының Санкт-Петербургта уҙғарылған медиафорумында фекер алышыу барышында төбәк телекомпаниялары мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелде.

– Һөйләшеү барышында төрлө кимәлдәге телекомпанияларҙың проблемалары күтә­релде, һөҙөмтәле фекер алышыу булды, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы, төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айыт­ҡолова.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты әйтеүенсә, тотош ил биләмәһендә эшләгән төп телекомпанияларға һәм урындағыларға бер үк ҡараш булмаҫҡа тейеш. Форумда ҡатнашҡан төбәк киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса спикерҙарҙың фекерен ишетергә теләгәйне. Асылда иһә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының ил биләмәһендә нисек эшләүе, уларҙың үҙ филиалдары менән бәйләнеше хаҡында ғына фекер алышыу булды.





Вернуться назад