Иртә таңдан һабантурғай менән ярышып...06.05.2015
Иртә таңдан һабантурғай менән ярышып... Арбаны ҡышын, сананы йәйен әҙерләргә ҡуша халыҡ әйтеме. Стәрлетамаҡ районында эшләп килгән, аҙыҡ-түлеге менән республиканан да ситтә таныш булған “Рощинский” совхозы эшсәндәре һәр саҡ был хәҡиҡәткә таянып йәшәй.
Яңы йыл байрамы үтер-үтмәҫтән улар техниканы барларға, йүнәтергә тотона. Орлоҡ, ашлама ҡайтарыу мәсьәләһен дә хәл итә. Күрәһең, шуға баҫыу эштәренә ҡурҡмай аяҡ баҫалар, сәсеүҙе сабырһыҙланып көтөп алалар. Быйыл да, апрель һалҡын килеүгә ҡарамаҫтан, “рощинский”ҙар кү­ңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй ялан-ҡырҙарға йүнәлгән.
Икмәк үҫтереүсегә байрам да, ял да юҡ, тиҙәр. Беҙ совхоздың 2-се цехына барып ингәндә нәҡ байрам алды ине, ә егеттәрҙә уның ҡайғыһы юҡ – орлоҡ ағыулау менән мәшғүлдәр.
– Яҙғы сәсеүгә планлаштырылған ер 17 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Шуның байтаҡ өлө­шөн бойҙай культуралары аласаҡ. Күп йыллыҡ үләндәр, өҫтәлмә аҙыҡ буйынса эштәр тамамланды, хужалыҡта өс мең гектарға яҡын ер эш­кәртелде. Әле орлоҡ ағыулайбыҙ, – тип ҡаршы алды баш агроном Мөнир Таһиров. Ысынлап та, крәҫтиән өсөн иң яуаплы мәл­дәрҙең береһе бит.
Райондың Рязановка ауылы егеттәренә эш урыны булдырған әлеге цехта операторҙар баштан-аяҡ ағыуға сумған ине. Шуға ҡарамаҫтан, хәүефләнергә урын юҡ – уларҙы тейешле йыһаз менән тәьмин иткәндәр.
– Махсус кейем булғанда, бер ни ҙә ҡурҡыныс тү­гел, – ти Евгений Сосунов менән Юрий Япрынцев.
Дөрөҫөн әйткәндә, хужалыҡта хеҙмәткәрҙәргә булған мөнәсәбәтте бынан башҡа ла белеп була: юғары эш хаҡы түләнә. Шуға егеттәрҙең тырышып эшләүенә аптырарға түгел. Ә уңғандар етерлек бында: Илдар Йәрмөхәмәтов, Валерий Васильев, Василий Дробязко, Флорид Сәйфуллин, Илгиз Туҡаев, Павел Михайлов, Александр Сурков... Бындай егеттәр булғанда, сәсеү ҙә “һә” тигәнсә тамамланыр!
Бөгөн, әлбиттә, “Рощинский” совхозында инде сәсеүҙең ҡыҙған мәле. Орлоҡ төшкән ерҙең майҙаны сәғәтләп түгел, минутлап арта бара. Шуға аныҡ ҡына һандар тураһында һүҙ йөрөтөүе ауыр. Иң мөһиме – көндәр аяҙ торһон, ул саҡта барлыҡ 17 мең гектарҙа ла эш ваҡытында башҡарылыр.





Вернуться назад