Рәхмәт һүҙе05.05.2015
Алыҫ Мәскәүҙә йәшәүемә ҡарамаҫтан, 75 йәшлек юбилейымды тыуған Башҡортостанымда ла билдә­ләргә форсат булды. Ошо уңайҙан байрам кисәһен әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҙур ярҙам иткән­дәргә, уға ҙур әһәмиәт биреп, әүҙем ҡатнашҡандарға оло рәхмәтемде белдергем килә.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығына, Мәғарифты үҫтереү институтына, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына, Стәрлетамаҡ филиалына, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына, Башҡортостан “Китап” нәш­риәтенә, Стәрлетамаҡ, Өфө киң профилле һөнәри белем биреү колледждарына, Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжына, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакция­һына, “Просвещение” нәшриәтенең Санкт-Петербург филиалына һәм башҡаларға иң изге теләктәремде юллайым.
Көйөргәҙе районы (тыуған ерем) хакимиәтенә, Ишембай районы хакимиәтенә һәм Смаҡай ауылының территориаль йәмәғәт үҙидараһына (үҫкән ерем) айырым рәхмәтемде еткерәм.
Юбилейға арнап “Мөғәллимә Земфира Сәхипо­ваға — 75 йәш” тигән иҫтәлекле китап сығарған өсөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Ғәлимоваға бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәтемде һәм ҙур ихтирамымды белдерәм. Юбилейға өлгөртәм тип, көнө-төнө арыу-талыуҙы белмәй “Йәшлекте лә була оҙайтып” һәм “Күк япраҡ­тар” исемле китаптарҙы нәшер иткән тәжрибәле мөхәррир, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Әлфиә Әсәҙуллина-Кәримоваға ихтирамым һәм рәхмәтем әйтеп бөткөһөҙ. Һәм был баҫмаларҙы әҙерләү осоронда профессиональ ярҙам иткән күренекле шағирәләр Гөлфиә Юнысоваға, Тамара Юлдашеваға, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға, Гүзәл Ситдиҡоваға иң изге теләктәремде белдерәм.
Мәжлескә — йәм, ҡунаҡтарға дәрт өҫтәүсе мәшһүр ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәковҡа үҙемдең генә түгел, бөтә ҡунаҡтар исеменән ихлас рәхмәтемде еткергем килә.
Апайым Ленаға, эштәрен һәм уҡыуҙарын ҡалды­рып, алыҫ ерҙе яҡын итеп, ҙур ихласлыҡ менән балаларын эйәртеп килгән ҡыҙым Заремаға һәм кейәүем Байрамға, башҡа туғандарыма, курсташтарым Рәмзиә Ғүмәроваға (Байназароваға), Сажиҙә Ибраһимоваға (Ҡоҙаҡаеваға), Нәҡиә Рәхмәтуллинаға (Ҡоҙабаеваға), Венера Шамсуароваға (Әфләтү­новаға), аспиранттарыма, ҙурлау, хөрмәт итеү йөҙө­ән килгән барлыҡ ҡунаҡтарыма ҙур рәхмәтлемен.
Кисәне ойошторған, оҫта итеп алып барған тәж­рибәле сценарист һәм режиссер Франгиза Илбә­ко­ваға, Башҡортостан телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре Шәүрә Ғилмановаға, Сәрүәр Суринаға, Рәйсә Абдул­линаға рәхмәтем сикһеҙ ҙур. Шулай уҡ “ТВ-кафе” етәксеһе Миләүшә Хәбир ҡыҙына йылы тойғоларымды еткерәм.




Вернуться назад