Йәрмәкәй ҡыҙы Инйәрҙе үҙ иткән05.05.2015
Күптән түгел ғүмер буйы Инйәр мәктәбе ятағында тәрбиәсе булып эшләгән Хөснийыһан Янышева менән әңгәмәләшергә тура килде. Ул – Йәрмәкәй районының Сөйәрмәт ауылынан. Хеҙмәт ветеранының хәтирәһен гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итмәксемен. Һүҙ – уға:

– 1930 йыл ине, минең II класта уҡып йөрөгән сағым. Ауылда “етеш йәшәгән ғаиләләрҙе ситкә ҡыуалар икән” тигән хәбәр таралды. Әллә ниндәй маҡтанырлыҡ хәлдә булмағас, алып китеүҙәренә ышанманыҡ. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәрҙең ун балаһы булды, барыһы ла эшкә бик шәп, тырыш ине. Бына шулай яҡшы ғына донъя көткән ваҡытта олатайҙың ике улын Бәләбәйгә төрмәгә алып киттеләр. Ни өсөн? Белеүсе юҡ. Күп тә үтмәй, ике туған ағайҙарҙы — 60 йәште уҙған бабай менән кесе улдарын — яптылар. Ошо бәләкәй генә Сөйәрмәт ауылынан байтаҡ ғаилә ҡулға алынды. Төрмәлә тотҡандан һуң, 1931 йылда балаларын, ҡатындарын һөргөнгә оҙаттылар.
Бөтәбеҙ ҙә Белорет районына эләктек. Ҡул­да­рыбыҙҙа — бәләкәй генә төргәк. Күмәклә­шеп йәйәү­ләп киттек. Стәрлетамаҡ, Маҡар һәм башҡа ауылдар аша, бик оҙаҡ юлда булғандан һуң, Урта Төлмәйгә килеп еттек. Был ҡасаба яңы төҙөлә башлаған. Өс яҡтан һыу уратып алған ҡалҡыу­лыҡ­тағы ҡарағайҙарҙы йығып, барактар бурайҙар. Ашарға аҙыҡ, кейергә кейем, юл юҡ. Үлән менән туҡланырға мәжбүрбеҙ. Белорет районында бындай ҡасабалар байтаҡ ине: Урта Төлмәй, Көҙйылға, Капкалка, Нура, Ярматау. Ҡайҙа ғына барһаң да, коменданттан рөх­сәт алырға кәрәк. Эшселәрҙе һорауһыҙ киткәндәре өсөн каталажкаға ябып ҡуялар. Йән башына 300 грамм арыш оно бирәләр. Яҡын-тирәлә ауылдар юҡ. Иң яҡындары — 30-40 километрҙа ятҡан Асы, Манышты, Инйәр, Бирҙеғол.
Аслыҡ бик көслө булды, хатта көн һайын барактан баракка йөрөп, мәйеттәрҙе йыйҙылар. Мәр­хүм­дәрҙе бер соҡорға күмделәр. Аслыҡҡа сыҙай алмай, 1932 йылда Самодуровка яғына ҡастыҡ. Ауылға ҡайтып, бер кис ҡунғас, иртә менән атайымды алып та киттеләр. Беҙ күрше апайҙа тороп ҡалдыҡ. Атайымды бер ай Бәләбәй төрмәһендә тотоп, тағы ла Урта Төлмәйгә оҙаттылар. Тағы бер йыл тыуған ауылда йәшәгәндән һуң, әсәйем менән һеңлем Урта Төлмәйгә атайым янына китте. Ауылда тамырыбыҙ бөтмәһен тип мине ауылда ҡалдырҙылар. Бик ауыр булды. Минең ыҙалаған­ды күреп, яңғыҙ йәшәгән апай үҙенә алды. Уның биш һәм ете йәшлек малайҙары бар ине, шуларға күҙ-ҡолаҡ булдым.
Йәй колхозда утауҙа булдым, бәрәңгелектең сүбен утайым. Ошолай тамаҡ туйҙырҙым. Ашарға етмәгәндә, яҡын ауылдарға йөрөп, хәйер һораш­тырҙым. Халыҡ үҙе ас. Иң тәүҙә: “Кем балаһы?” — тип һорайҙар. Атай-әсәйҙе белеүселәр, уларҙың таныш-белеше бәрәңге, он, ярма һәм башҡа ашамлыҡ биреп, оҙатып ҡуйҙы. Нисек кенә ауыр булмаһын, IV класты уҡып бөттөм.
1935 йылда атайым ҡайтып төштө. Өҫ-башы арыу ғына күренә ине. Минең хатымды алғас та, комендантҡа барып һөйләшкән. Яҡшы эшләгәне өсөн яңы кейем, юлға аҡса биреп, мине алырға ебәргәндәр.
Бына яңынан Урта Төлмәйҙәбеҙ. Йәшәүе еңел түгел, әммә белем алырға кәрәклеген аңлап, Белоретҡа йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Минең менән бергә Ғәлиә Ситдиҡова ла булды. Урта Төлмәйҙән Белоретҡа тиклем 45 километр араны беҙ аяҡҡа сабата кейеп, өҫ-баш ярым-яланғас ике ҡыҙ йәйәүләп, кәрәкле әйберҙәрҙе йөкмәп үттек.
Йәй атайым менән һыйыр көттөк, сабата үрҙек. 1942 йылда Урта Төлмәйҙә үҙем кеүек ата-әсәләре менән һөргөнгә килгән егеткә кейәүгә сыҡтым. Хәләл ефетем — Әсҡәт Янышев. Шул уҡ йылда балалар уҡыта башланым, сөнки һуғышҡа киткән уҡытыу­сыларҙың урындары бушап ҡалғайны. Тейешле бе­лем булмау сәбәпле, Белорет педагогия учи­ли­щеһына ситтән тороп уҡырға индем. Уны 1944 йылда уңышлы тамамланым.
1948 йылда — Рәүәткә, 1949 йылда Инйәргә күсеп килдек. Уҫманғәлегә йөрөп I—II класс балаларын уҡыттым. Шулар араһында киләсәктә Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры булып китәсәк Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов та бар ине.
Һуңынан Инйәр мәктәбе ятағында тәрбиәсе булдым. Эшемде хаҡлы ялға киткәнсе, йәғни 1978 йылға ҡәҙәр дауам иттем. Ятаҡта дүрт бүлмәлә 45-50 бала булды. Ашхана айырым бүлмәлә ине, һауыт-һаба етешмәне. Аҙыҡ-түлекте өйҙән ташынылар. Бер нисә йылдан һуң дауахана янындағы башланғыс мәктәпкә күстек, яңынан биш бүлмәле ятаҡ һалынды.
Эшемде бик яратып башҡарҙым. Бер генә уҡыу­сым да, беҙ ятаҡта ас йөрөнөк, тип әйтә алмаҫ. Һыу булмаһа, күмәкләп һыу, утын булмаһа, кү­мәкләп утын ташыныҡ. Транспорт булмағанда, аҙыҡ-түлекте күтәреп алып ҡайттыҡ. Егеттәр ауыр эште башҡарҙы, ә ҡыҙҙар көстәренән килгәнсә егелде.
Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе ҙур кеше булып танылды. Улар араһында уҡытыу­сы­лар, табиптар, офицерҙар бар. Күптәре атҡаҙан­ған тигән исемдәргә лайыҡ булды, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
...Хөснийыһан Янышева 1978 йылдан бирле хаҡ­лы ялда. Эш осоронда күп тапҡыр маҡтау ҡағыҙ­ҙарына һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булды. “1941—1945 йылдарҙа эшләгән өсөн” миҙалы ла бар.





Вернуться назад