Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” хикәйәһе буйынса сәхнәләштерелгән спектаклде
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Өфө тамашасыһы хөкөмөнә сығарҙы.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры шығырым тулы ине, хатта ултырғыс ҡуйып ҡарағандар ҙа күп булды.Урыҫсаға “Бәхет” тип тәржемә ителгән “Йәнкиҫәк” пьесаһы әсә булыу бәхетен татыр өсөн намыҫын аша атлап, дыуамал аҙымға барған, кеше йәберләүҙәрен кисереп йәшәгән түҙемле, көслө ҡатындың ғүмер тарихын тасуирлай. Һуғыштан һуңғы осорҙа ир-егеттәрҙең аҙ булыуы арҡаһында килеп тыуған проблема-ысынбарлыҡ сәхнәлә киҫкен рәүештә сағылды. Сибай актерҙары һәр эпизодты тетрәндергес башҡарҙы, спектаклдең башынан аҙағына тиклем тамашасыларҙы көсөргәнештә тотто.
Тормоштоң әсе дөрөҫлөгө оло һәм йәш быуын актерҙарының оҫта уйнауында тәбиғи һынланды. Төп ролдәге ауыр яҙмышлы ҡатындың тормошонда булған хәл-ваҡиғалар залда ултырыусыларҙы битараф ҡалдырманы тип әйтергә була – тамаша дауамында мышҡылдауҙар даими ишетелеп торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ир-егеттең дә йөрәге сәхнәләге күренештәрҙән һыҡтаны, улар ҙа йәштәрен тыя алманы. Антракт ваҡытында ла кешеләрҙең ныҡ тәьҫирләнгән йөҙҙәрен күреү әҫәрҙең көслө йоғонтоһон дәлилләй.
Халыҡсан телле яҙыусы, ғәҙел булмаған донъяла әҙәм балаларының күпме ғазап-әрнеү кисереүен тәфсирләп, төрлө характерлы кешеләрҙең киҫкен бәрелешен, түрәнең үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуы арҡаһында тыуған конфликтты ышандырырлыҡ сағылдыра.
— “Йәнкиҫәк” хикәйәһен уҡып сығып, Илсур Ҡаҙаҡбаев миңә театр сәхнәһе өсөн пьеса яҙырға тәҡдим иткәс, шатланып риза булдым. Ысынын әйткәндә, уны илай-илай яҙҙыҡ, — тине Тимерғәле Әбделғәлим улы.
— Спектаклдең премьераһын беҙ Сибай ҡалаһына барып ҡараныҡ. “Йәнкиҫәк” спектакле — Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына лайыҡлы бүләк. Театр коллективына һәм Тимерғәле Әбделғәлим улына “афарин” тиергә генә ҡала, — тип халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев үҙ фекерен белдерҙе.
— Көслө ихтыярлы ҡатын Миңйыһан образы автор тарафынан төрлө аспектта асыла. Яңғыҙлыҡтан асырғанып, киләсәге хаҡына тәүәккәл аҙымды яһауы көсөргәнешле эске көрәш арҡылы хәл ителә. Тиҫтерҙәре әйткән кәмһетеү һүҙҙәренән үҫмер йәшенә еткән улының өҙгөләнеүҙәре Миңйыһандан тағы ла аҡыл һәм сабырлыҡ талап итә: ул хат яҙырға көс таба. “Атаһы”ның хатын уҡып ҡыуанған малайҙың күңел тантанаһын, уны күкрәгенә ҡыҫып шатланыуҙарын аңлатырға һүҙ етмәй, тамаҡҡа төйөр тығыла, үкереп илауҙан көскә тыйылып ҡалаһың. Сабиттың адресын мәңгелеккә күҙен йомор саҡта ғына улына биреүе лә — башҡорт ҡатындарына хас ғорурлыҡ, ныҡлыҡ өлгөһө. Малай атаһын таптырғанда адресты биргән булһа, бәлки, яҙмыштары ла икенселәй булыр ине, тигән үкенес тә тыуа... — тине шағирә Әлфиә Әсәҙуллина.
Спектакль һуңында тамашасыларҙың һөйөүен яулаған актерҙарҙы, автор Тимерғәле Килмөхәмәтовты, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевты халыҡ оҙаҡ алҡышланы, сәскәләргә күмде.
Йәштәрҙе хаталы аҙым яһауҙан киҫәткәндәй, әҫәр уйға һала, ҙур фәһем бирә. Элекке заманда бәхетле булыу өсөн күп ҡаршылыҡтар, юғалтыуҙар, күңел яралары аша үтеп тә бирешмәгәндәр. “Йәнкиҫәк” хәҙерге заманда ваҡ-төйәк ығы-зығы өсөн оло ғауға ҡуптарып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмаҫҡа өндәй, һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында икәнен иҫбатлай.
Динара КӘРИМОВА,
БДУ студенты.