Арыҫлан йөрәкле ирҙәр05.05.2015
Арыҫлан йөрәкле ирҙәр ...Беҙ уның бер туған ҡустыһы Әҡсән менән таныш булғанбыҙ икән.
Әле лә хәтеремдә: 1991 йылдың йәй аҙағы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләйем, бер төркөм әҙиптәр – Хәсән Назар, Таңһылыу Ҡарамышева, Азат Мағазов, Салауат Әбүзәр – ул саҡтағы Свердловск ҡалаһына барҙыҡ. Осрашыуҙар уҙғарҙыҡ, урындағы башҡорт милли йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән күрештек. Йәмәғәтселәр араһында Сөхфәт Надиров, Нәүфил Шәүҡәтов менән Әҡсән Арыҫлановтар бар ине.


Әйткәндәй, өлкә ҡалаһындағы Мәжит Ғафури исе­мендәге милли-мәҙәни үҙәк етәксеһе Сөхфәт Надиров бынан алда ғына өйөмдә ҡунды. Ул Свердловск ҡалаһында башҡорт яҙыусылары һәм артистары менән осрашыу ойоштороу маҡсаты менән Өфөлә йөрөп ята ине. Ғафури райо­ны артистарын Сверд­ловскиға ба­рырға ҡоҙаларға тип, Красноу­сол­ға йы­йындыҡ. Унда “Табын” район гә­зи­тенең баш мө­хәр­рире Нияз Сәлимов беҙҙе үҙҙәренә алып ҡайт­ты.
Свердловскиҙа булғаныбыҙ, ҡәр­ҙәш­тәр менән ос­рашыуыбыҙ бөгөн­гөләй хәтерҙә. Бер нисә шығырым тулы мәҙәниәт һарайында халыҡ ара­һында сығыш яһаныҡ, Ғафури районы һәүәҫкәрҙәре үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Ул осорҙа күрше өлкәлә ғәйнә башҡорто Сөхфәт Надиров ме­нән Ҡатай ырыуы вәкиле Әҡсән Арыҫлановтар милли-мәҙәни хәрә­кәт­тең ысын ли­дерҙары ине. 1990 йылда улар “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең Свердловск бүлеген ойоштора, бер нисә ҡала, район мәктә­бендә туған телде өйрәнеү клас­тары астырыуға өлгәшә. Шулай өлкәлә мил­ли рух өсөн көрәш йәйелде­рә­ләр, төбәктә йәшәгән башҡорт, та­тар­ҙарҙың милли-мәҙәни их­тыяж­да­рын ҡайғыртып, уларҙың үҙ сәнғәтенә ҡарата булған һыуһынын ҡан­дыралар. Нисәмә тапҡыр Баш­ҡорт­остан, Татарстан артиста­ры­ның, яҙыусыларының сәфәрен ойошторалар. Әҡсән Арыҫланов ме­нән Сөхфәт Надиров 1995 йылда Өфөлә I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йында делегат булып ҡатна­ша, ә Ауырғазы һабан­туйында улар­ға элек тархан­дар­ҙа ғына булған башҡорт еләне кейҙерәләр. Һуңынан тыуған Юлдаш-Ҡатай ауылына ҡайт­ҡанда ла Әҡсән (ул 1986 йылда ауылдың 400 йыл­лығын ойоштора, 2010 йылда вафат була) еләнен һис иңенән төшөрмәй.
...Бына шундай илһөйәрҙең бер туған ағаһы ул Әсләм ағай Арыҫ­ланов. Ул – Свердловск дәүләт педаго­гия институтын тамамлаған уҡы­тыусы. 1974 йыл­да Башҡорт АССР-ы “Госстрах” идаралығының кадр­ҙар бүлеге начальнигы, аҙаҡ Башҡортостан Һаҡлыҡ банкының шу­лай уҡ кадрҙар һәм махсус хеҙ­мәттәр бүлеге начальнигы була.
Нәҡ ошонда эшләгәндә Ҡатай балаһы Әсләмде Һаҡлыҡ банкы сис­темаһында, етәкселектә башҡорт­тар­ҙың аҙ булыуы аптырата. Был уны милли хә­рәкәткә, үҙ тарихы та­мырҙарын юллауға килтерә. Әсләм Ислам улы боронғо Ҡатай ырыуы тарихын өйрәнә башлай, ошо хаҡта ике китап – “Юлдаш-Катай Нязепетровский и известные катайцы” (Уфа, 2011), “Между Азией и Европой” (Уфа, 2014) – яҙа, ҡатайҙар ара­һынан яңы шәжәрәләр таба.
Шундай риүәйәт тә бар: “Бынан 500 йыл әүәл Ҡатай тауында (хәҙер ул Нязепетровск ҡалаһының урта­һын­да ҡалған) Ҡатай исемле бай, дә­рәжәле башҡорт йәшәй. Уның дүрт улы була. Олоһо – Оло Ҡатай. Оло Ҡатай әлеге Өфәлей һыртын, Ҡара­баш, Ҡыштым, Кәсле ҡалалары, Арғаяш, Ҡоншаҡ районы биләмәлә­рен биләй. Уртансыһы – Ҡайып Ҡатай Өфө (Ҡариҙел йыл­ғаһы тип беҙ атаған йылғаны ҡа­тайҙар Өфө йылғаһы тип йөрөтә, ә Ҡариҙел тип башҡорттар элек Каманы атаған икән) йылғаһы буйҙарын ала. Өсөнсөһө – Юлдаш Ҡатай әлеге Юлдаш тирәһенә (Силәбенең Нязепетровск районы ауылдары), Бала­ҡатай районы биләмәләренә ултыра”.
“Башҡорт ырыуҙары” (Р.З. Йәнғу­жин, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Өфө, 2007) китабы буйынса Яланҡатай, Иҙел­ҡатай, Инйәрҡатай һәм башҡа­лар – улар бөтәһе лә ОлоҠатай менән Бала Ҡатайҙың нәҫелдәре. Әсләм Арыҫла­нов билдәлә­үенсә, ХIХ быуат һу­ңын­да был риүәйәттәр ололарҙың раҫлауы – һүҙе булып йөрөгән.
Автор ошо иҫтәлектәр нигеҙендә тыуған ауылы Юлдаш-Ҡатайҙа, Баш­ҡортостандың әлеге балаҡа­тайҙар йәшәгән төбәге – Балаҡатай районы ауылдарында (Билән, Кәркәй, Иҫке Масҡара, Әшәй) шәжәрә байрамдары, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кисәләре ойоштора. Был эшкә бөтә яҡташ­та­рын, урындағы етәкселәрҙе, журна­лис­тарҙы йәлеп итә.
Әсләмдең иҫе китә: башҡорт ерҙә­ре ҡайһылай өҙгөләнгән-йыртҡы­лан­ған, ысын мәғәнәһендә уңған ки­лен­дең теткеләнеп бөткән алъяп­ҡысына оҡшап ҡалған! Бала Ҡатай уланының үҙәге өҙөлә. Исмаһам, ти, ул тарихи хәтерҙе һаҡлайыҡ, баш­ҡорт халҡының үткәнен онотмайыҡ. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, беҙҙең үткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙ туранан-тура бәйле. Әлеге Силәбе, Свердловск өлкәләре – башҡорт ерҙәре, унда ме­ңәр йылдар буйы ата-бабаларыбыҙ йәшәгән! Әле лә беҙ ул ерҙәрҙән тайпылырға, баш тартырға тейеш түгелбеҙ! Ошо башҡорт ауылдарын­да Шәжәрә байрамдары, ырыу йыйындары үткәреү үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе танытыу, ҡайҙа, ниндәй ерҙә йәшә­үе­беҙҙе, ҡайһы яҡтың һыуын эсеүе­беҙҙе бүтән ят бауырҙарға иҫкәртеү ҙә ул.
Әлбиттә, ошондай оло йыйын­дар­ҙы ойоштороу шәхестән ҙур тү­ҙем­лек, етәкселек һәләте талап итә. Был – бик тә мәшәҡәтле, ығы-зығылы шөғөл. Һәм, нисек кенә сәйер то­йолмаһын, Әсләм Арыҫланов, Әҡ­сән­дең туғаны, был эштәрҙән ялҡмай ҙа, һынмай ҙа, бөгөлөп тә төшмәй. Ни әйтәһең инде, уның был фиҙакәр хеҙмәтенә рәхмәт­тәр генә уҡып, хупларға ҡала. Илем, телем, халҡым тип йүгереп йөрөгән ошондай илһө­йәребеҙҙе бары ҡеүәт­ләргә, уға һәр төрлө ярҙам, хөрмәт күрһәтергә кәрәктер. Ундай заттар үҙҙәре өсөн тырышмай, уларға был оло эштәре өсөн бер кем бер тин дә түләмәй, гәрсә дәүләт ундай эшмә­кәрлекте үҙ яҡлауына алырға бурыслы булһа ла...

Ринат КАМАЛ,
яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.


Вернуться назад