Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ05.05.2015
Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ Ярославль ҡалаһында үткән социаль хеҙмәткәрҙәрҙең Бөтә Рәсәй форумы йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бергә һағайыу, икеләнеү, өмөт тойғоларын да уятты. Федераль бюджет буйынса ҡатмарлы эш дауам иткәнмәлдә, социаль йөкләмәләр күләме кәметелмәҫме? Ә бит социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыусылар һаны илебеҙҙә 35 миллионға етә, ошо хәтлем “армия”ны ярҙамдан мәхрүм итмәү өсөн күпме эш башҡарылырға, финанс бүленергә тейешлеген күптәр белеп тә еткермәйҙер.
Йыйында ябай халыҡты борсоған үтә мөһим мәсьәләләр ҡаралды: социаль хеҙмәт­ләндереү һәм социаль хеҙмәттәр өлкәһендәге проблемалар, ауыл ерендә ошо эште ойоштороу, ғаилә һәм балалыҡты яҡлау. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев форумда ҡатнашыусыларға “социаль ярҙам һәм социаль яҡлау системаһы заманса һәм кеше­ләрҙең ихтыяжына яуап бирерлек булырға тейеш” тигән ҡатмарлы бурыс йөкмәтте.
2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә кергән “Рәсәй Федера­цияһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү нигеҙҙәре тураһында”ғы яңы Закон ауыр хәлгә тарыған, эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалған, йәшәү шарттары насарайған кешеләргә ныҡлы таяныс булыр төҫлө. Уның пилот проекты былтыр республикабыҙҙың Благовар, Бүздәк, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй башлағайны инде. Ыңғай тәжрибә ошо йылдың 1 июленән башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ.
Яңы Закон 1995 йылда ҡабул ителгәненән ҡайһы яҡтары менән айырыла һуң? Быйылғы оло форумдың өҫтөнлөгө ниҙә? Беребеҙҙе лә битараф ҡалдырмаған һорауҙарға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева яуап бирҙе.

– Законда өлкәндәргә һәм инвалид­тарға хеҙмәттәр күрһәтеүҙең яңы тәртибе өс принципҡа таянып эшләнгән: социаль хеҙмәттәрҙән һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеге; мөһим бурысты баш­ҡарыусыларға талаптарҙың арттырылыуы; граждандарҙың ярҙамды үҙҙәре теләгән, күнеккән мөхиттә алыуы. Һәр кем өсөн шәхси программа төҙөлөүе, ярҙамдың төрө, күләме, ваҡыты асыҡ билдәләнеүе лә – яңы күренеш. Тарихта тәү тапҡыр халыҡты социаль хеҙмәт­ләндереүгә дәүләткә ҡарамаған ойошмалар, эшҡыуарҙар ҙа йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, өлкән кеше ярҙам итеүсене үҙе һайлап алыу хоҡуғына эйә.
Социаль хеҙмәттәрҙең бушлай күрһә­телеүе лә мөмкин. Ул йән иҫәбенә тура килгән килем күлә­менә бәйле. Ярҙам кем тарафынан башҡары­лы­уы­на ҡара­маҫ­тан, яҡтар араһындағы мөнәсәбәтте хоҡуҡи көйләү, контролләү мәсьәлә­ләрен Баш­ҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙ өҫтөнә ала, хеҙмәттәр исемлеген дә, түләү күләмен дә, ярҙамға мохтаж граж­дандарҙы раҫлау тәртибен дә ул башҡара.
Һайлаусыларым йәшәгән төбәктәрҙә булғанда ауылдарҙағы социаль объект­тар­ҙың торошона күҙ һалырға ғәҙәт­ләнгәнмен. Мәҫәлән, Хәйбулла ра­­йо­нында 40 – 50 йыл элек төҙөлгән социаль учреждениеларҙың һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарының хәле бошондора, әммә ике-өс йылда ғына барыһына ла капиталь ремонт үткәреү мөмкин түгел. Ун ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башларға тора, бер ыңғай­ҙан кадрҙарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьә­ләһе лә хәл ителеүе һөйөндөрә.
Ҡайҙа ғына юл төшһә лә, өлкәндәр һәм инва­лидтарҙы социаль хеҙмәт­ләндереү үҙәгенә һуғылырға тырышам. Аҡъярҙағы ветерандар йортонда булған­да ололар көнкүреш шарттарына ла, туҡланыуға ла, персоналдың эшенә лә зарланманы. Киреһенсә, үҙҙәрен хеҙмәт­лән­дереү­селәргә оло рәхмәт белдер­ҙеләр. “Тик бына мун­са­һыҙ бик ҡыйын. Бураһы ла бар, төҙөлөш материалдары ғына етешмәй”, — тип үтенес­тәрен әйт­кәс, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бүребай тау-байыҡтырыу ком­бинатының генераль директоры Рөстәм Аблаев менән кәңәшләштем. Һөҙөмтәлә депутат ҡарттарҙы һөйөн­дөрҙө: өлкәндәр — мунсалы, етәксе рәхмәтле булды.
Ветерандар йортонда йәшәүселәрҙең күбеһе­нең туған-тыумасаһы юҡ. Әммә ҡайһы берҙәренең хеҙмәткә яраҡлы йәштәге балалары булып та, ата-әсәһен үҙ янына һыйындырмауы бик әсендерә. “Бында беҙҙе яҡшы тәрбиәләйҙәр ҙә бит, барыбер өйгә ҡайтҡы килә…” тигән уйҙарын моңһоу йөҙҙәренән уҡырға була. “Мираҫ” фонды ярҙамында үҙҙәренә телевизор бүләк иткәс, сабыйҙай шатлан­ғандарын күреп, күҙҙән йәш эркелде. Тормоштоң әсе-сөсөһөн иңендә күп татыған ололарға күп кәрәкме ни?!
Көньяҡ-көнсығыш төбәктең “баш ҡа­лаһы” Сибайҙа йыш булырға тура килә. Өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы стационар хеҙмәтләндереү бүле­ген­дәге осрашыу тәьҫораттары оҙаҡ йылдарға етер­лек. Ауыр тормош хәлендәге яңғы­ҙаҡтарҙы үҙенә һыйындырған, уларҙы яҡлауҙы, тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алған бүлексә коллективының эшмә­кәрлеге хөрмәткә лайыҡ. Ә бындай бүлексәләр республикала — 43!
Сибайҙағы инвалид балаларҙы дистанцияла уҡытыу үҙәге менән танышыу мәсьәләне төрлө яҡлап өйрәнеүгә юл асты. Үҙәк ҡалала һәм яҡын-тирәләге райондарҙа йәшәгән балаларҙы өйҙә уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Сәләмәтлек торошо буйынса мәктәпкә йөрөй алмаған 70 бала бында түләүһеҙ кәрәкле ҡорамалдарҙан файҙалана ала. Әлбиттә, яҡшы йыһазландырылған үҙәктең булыуы инклюзив белем алыуҙы, йәғни ғәҙәти мөхиттә сәләмәт балалар менән бергә уҡыу мөмкинлеген инҡар итмәй. Шуныһы шатлыҡлы: һөҙөмтә бар! Үҙәктә белем алған өс уҡыусы әле С.Витте исемендәге университетта уҡый. Минеңсә, дистанцияла уҡытыуҙы Сибай институты базаһында ла дауам итергә булыр ине, сөнки был ҡеүәтле белем усағының мөмкин­лектәре киң. Айырыуса информатика, педагогика, психология фәндәрен уҡытыу бик тә ҡулай булыр төҫлө.
Форумда эшләргә теләге булған пенсионер­ҙарҙың квалификацияһын камиллаштырыу тура­һындағы мәсьәләнең ҡаралыуы ла әһәмиәтле. Былтыр һөнәри белем алыуҙа алты меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, әммә был бик аҙ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының 53 төбәктә эшләп килгән “Өлкән быуын” проектын да йәнләндерәһе, камиллаш­тыраһы бар. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры­ның ҡарттар йорттарының һәм психоневрологик интернаттарҙың бик насар хәлдә булыуына, ундағы фажиғәле ваҡиғаларға туҡталып, төбәк етәкселәрен уларҙа мотлаҡ булырға, эште контролгә алырға ҡушыуы юҡҡа түгел. Өҫтәүенә ярҙамға, тәрбиәгә мохтаж өлкәндәр социаль уч­реждениеларға урынлаша алмай йонсой, сөнки сират ҙур, урындарға ҡытлыҡ. “Был бит ҡулдан килмәҫлек эш түгел, ил тарихында бынан да ҡатмарлыраҡ бурыс­тарҙы хәл иткән саҡтар булды. Һүҙ халҡыбыҙҙың иң яҡлауһыҙ, дәүләт ярҙамына мохтаж ҡатламы тураһында барғанда, уйланып улты­раһы түгел, эшкә тотонорға кәрәк. Бөтә ҡарарҙар ҙа Мәскәүҙә ҡабул ителә тип тынысланырға ярамай. Аҡса табығыҙ, проблеманы мотлаҡ хәл итергә кәрәк. Ә беҙ эшкә тотонған төбәктәргә ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ”, — тип белдерҙе Хөкүмәт етәксеһе.
Тармаҡты яңыртыу, ҡулайлаштырыу шарттарында социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлегенә, һис шикһеҙ, талап артасаҡ. Улар элеккесә өлкәндәрҙең мөрәжәғәтен, үтенесен көтөп ултыра алмаясаҡ, ә үҙҙәренә беренсе булып ярҙамға ашығырға, ҡарттарҙың ихтыяжын өйрәнергә, эш стилен ҡырҡа үҙгәртергә тура киләсәк. Етди, төплө сығыштарҙың ифрат күплеге лә ғәжәпкә ҡал­дырмай, сөнки өлкәндәр өсөн медицина стандарттарын үҙгәртеү, гериатрия һәм паллиатив яр­ҙам­ды яҡшыртыу, ҡаты сирлеләрҙе өйҙә ҡа­рауҙы үҙ өҫтөнә алған туғандар өсөн тәрбиә мәктәптәре булдырыу — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Ни өсөн оло йәштәге, ауырыу ҡарттар дарыу алыу, субсидия юллау өсөн дә район үҙәктәренә йөрөргә тейеш? Ҡайһы бер төбәктәрҙә был мәсьәлә еңел, етеҙ хәл ителгәндә, күп ауылдарҙа ул һаман да ҡырҡыу проблема булып ҡала.
Йыйында ҡатнашыусыларҙың Рәсәй Хөкүмә­тенә тәҡдимдәре лә етерлек: 2017 йылға тиклем инвалидтар өсөн ҡулайлы мөхит программаһын дауам итеү; техник реабилитация саралары күләмен кәметмәү; әсәлек капиталын файҙаланыу даирәһен киңәйтеү; инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам сараларын көсәйтеү; пенсионер­ҙар хеҙ­мәтен дәртләндереү; медицина вузда­рын­да герантология, гериатрия мәсьә­ләләре буйынса белгестәр әҙерләү һәм башҡалар. Өҫтәүенә ул­лыҡ­ҡа алыусылар, опекундар, попечи­телдәр, инвалид бала тәрбиәләүселәр өсөн һалым ҡай­тар­маһы күләмен арттырыуҙы яҡлаған фекерҙәр ҙә яңғыраны. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы был мәсьәләне өйрәнгәндән һуң Дәүләт Думаһына закон проектын әҙерләп тапшырыуға мотлаҡ көс һалыр тип уйлайым.






Вернуться назад