Төбәк данын яҡлаясаҡ05.05.2015
Ер эшкәртеү, иген игеү, донъябыҙҙың түле булған икмәкте үҫтереү әүәл-әүәлдән маҡтаулы эш һаналған. Тап ошо изге һөнәр эйәләренә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү маҡсатынан уҙғарыла ла инде 17 – 23 майҙа Һарытау өлкәһенең Маркс районында һабансыларҙың IV асыҡ Рәсәй чемпионаты.

Шуныһы ҡыуаныслы: унда яҡташыбыҙ – Мәләүез районының “Сухайлы” крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Илдар Ишекәев – республика данын яҡлаясаҡ.
Илдарҙың бындай ярыштарҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашҡаны бар. Тырыш тракторсы һәр конкурс һайын тәжрибә туплап, оҫталығын арттыра барып, 2012 йылда – туғыҙынсы, 2013-тә алтынсы урынды яулаһа, былтыр иһә дүртенсе урынға лайыҡ булды.



Вернуться назад