Өҫтәмә ярҙам да буласаҡ05.05.2015
Башҡортостанда сәсеүҙе 20 – 25 майға тамамлау күҙаллана. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин яҙғы баҫыу эштәренә арналған селектор кәңәшмәһендә ошо турала хәбәр итте.
Быйыл дәүләт ярҙамының күләме һәм йүнәлештәре әүәлгесә һаҡланып ҡала. Агросәнәғәт комплексына федераль ҡаҙнанан — 3 миллиард һумдан ашыу, республика бюджетынан 1,5 миллиард һум бүлеү ҡарала.
Илдар Тимерғәлин республикаға өҫтәмә рәүештә федераль бюджеттан 800 миллион һум тотоноласағы хаҡында ла белдерҙе. Аҡса яңы эш башлаған фермерҙарҙы, ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыуға, һөткә субсидия бүлеүгә йүнәлтеләсәк. Март айында орлоҡҡа ҡытлыҡты бөтөрөү йәһәтенән 117 миллион һум аҡса ебәрелгән.
Кәңәшмәлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко райондарҙың баҫыу эшенә әҙерлек дәрәжәһе хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, быйыл баҙарҙа игенгә хаҡ һәм ихтыяж ярайһы уҡ юғары кимәлдә.