Дәүләкәндә яңы башлыҡ – Илшат Фәзрахманов05.05.2015
Дәүләкән район Советы Илшат Фәзрахмановты контракт буйынса муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһына раҫланы.

Ул 1977 йылда Әлшәй райо­нында тыуған. Башҡортостан дәү­ләт аграр университетын та­мамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты. Төрлө йылдарҙа Раевка шәкәр заводында эшләгән, “БашАгроСахар” ауыл хужалығы пред­приятиеһы директоры, “Ли­он-Аг­ро” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенең башҡарма директоры булған.
2003 йылда Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә дәүләт хеҙмәтенә күскән. 2012 йылдан әлегә тиклем Башҡортостан Хөкү­мәте Аппаратындағы Агросәнәғәт комплексы һәм урман хужалығы департаменты директоры булған.


Вернуться назад