Яҙғы баҫыу эштәрен көр кәйефтә башлап ебәрҙе әбйәлилдәр. Беренселәрҙән булып һоло сәсеүгә “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы филиалы төштө. Быйыл хужалыҡ игенселәре алдында 8767 гектарҙа яҙғы иген культуралары, шул иҫәптән 100 гектарҙа ҡаты бойҙайҙың “башкирская-27”сортын, 3607 гектарҙа йомшаҡ бойҙай, 1844 гектар майҙанда һоло, 1800 гектарҙа арпа сәсеү бурысы тора. Шулай уҡ тәүге тапҡыр 300 гектарҙа техник культураларҙан шепкән һәм 700 гектарҙа көнбағыш сәселәсәк.Филиал директоры урынбаҫары Айҙар Ғилманов әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәренә һигеҙ берәмек техника йәлеп ителгән.
— Әле тупраҡта дым етерлек, шуға күрә сәсеүҙе тиҙ арала атҡарып сығарыу кәрәк, — ти Айҙар Илдар улы. – Орлоҡ менән ҡытлыҡ юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙеке. Республика Хөкүмәте, һәр ваҡыттағыса, быйыл да үҙ ярҙамынан ташламаны, яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн субсидия бүленде. Шуныһы ҡыҙғаныс: былтыр 1300 гектарҙа сәселгән ужым культураларының 454 гектары ғына имен ҡышланы.
Сәсеүҙе тиҙ арала тамамлау өсөн баҫыу батырҙарына барлыҡ шарттар тыуҙырылған: улар ике сменала эшләй, ашнаҡсылар Динә Әхмәҙуллина менән Рәйсә Насырйәнова игенселәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.
Орлоҡ ташыуҙа Әлфир Илһамов, сәсеүҙә Сәғит Сафин, Камил Килдейәров, Рәмил Зәйнуллин ҙур тырышлыҡ һала, иретеп йәбештереүсе Фәнис Уйылданов та уңғанлыҡ күрһәтә. Яҙғы бер көн йылды туйҙыра, ти халыҡ. Тап шуны аңлаған Әбйәлил игенселәре буласаҡ уңышҡа нигеҙ һала, яҙғы сәсеү эштәрен тәғәйен ваҡытта һәм тейешенсә атҡарып сығыу өсөн барынса тырыша. Иң мөһиме — игенсенең кәйефе көр, өмөтө ҙур.