Еңеүҙән балҡыған йөҙҙәр01.05.2015
Еңеүҙән балҡыған йөҙҙәр Башҡортостан Фәндәр академияһының күргәҙмә залында “Севастополь! Ҡырым! Еңеү!” фотокүргәҙмәһе асылды. Уның авторы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының фотохәбәрсеһе Олег Яровиков, экспозицияны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнаған.

Һүрәттәрҙең барыһы ла Ҡы­рым Республикаһында төшө­рөл­гән. Фотохәбәрсе унда Баш­ҡорт­остан Хөкүмәтенең Белогорск районына ярҙам күрһәтеү буйынса оператив штабы составында барғайны. Былтыр апрел­дә Олег Яровиков Ҡырым Рес­публикаһына Баш­ҡорт­ос­тан­дан гуманитар йөктө оҙа­тыусылар сафында булды. Ошо уҡ йылдың 9 майында уға Севастополгә лә юл төштө. Был мәлдә ярымутрау халҡы Ҡы­рым­ды һәм Севастополде фашис­тарҙан азат итеүҙең 70 йыллығын байрам итә ине.
Фотохәбәрсе күргәҙмәгә килеү­селәргә Севастополдә ни бары бер сәғәткә генә туҡталыуы, байрамды, уның иң сағыу мәлдәрен, кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәрен фотоға төшөрөргә тырышыуы хаҡында һөйләне.
Иҫтәлекле күргәҙмә май аҙағына тиклем дауам итә.




Вернуться назад