Хаттар хафаға һала01.05.2015
Теүәл биш йыл элек “Башҡортостан” гәзитендә “Мистер Шмидтмы, Мессершмидтмы?” тигән мәҡәләм баҫылғайны. Унда һуғыш темаһына яҙылған, хәрбиҙәр тормошона, армия хеҙмәтенә арналған материалдарҙағы хаталар хаҡында һүҙ алып барғайным.

Республика баҫмаларында ошо йә­һәттән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙеме, мә­ғәнәһеҙ һөйләмдәр, урынлы-урынһыҙ ҡулланылған терминдар кәменеме, ғөмүмән, хәрби терминологияны дөрөҫ файҙалана беләбеҙме?
Тураһын әйткәндә, юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаталар арта ғына бара. Бы­ның бер нисә сәбәбен күрәм. Тәүгеһе — журналистарҙың ошо өлкәгә тейешле әһәмиәт бирмәүе, айы­рыу­са йәшерәк ҡәләм­дәштәрҙең ва­йым­һыҙ­лығы йә иһә ялҡаулығы. Быны раҫлау өсөн бер ни­сә миҫал килтерәм. “Комсомольская правда-Уфа” гәзите­нең 2015 йылдың 5 февраль һанында “Под­виг в тылу” рубрикаһында бер яҙ­ма бирелгән. Унда, герой “За трудовую доблесть” ордены менән бүләкләнгән, тиелә. “Ми­ҙалы менән” тип дөрөҫ яҙырға ине. Әммә автор геройының һөйләгәндә­ре­нә генә таянған, бер ниндәй сығанаҡты ла ҡарап тормаған, белешмәләр йә иһә Интернет селтәре аша тикшереп алырға була ине бит.
Икенсе миҫал. Йәнә бер гәзиттә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хаҡын­да һүрәтләмә баҫҡандар. Геройҙы алты ай уҡығандан һуң 1944 йылдың майында Смоленск ҡалаһы тирәһенә фронтҡа ебәрәләр, һалдат хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә. Дошман авиацияһының бер һөжүме ваҡытында ауыр контузия ала, госпиталдә дауа­ланғас, уны хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар. 1982 йылда мәҡәлә геройы, имеш, Мәскәүгә бара, уға Суворов һәм II дәрәжә Кутузов ордендарын тапшыралар. Йә ила, йә көл тигәндәй! Беренсенән, Смоленскиҙы немец фашистарынан 1943 йылда уҡ азат итәләр, бында бик ҙур тарихи хата ебәрелгән. Икенсенән, бер нисә генә ай һуғышҡан һалдатты нисек инде Суворов һәм Кутузов ордендары менән наградлаһындар, улар статусы буйынса офицерҙарға ғына бирелгән бит. Мәҡәлә авторының Бөйөк Ватан һу­ғышы тарихын йүнләп белмәүе, хәрби геральдика ҡанундарын һанға һуҡмауы был. Әммә уны ғына ғәйепләргә те­ләмәйем. Төп сәбәп, минеңсә, икенсе нәмәлә: йәмғиәтебеҙҙә ватансылыҡ тәрбиәһе аҡһай, илебеҙ тарихын өйрәнеү өҫтән-мөҫтән генә алып барыла, иң мөһиме — ҡайһы бер журна­листарҙың фекерләү ҡеүәһе һай, улар үҙҙәренең ғилем даирәһен киңәйтеү, белемдәрен даими тулыландырыу менән шөғөлләнмәй. Хәйер, хәҙер журналист һөнәренең абруйы төштө. Ошо белгестәрҙе әҙерләүсе факультетҡа һайлап алыу юҡ – кем килә, шуны ҡа­бул итәләр, сөнки был һөнәрҙе үҙ итергә теләүселәр ҡырҡа кәмене. Эш хаҡы хатта республика баҫмаларында 10—15 мең һум ғына тәшкил иткән урынға кем килһен инде. Килгәндәре лә ике-өс йыл эшләп тәжрибә туплай ҙа, тирә-йүндә ниндәй аҡсалы эш барын белеп, шунда күсә. Бындай хәл – республика матбуғатына ғына түгел, то­тош Рәсәй журналистикаһына ла хас күренеш. Күптән түгел Өфөлә булып киткәнендә МДУ-ның журналистика факультеты доценты А. Колесниченко ла ошо хаҡта әсенеп һөйләне.
Гәзит-журналдарҙа хаталарҙы бул­дыр­мауҙың тағы бер юлы бар. Автор материалды яҙып редакцияға тапшыр­ҙы, ти. Әйткәндәй, уның штаттан тыш хәбәрсе йә матбуғаттан бөтөнләй ситтә торған кеше булыуы мөмкин. Мәҡәлә уны баҫырға әҙерләгән хеҙмәткәр, бүлек мөдире, секретариат, урын­ба­ҫарҙар аша үтә бит. Ни өсөн һуң улар хаталарҙы төҙәтмәй, һәр мәғлүмәтте ентекләп тикшереп сыҡмай, тасуир­ланған хәл-ваҡиғаларға профессиональ күҙлектән баһа бирмәй? Әгәр ниндәйҙер шигең бар икән — хәрбиҙәр менән кәңәшләш, белешмәләргә, энцик­ло­педияларға мөрәжәғәт ит. Эле­герәк редакцияларҙа шулай эшләйҙәр ине, хатта ошондай етешһеҙлектәрҙе тотоп ала торған махсус бер вазифалы кеше була торғайны, ветеран-журна­лис­тар хәтерләйҙер әле был хаҡта. Юғиһә фактик хаталар, аңлашылмаған һүҙбәйләнештәр, исем-шәрифтәрҙе бутау һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәр “биҙәмәҫ” ине гәзит-журнал биттәрен.
Урыҫса сыҡҡан бер баҫма Ватан һуғышы орденын “Орден Великой Отечественной войны”ға әйләндергән, икенсеһе “За отвагу” миҙалын “За отвагу” орденына әүерелдергән. Гәзит­тәр­ҙең береһе Жуков миҙалын “орден” тип яҙа, ә бер олпат баҫма “Из республики вышли два генерала армии — Муса Гареев и Владимир Лобов” тип раҫлай.
Ошондай, журналистар әйткәнсә, “ляп­тар”, әлбиттә, матбуғатты ла, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе лә биҙәмәй. Был көндәрҙә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лы­ғын ҡаршылағанда, гәзит-журнал­дар­ҙа, радио, телевидениела, Ин­тер­нет селтәрен әйтеп тораһы түгел, ошо изге ваҡиғаға арналған материалдар күп бирелә. Шулай булырға тейеш тә. Һу­ғыш ветерандары, тыл эшсәндә­ре йылдан-йыл кәмей бара. Улар хаҡында күберәк яҙырға, күберәк һөй­ләргә те­йеш­беҙ, улар быға лайыҡ! Тик шуны­һын онотмайыҡ: һуғыш, фронт ваҡи­ға­ла­рында тарихи дөрөҫлөк ятыр­ға тейеш, ветерандарҙың һөйләгәндә­рен профессиональ күҙлектән ҡарап ҡағыҙға төшөрөргә, материалда телгә алынған хәл-ваҡиғаларҙы, һәр фактты тикшерергә, исем-шәрифтәрҙең ысын­барлыҡҡа тап килеүенә өлгәшергә бурыслыбыҙ.
Ф. МАЛАЕВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Журналистар союзы ағзаһы.


Вернуться назад