Беҙҙә барыһы ла ниңә ҡомға һеңә?01.05.2015
(Мәхмүт Хужин, “Гөбөргәйел ниңә йүгермәй?”, 2015 йыл, 23 ғинуар)
Мәҡәләне яҙырға мине Мәхмүт Хужиндың яҙмаһы менән бер рәттән 18 февралдә “Коммерсантъ” гәзитенең 28-се һанында баҫылған “Как сыр в масле” тигән мәҡәлә мәжбүр итте, тиһәм дә була. Мәҡәләләрҙең темаһы төрлө булһа ла, һүҙ илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың иҡтисади торошона барып терәлә.


“Коммерсантъ” гәзите Баҡалы районының сыр заводы хаҡында һүҙ йөрөтә. Мәғлүм булыуынса, был пред­приятиеның тауары — Совет осоронан алып бөгөнгә ҡәҙәр Мәскәү халҡында ла ыңғай фекер ҡалдырған, башҡорт балы, Ҡарлымандың ҡуйыртылған һөтө кеүек юғары брендлы, иң яҡшы, тәмле ризыҡтарҙың береһе. Баҡалы сырын үҙебеҙ ҙә, Өфөлә таба алмайынса, заманында Мәскәүҙән күстәнәс итеп килтертә инек.
Бөгөн, АҠШ, Европа илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан иткән осорҙа, илгә иң кәрәк һөт продукцияһын арттырыу урынына, Баҡалы заводын бөлгөнлөккә төшө­рәләр. Улай ғына ла түгел, сырҙы юҡҡа сығарып, май эшкәртеү тармағына әйләндермәкселәр. Үҙгәртеп ҡороу­сылар Мәскәүҙең “Молпроект” исемле холдингы аҫтын­да тупланған. Быға Рәсәйҙә бер нисә һөт эшкәртеү за­во­ды, шул иҫәптән Дәүләкән комбинаты ла керә. Әлбиттә, Баҡалы май заводы Дәүләкән комбинатының ҡул аҫтында буласаҡ. Киләһе ике-өс йыл эсендә майҙың да эшләнмәүе ихтимал, сөнки комбинатҡа һөт иң беренсе Баҡалынан килтереләсәк, ә май сығарылмаясаҡ. Һуңынан, файҙа килмәгәнлектән, предприятие бөтөнләй ябыласаҡ. Бына шулай: социализм ваҡытында оло тырышлыҡ менән төҙөлгән завод, райондың, республи­каның ғорурлығы булған бренд — “Баҡалы сыры” — мәкерле әфәнделәр тырышлығы арҡаһында юҡҡа сыҡты тигән һүҙ.
Заманында Баҡалы гөрләп торған төбәк ине. Спирт заводы, питомнигы, өй йыһаздары яһаған комбинаты, тимер-бетон заводы, теплица хужалығы, ике төҙөлөш идаралығы һәм башҡа малсылыҡ комплекстары юҡ инде. Республика бюджетына ҙур өлөш индергән район хәҙер үҙе бөтәһенән ярҙам һорап ята.
Беҙ был заводты уҙған быуаттың 90-сы йылдарында элекке директор Риф Нәбиев менән “бартер”ға (аҡса булмағанлыҡтан) ҙур ҡыйынлыҡтар күреп, сыр эшкәр­теүҙең тулы циклын барлыҡҡа килтереп, аяҡҡа баҫтыр­ған инек.
Тулы цикл тигәндән, 80-се йылдарҙа Баҡалыла һөттө сыр рәүешенә килтереп, формаға һалып өлгөрөр өсөн “Өфөмолагропром” комбинатына ташынылар. Һуңынан үҙаллылыҡ алып, ҡаҙанлыҡ, яңы сыр һаҡлағыс төҙөлөп, райондың бюджетын арттырыуға ҙур өлөш индергән предприятиеның юҡҡа сығыуы, әлбиттә, йәнде әрнетә.
Шул уҡ хәл Ҡарлыман ҡуйыртылған һөт заводында ла ҡабатланды! “Баҡалы сыры, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө ҡайҙа юғалды?” — тигән һорау магазиндарҙа йыш ишетелә. Быларҙың барыһы ла элекке район етәкселә­ренең “тешһеҙлеге”нән килә. Булған предприятиеларҙы һаҡлап ҡалырға тырышманы улар.
Мәҫәлән, Татарстандың элекке Президенты М. Шәй­ми­ев “КамАЗ” заводын һаҡлап ҡалдымы? Ҡалды. Күпме шартлатып, юҡҡа сығарырға тырышһалар ҙа, уны еңә алманылар. Әлбиттә, сыр заводы “КамАЗ” түгел, ләкин һәр милек — үҙ урынында. Һәр эштең аҙағы була.
Әйтәйек, “Өфөмолагропром” комбинаты Лебедьков Ва­лерий Иванович ваҡытында иң көслө һөт эшкәртеү ойошмаларының береһе ине. Эшләгән кешегә торлағын да, балалар баҡсаһын да тө­ҙөт­кән, шифаханаларға, ял йорттарына путевкалар бир­гән, иң ҙур эш хаҡын түләгән комбинат бөгөн бөл­гөн­лөктә интегә. Үткән йылдар тураһында хыялланырға ғына ҡа­ла. Бигерәк тә ябай эшсегә. Мас­терҙар, водителдәр, электриктар, слесарҙар эштән китә. Хеҙмәт хаҡы әҙ, ә эш ауыр. Маҡталған демократия бына нисек кешенең бәкәленә һуға.
Ә комбинаттың һөт ризығына хаҡ төшмәй, үҫә генә. Аҡса юҡ түгел, тик килем ҡайҙа китә? Президент Путин әйтмешләй, “зарываться в песок”. Тик кем ҡомона? Рә­сәй, республика ҡомона булһа ярай ҙа бит — юҡ. Канар утрауҙарында һеңмәйме икән? Республика иҡтисадына, илгә был кәрәкме? Юҡ, әлбиттә.
Татарстан ни өсөн бөгөн гөрләй, маҡтала? Сөнки ул ми­лекте ситкә һатмаған. Бирһә лә – үҙ эшҡыуарына. Йә бул­маһа, урындағы халыҡ менән был милектең акцияларын бүлешкән. Шуға күрә беҙгә күршеләрҙән әҙерәк үрнәк алырға ваҡыттыр.




Вернуться назад