Йөҙ дуҫың булғансы, йөҙ китабың булһын01.05.2015
Йөҙ дуҫың булғансы, йөҙ китабың булһын (Рәшит Кәлимуллин, “Кисер беҙҙе, китап...”, 2015 йыл, 27 март)
Хәҙерге быуындың китап уҡымауы барыбыҙҙы ла борсой. Бала саҡта ауыл һәм мәктәп китапханаларындағы барлыҡ китапты уҡып бөткән кеше булараҡ, әҙәбиәттең кешенең аңын үҫтереүҙәге әһәмиәтен яҡшы аңлайым. Үҙемдең балаларымды китап уҡырға ылыҡтыра алмаған атай булараҡ та был проблема тураһында күп уйланам.

Ни өсөн ололарҙың, күҙеңде боҙаһың, тип ҡурҡытыуҙарына ҡарамай, беҙ китапты ныҡ яраттыҡ һуң? Яңыраҡ әсәйем менән телефондан быйылғы һауа торошо тураһында һөйләшеп ултырғанда, уның 1975 йыл ме­нән оҡшаш икәнен күреп, ҡоролоҡ бул­ма­һын инде, тип хәүефләнеп ҡуйҙыҡ. Шунда әсәйемдең ауылда икенсе булып телевизор алғаныбыҙ хәтеренә килеп төштө. Ҡырҡ йыл эсендә беҙҙең тормошта шул тиклем ҙур үҙгәрештәр булғанына аптырап ултырҙыҡ: телевизорҙарҙың ниндәйе генә юҡ, мобиль телефондар, компьютерҙар, Интернет донъябыҙҙы шул тиклем үҙгәртте. Төрлө сығанаҡтан килгән мәғлүмәтте кеше­нең мейеһе эшкәртеп тә өлгөрмәй. Бала саҡта телевизор ҡарау, киноға йөрөү беҙҙең ваҡытты күп алмағас, яңы белем алыуҙың төп сығанағы булып китап торҙо.
Бынан өс йыл элек 4 йәшлек Бәхтийәр улымды балалар баҡсаһынан алып ҡайтып барам. Юлда ятҡан күгәрсен ҡанатын күреп, ул: “Беләһеңме, элек кешеләр ҡауырһын менән яҙған”, – тине. Мин: “Ҡараны ҡайҙан алғандар икән?” – тип һорай ҡуйҙым, бы­ның: “Магазиндан“, – тип яуап биреренә өмөт­ләнеп. “Диңгеҙҙә каракатица тигән йән­лектең сепия тигән ҡараһын ҡулланғандар”, – тип аптыратты улым! “Быны ҡайҙан белә­һең?” – тип һораһам, “Йәнһүрәттән”, – тип яуап­ланы. Өйгә ҡайтҡас, был һорауҙы Бәх­тийәрҙән 10 һәм 8 йәшкә олораҡ ағаһы менән апаһына бирҙем. Улары яуапты бел­мәй булып сыҡты. Үҙем был турала башта зоология дәресендә, һуңынан студент саҡта ҙур Совет энциклопедияһынан уҡып белгәй­нем. Тимәк, хәҙерге балаларға беҙ уҡыған күп китаптарҙы уҡыу мотлаҡ түгел. Улар яңы мәғлүмәтте икенсе сығанаҡтарҙан ала.
Кешенең мәғлүмәтте үҙләштереү һәләте сикләнгән. Мәҫәлән, тамашасы йылына мең­дәрсә фильм ҡарамай, уҡыусы ла сығып торған бөтә китап-журналды уҡып тора алмай. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, сәнғәт һө­йөү­се картина галереяһында йөрөгәндә һәр рәсемгә күп тигәндә бер нисә генә секунд бүлә. Ғалимдар иҫәпләүенсә, 5 секунд иң ҡулай ваҡыт булып тора. Был, әлбиттә, бик шәп күренеш. Теләһә ниндәй ҡағиҙәләрҙе, адрестарҙы, телефондарҙы һ.б. яттан бе­леү кәрәкмәй. Кешенең мейеһе был эштән ҡотола. Ғалимдар әйтеүенсә, һуңғы быуатта донъяның үҙгәреү тиҙлеге 50 тапҡырға арт­ты. Был шарттарҙа кешенең мейеһе ваҡытты китап уҡыуға бүлеүҙе хуп күрмәй. Китап уҡыу ғына түгел, хат яҙыу ҙа онотолоп бара – улар урынына SMS ебәреүгә өҫтөн­лөк бирәбеҙ.
…Киосктан гәзит алам. Һатыусы өс гәзит өсөн аҡса иҫәпләй: ошо ябай ғына мәсьә­ләне сисеү өсөн калькуляторға тотона. Сумма ҙур булһа, аңлап булыр ине, әммә ул 50 һумдан да кәм аҡсаны күңелдән генә иҫәпләй алмай. Йәш кеше лә түгел үҙе – совет осоронда үҫкәнгә оҡ­шаған. Икенсе миҫал. Бер танышым менән машинала китеп барабыҙ. Өфө­ләге Совет урамын навигатор аша эҙләп таба алмай йон­соноҡ. Һораша торғас, Советтар урамын эҙләргә икәнен аңланыҡ. Шакшалағы был урамды ғүмерҙә лә табып булмаҫ ине. Бер таксист минең менән “Өфөлә Шмидт урамы юҡ” тип бәхәсләште. Навигаторы ла таба алмай, йәнәһе. Ҡараһам, Шмитт тип яҙып ҡуй­ғандар. Был миҫалдарҙы килтереүемдең сәбәбе – хәҙерге цивилизацияның ке­шенең булмышына яһаған тәьҫире. Ысынлап та, бөгөнгө фәнни-техник прогресс кешенең көнкүрешен һиҙелерлек еңеләйтте. Физик эште еңеләйтеү юлын­да алға ҙур аҙымдар яһалды. Мәҫәлән, ҡалала ғына түгел, ауыл­да ла салғы тотоп йөрөгәнде һирәк осра­тырһың. Бөтәһе лә трактор йәки триммер менән саба… Прогресс ҡул эшен генә түгел, мейе эшен дә еңеләйтә башланы. Күптәр ҡара иҫәпте машинаға тапшырҙы, ябай ғына арифметик ғәмәлдәрҙе таба ла белмәйҙәр, белгеләре лә килмәй. Географияны, грамматиканы, сит телдәрҙе белеүҙең кәрәге лә бөтөп бара: бөтә нәмәне компьютер эшләп бирә, хатта тәржемә лә итә белә.
Был кешенең бөтөнлөгөн юғалтыуға алып бара: һәр кем ниндәйҙер ҙур механизмдың бер генә өлөшөнә әйләнә. Халыҡтың күбе­һенең ҡалала йәшәүе лә бу­лышлыҡ итә быға. Ҡала ерлегендә ке­шенең фекерләү һәләте айырым торған өлөштәрҙе берләш­те­рергә тырышыуҙан, йәғни фрагментлыға әүерелә. Таш йорттарҙан торған джунглиҙа ҡала кешеһе бер генә күренеште лә башынан аҙағына тиклем күҙәтә алыу бәхетенән мәхрүм була. Бер ай тирәһе ҡаланың бер районында булмай торһаң, икенсе тапҡыр уны танып та булмай – яңы биналар үҫеп сыҡҡан. Таныш кешеләр менән дә ошондай уҡ хәл – һирәк-һаяҡ осрашыуҙар араһында улар менән көтөлмәгән үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Ауыл кешеһе был йәһәттән өҫтө­нөрәк: бөтә үҙгәрештәр ҙә уның күҙ алдында бара. Был өҫтөнлөк ижад кешеләрендә яҡшы һиҙелә, юҡҡа ғынамы ни шағирҙар Әсхәл Әхмәт-Хужа, Мәүлит Ямалетдин ауылда йәшәүҙе хуп күрә.
Кешенең булмышын айырым фрагмент­тарға бүлеү балалар уйынсыҡтарында асыҡ сағыла. Бөгөн популяр уйынсыҡтар – төрлө конструкторҙар: уларҙың төп асылы төрлө өлөштәрҙән берәй тулы нәмә йыйыуҙан ғибәрәт. Техниканы ремонтлау өсөн уның бөтә деталдәрен белеү мотлаҡ түгел – бер блогын алыштырыу ҙа етә. Йән эйәһенең тыуғандан алып үлгәнгә тиклемге тормошон күҙәтеүҙән мәхрүм ҡала балаһы өсөн үлем компьютер уйынындағы тейешле төймәгә (махсус йәки яңылыш) баҫыуҙан торған еңел генә бер этапты тәшкил итә! Үлемде ошолай еңел генә ҡабул итеү кешенең насар ғәҙәте булып һеңеп бара шикелле. Музыкала ла төрлө киҫәктәрҙән торған (мәҫәлән, рэп) йүнәлештәр, клиптар киң тарала. Быны аңлаған замандаштарыбыҙ ҙа ҡыҫҡа әҫәрҙәр ижад итергә тырыша. Рауил Бикбайҙың нәсихәттәре, Әсхәл Әхмәт-Хужа­ның парсалары һәм робағиҙары, Сабир Шәриповтың ҡыҫҡа хикәйәләре лә ошоға йүнәлтелгән.
Кәрәк саҡта бөтә мәғлүмәтте Интернеттан алыу арҡаһында кешенең хәтере на­сарая бара. Бөйөк Ватан һуғышының ҡасан башланғанын хәтерендә тотмаған кеше аналитик фекерләү һәләтен үҫтерә алмай – башында был дата тормағас, ул бөгөнгө ва­ҡи­ғаларҙы 1941 йыл менән сағыштыра алмаясаҡ. Ул ғына түгел, кешенең үҙен айырым өлөштәрҙән торған техника төрөнә әйләндереү башланды. Уҡыу, эш буйынса төҙөлгән төрлө рейтинг һәр беребеҙҙе ошо ҡалыпҡа “һалырға“ тырыша. Бында иң мө­һиме – кешенең эске донъяһы түгел, ә ми­нистрлыҡҡа кәрәк ниндәйҙер сифаттар (маҡтау ҡағыҙҙары, мәҡәләләр һ.б.). Был сараны йыш ҡына үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ҡул­ла­набыҙ: кешене кейеменә, йөрөгән маши­на­һына, ҡулындағы гаджетына ҡарап баһалайбыҙ. Башҡалар күҙендә “яҡшы“ бу­лып күренеү өсөн ошо атрибуттарҙы алыр­ға тырышабыҙ. Хайуандарҙан да ошо­ноң менән айырылып торабыҙ. Совет хал­ҡы­ның иң уҡымышлы булыуын көләмәстәге һымаҡ бәҙрәф ҡағыҙының юҡлығы менән аңлатыр­ға маташыуҙарын шаярыу ғына тип ҡабул итергә кәрәктер. Бәҙрәфтә афоризмдар китабы тотам – балалар ингән һайын өйрән­һен тип. Бер мәл аптыраным: кемдер бер нисә битен йыртып алған. Баҡтиһәң, ауыл­дан килгән бер ҡунағым футлярҙағы бәҙрәф ҡағыҙын күрмәй, китабымды харап итә яҙған.
Рәшит Кәлимуллин, китаптарҙы тик йәш быуын уҡымай, тип бара. Әммә дөрөҫөн әйтергә кәрәк: беҙ ҙә – олораҡ быуындар ҙа – китапҡа элеккесә ваҡыт бүлә алмайбыҙ. Бының сәбәбе – яңы сыҡҡан китаптар ара­һында беҙҙе үҫтерерлектәре булмауында. Быға аптырарға кәрәкмәй. Хәҙерге технологиялар заманында китаптың асылы үҙгәрә. Халыҡ башлыса хәҙерге китаптың ҡағыҙ йәки электрон вариантын ғына күҙ уңында тота. Ми­неңсә, китап – киңерәк төшөнсә. Хәҙер ул кешене яңы белемгә өйрәткән бөтә сыға­наҡтарҙы үҙ эсенә ала. Иң төп китап – ке­ше үҙе ул. Һәр ата-әсә балаһын тәрбиә­лә­гәндә үҙенең китабын яҙа тип әйтһәң дә ха­та булмаҫ. (Минең Бәхтийәрҙе ауылда йә­шәгән ике туған ҡустыһы һағынып көтөп ала, сөнки улым уның өсөн йәнле китап – ата-әсәһе өйрәтмәгән нәмәләрҙе унан һорап белә).
Шуның арҡаһында һәр кемдең ҡабат-ҡа­бат уҡый торған бер нисә генә китабы булалыр. Бында юғарыла әйтеп үткән са­ғыш­ты­рыуҙы – дуҫ һәм китап – онотмаҫҡа кәрәк. Дуҫтар кәмеһә лә, китап-дуҫтар ғүмерлеккә ҡала, уларҙың һаны артып та тора. Мин, мәҫәлән, Сервантестың “Дон Кихот”ын, Михаил Шолоховтың “Они сражались за Родину”, Карл Маркстың “Капитал”ын, Әсхәл Әхмәт-Хужаның парсаларын кәйефтең төрлө булыуына ҡарап, йыш ҡына уҡып торам. Сервантес, үҙенең иҫ китмәле романтик геройынан тыш, матур теле менән әсир итә. Уның бер биткә һыйырлыҡ оҙон һөйләмдәрен нисектер еңел генә аңлап була. Шолоховтың геройҙары үҙенең ха­лыҡ­санлығы менән тыуған ауылымды иҫкә төшөрә. “Капитал”ға килгәндә, Маркс йәм­ғиәтте фәнни яҡтан аңларға өйрәтә. Яҡ­та­шымдым парсалары бөгөнгө ҡатмарлы кө­нитмеште ябай, фәлсәфәүи лаконизм менән һуғарылған образдар аша үҙләште­рер­гә булышлыҡ итә. Минең уйымса, бө­гөн­гө Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй әҙә­биәтендә лә Әсхәл ағайға тиң сағыу образ­дар тыуҙырыусы ижадсы юҡтыр. Рәми Ғарипов әйтмешләй, бында тәнҡитсенең дә роле бик ҙур. Был йәһәттән мин үҙемә яҡшы авторҙаш таптым – ул мин яҙған һәр мәҡәлә буйынса үҙ фекерен белдереп тора. Мин уны үҙемдең яратҡан “тере китабым” тип йө­рөтәм. Бай тәжрибәле профессор, заманын­да ике райондың партия комитетын, рес­пуб­ли­каның дәүләт комитетын етәкләгән профессор Радил Мөхәмәтдиновҡа ҙур рәх­мәтлемен. Бындай тәнҡитсе булыуы – үҙе ҙур бәхет.
Хәтерегеҙҙәлер, мәрхүм Валентин Распутинды һуңғы юлға оҙатырға кеше бик аҙ йыйылған. Унан әҙәп яғынан айырылып торған наркоман һәм эскесе Владимир Высоцкийҙы иһә йөҙ мең самаһы кеше оҙатырға килгән.
Совет кешеләре халыҡтың “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын” тигән әйтеме тәрбиәһендә үҫте. Ысынлап та, дуҫ­тарыңдың күберәк булыуы өҫтөн һанал­ды – уларҙың һәр береһе ярҙамға әҙер. Баҙар иҡтисадында был аҡыл ҡапма-ҡар­шыға үҙгәрә башланы – булған танышлыҡ, туған­лыҡ тик аҡса аша баһалана. Әммә йылдар үткән һайын дуҫтарҙың кәмеүе тә­биғи күре­нештер – уларҙың йәки һинең на­сарлы­ғыңдың бында бер ҡыҫылышы ла бул­мауы мөмкин. Аралашырға уртаҡ темалар бөткән һайын дуҫтар һаны ла кәмей бара.
Китап бөтә тип борсолорға ярамайҙыр. Уның традицион формалары ғына юғала. Һәр кешене йәшәргә, тормош ҡо­рор­ға өйрәтеүгә ихтыяж артҡан һайын китапҡа ла мохтажлыҡ үҫә барасаҡ. Ижадсыларға уның яңы формаларын ғына табырға кәрәк. Киләсәктә, бәлки, һәр кеше үҙе бер китап булыр. Һәр төпләнгән китап төплө китап була алмаған һымаҡ, кешеләр ҙә шулай: кемдәрҙер бик күптәр өсөн өлгө булып тора, ә кемдәрҙер, кәштәләге туҙан баҫҡан китап һымаҡ, кеше иғтибарынан ситтә ҡаласаҡ. Юҡҡа ғына әҙип менән әҙәп һүҙҙәре ауаздаш булып тормайҙыр.



Вернуться назад