Ауылдаштарыма сәләм…01.05.2015
Ауылдаштарыма сәләм… Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә — 70 йыл. Ошо дәһшәтле осорҙоң һулышын тойған, халыҡтың аһ-зарын, яу яландарынан яраланып ҡайтҡандарҙың һыҙланыуын үҙ күҙҙәре менән күргән, илебеҙҙең тернәкләнеп китеүе өсөн бар көсөн, дәрт-дарманын биреп эшләгән быуын инде өлкәнәйеп, рәттәре һирәгәйеп бара. Илебеҙҙәге һәр өйгә ҡара ҡанатын елпеп кергән ҡайғыларҙың да төҫө уңалғандай бөгөн: ейән-ейәнсәрҙәребеҙ был фажиғәгә еңелсә ҡарағандай. Һуңғы ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ҡайһы бер Көнбайыш илдәре тарафынан таратылған уйҙырма хәбәрҙәр ошо йәш быуындың аңына тоҫҡалған да инде.

Өләсәйем Нә­фи­сә Аллағолова­ның бер бөртөк кенә 17 йәшлек улын да ошо һуғыш ялҡыны ялмап юҡ итә. Ғималетдин ағайым Ишембай ҡалаһының ҡултыҡ аҫтында ултырған Смаҡай ауылында Нәжметдин менән Нәфисә ғаиләһендә 1925 йылдың 10 сентябрендә тыуа. Аяҡҡа баҫыу менән атаһы уны һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтөр була, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтә. Ауылдаштары Ғималетдинды, тиҙ аралашыусан, аҡыллы, бик эшсән, отҡор егет ине, тип хәтер­ләй. Алты ғына йәшендә атайһыҙ ҡалып, малай үҙаллы, эшкә баҙыҡ булып үҫә. 17 йәшендә гармунда, скрипкала, мандолинала һыҙ­ҙырып уйнай, ауылда бер концерт, уйын-маҙар ҙа уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. “Бер юлы ике ат менән ер һөрә торғайны. Ә кистәрен, эштәрен тамамлап ҡайтҡас, өйгә керә һалып берәй музыка ҡоралында уйнар, шунан ғына малдарҙы ат һарайына алып китер ине”, – тип хәтерләй торғайны уны апаһы Мәғрифә.
Ғималетдин ауылда беренселәрҙән булып электр тогын өйрәнә һәм үҙе йәшәгән Телеграф урамының 12-се йортонда (хәҙер 18-се йорт) тәүге Ильич лампаһын тоҡандыра. 1943 йылда, 17-һен тултырғас, уны Совет Армияһына алалар, өс айҙан һуң һуғыш мәхшәренә керә. Был турала ошо көнгә тиклем һаҡланған хаттарының береһендә бәйән ителә:
“...Беҙ 1943 йылдың 1 сентябрендә Тоцкиҙан сығып киттек. 21-ендә фронтҡа килеп еттек Сынтимер менән бергә. 6 км артта һуғышҡандары күренеп тора. Ҡарғалар күп. Сәғәт һайын 15-20 ҡарға баш осонда йөрөй, бомба яуҙыра. Кискә фронтҡа керәбеҙ. Беҙҙең дивизия – Сталин дивизияһы. Карта­нан ҡара (Куйбышев, Пенза, Ворошиловград, Равинка, Сталин. Беҙ Сталин шәһәренән 200-300 км арыраҡ). Днепрға 10 км етмәгәнбеҙ. Һаман алға баралар.
Был хатты 25-ендә яҙҙым. Ярар, инәй, хушығыҙ. Иҫән-һау бер күрешергә насип булһын, Алла бирһә. Ярар, хуш, хуш, хуш, хушығыҙ. Сәләм менән ҡулың ҡыҫып улың Аллағолов Ғима­летдин Нәжметдинович. 1943 йыл, 25 сентябрь”.
Ошонан бирле 1945 йылдың 22 ғинуарына тиклем араларында яҙылған хаттары һаҡланмаған. Йыл ярым ваҡыттан һуң Ғималетдин Германия ерҙәренән хәбәр ебәрә. Әммә, хаттарына ҡарағанда, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырына тулы ышаныс һиҙелмәй – ”хуш” һүҙенең биш тапҡыр рәттән ҡабатланыуы шул турала һөйләй. Бына уның һуңғы хаты:
“Ҡәҙерле инәй, бына бөгөн – 1 апрель. Хатҡа, кәнишнә, алдап яҙып булмай. Ничего, һуғыштан һуң алдарбыҙ, иҫән булһаҡ. Инәй, минең бер һорау бар. Һеҙ минең хатты алаһығыҙмы-юҡмы, нишләп улай булып сыға? Ишембайҙан бер егет бар, ул, 17 көн эсендә бында хат килә, ти. Барыулы-килеүлегә бары 35 көн, ти, мин бер ай хәҙер һеҙҙән хат алғаным юҡ. Бер нисәне Мөнирәгә яҙҙым, апайыма яҙҙым, Әүхәҙигә яҙҙым, Мозафарға һ.б. хат яҙҙым. Әгәр ҙә ошо хатты алһаң, үҙеңдең хәлең тураһында һәм ауылдың ниндәй үҙгәрештәре тураһында яҙып ебәр.
Кемдәр армияға китте һәм кемдәр ҡайт­ты, ауылда яҙғы сәсеүгә әҙерләнә­ләрме, көндәр йылымы, ҡышты нисек үткәрҙегеҙ, мал курмыһы еттеме, утын алалдығыҙмы, ҡышҡылыҡҡа еттеме һәм апайым нисек тора, еҙнәм һаман да уҡыймы, бәрәң­гең бармы, орлоҡҡа колхоз помогать итәме, ошоларға асыҡ иттереп яуап яҙырһығыҙ...
Ошо хат менән бергә һеҙгә бер һүрәт ебәрәм, иҫеңә алырһың, уға ҡарап. Ҡыш көнө бик һыуыҡ булдымы, Ильяс абзыйым ҡайтманымы, армияға киткәндәрҙән хат киләме — шуларға яуап яҙ. Хатты ошоноң менән бөтөрөп, һеҙҙең шат, рәхәт йәшәүегеҙҙе һәм үҙемдең иҫән-һау һуғышты бөтөрөп бер ҡайтып, һеҙҙең менән шат, рәхәт тормош көтөүемде теләп ҡалып берҙән-бер улың Ғималетдин.
Хуш, хушығыҙ. Сәләм менән Германияла Франкфурт шәһәренән 3 км булған Одер йылғаһында хәҙерге көндә переправлять итеп ҡалыусы улың Ғимал.
Беҙ Берлиндан 60 км Одер йылғаһын переправлять итәбеҙ хәҙерге көндә. Хуш, инәй, үҙеңдең фотокарточкаңды ебәр, хат алыу менән хат һал, әтеү бында... Хат менән бергә апайым бер нисә кешенең фотокарточкаларын ебәрһен. 1945 йыл, 1 апрель”.
Был хат, күрәһең, ауылға килеп еткән һуңғыһылыр, сөнки Еңеү иғлан ителеп, халыҡ шатлыҡлы тойғолар менән йәшәгәндә Смаҡай ауылына Ғималетдин Аллағоловтың 1945 йылдың 10 майында һәләк булыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” килә. Унда “Похоронен в Германии, г. Цибинген, 200 м от юго-восточной окраины города, братская могила 262, 2-ой ряд, 2-ое место. Был в полевом госпитале 5167.” тип яҙылған.
Һаҡланған 12 хат латин хәрефтәре ме­нән яҙылған, элемтә карточкаларында һәм өскөлләп бөкләнгән ҡағыҙ биттә­рендә. Ғималетдиндың өс тапҡыр яраланып, яңынан сафҡа баҫыуы һәм дүртенсе тапҡыр алған яраларынан һәләк булыуы билдәле.





Вернуться назад