“Ғүмеремдең һәр миҙгеле ҡәҙерле”01.05.2015
“Ғүмеремдең һәр миҙгеле ҡәҙерле” Был шәхес хаҡында ишетеп кенә түгел, яҡындан аралашып белгән кешеләр менән осрашыу насип булһа, үҙ туғанымды күргәндәй ҡыуанамын. Улар менән һөйләшкәндә бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булаһың, гүйә, бергәләшеп ғәзиз ауылыбыҙҙы урап сығаһың. Иң мөһиме – Күсейемдең халҡын, шул иҫәптән бер күренекле, арҙаҡлы шәхесен иҫкә төшөрөү форсаты тейә.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вә­лид исемендәге премия лауреаты, һә­үәҫ­кәр рәссам Миҙхәт Байрамғолов 85 йәшлек олпат байрамын бил­дә­ләй. Ул Баймаҡ ра­йонының йәмле Кү­сей ауылында донъяға килгән. Бала саҡ­та хыял иткән һөнәрен һайлай алмаһа ла, яҙмы­шына үкенмәй. Киреһенсә: “Хы­ял­дарым­дың барыһы ла тормошҡа аш­ты, хатта артығы менән. Ғүмеремдең һәр миҙгеле ҡәҙерле”, – тип йылмая юбиляр.
Ысынлап та, бәләкәйҙән рәссам йә артист булырға ынтылған Миҙхәт Әсфән­диәр улының ғүмере уҡытыусылыҡ менән бәй­лә­нә. Хеҙмәт юлын 1949 йылда Күсей ете йыллыҡ мәктәбенән башлай, артабан Әх­мәр, Ишмырҙа ауылдарындағы белем усаҡтарының директоры була. Ул саҡта уҡытыусылар райондың төрлө мәктәптә­ре­нә тәғәйенләнеп, партия ҡушыуы буйын­са эшкә ебәрелә. Миҙхәт Байрамғолов үҙе кеүек остаз Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙына өй­лә­неп, ике ул үҫтерәләр. Төрөкмән ауылын­да төпләнеп, унда 33 йыл ғүмер кисерә Байрамғоловтар. Юбилярҙың йәшлек хыял­дары тап ошонда тормошҡа аша ла инде.
Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә әүәҫ Миҙхәт Әсфәндиәр улы тыуған яғының гүзәл тәбиғәтен, эшсән халҡын төрлө буяу­ҙар ярҙамында картиналарға яҙа. Уның эштәре район һәм республика күргәҙ­мәләренә ҡуйыла, төрлө конкурстарҙа еңә. Бигерәк тә “Һаҡмар буйҙары”, “Ирәндектә көҙ”, “Таныш һуҡмаҡтар”, “Төйәләҫ” картиналарында тормош үҙе сағыла кеүек. Мәҫәлән, “Таныш һуҡмаҡтар”ҙа бынан күп йылдар элек ата-бабабыҙҙың Тыуған ил һағына киткән, яуҙан әйләнеп ҡайтҡан, аслыҡ ваҡытында өләсәй һәм инәйҙәребеҙ һарына йыйырға йөрөгән юлдар төшөрөлгән.
Ижадсының хеҙмәтендә портреттар ҙа бер өлөш тәшкил итә. “Ирәндек” сов­хо­зының алдынғы малсыһы Зиннур Байтимеров, ауылдашы, танылған ҡурай­сылар Хәмит Әхмәтов менән Ғата Сәләймәнов, ҡатыны Таңһылыу Байрамғолованың һәм үҙенең автопортреттары рәссамдың төр­лө йүнәлештә эшләүе хаҡында һөйләй.
Талантлы кеше бар яҡлап та талант­лы, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Миҙхәт Әсфән­диәр улы, артист һөнәрен һайлаһа ла, яңылышмаҫ ине, моғайын. Уның етәк­се­легендә уҡытыусылар коллективы, дәртле Күсей ауылы йәштәре менән әллә күпме концерт, тамаша ҡуйыла. Ул ҡат­нашҡан спектаклдәрҙе олораҡ быуын әле лә хә­терләй. Ойоштороу, сәхнәләштереү, би­ҙәү эштәренең барыһын да Миҙхәт Бай­рамғолов үҙе башҡара. Ҡурайҙы оҫта тарт­ҡан, мандолина ҡылдарын сирткән ире янында Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙының ҡумыҙ уйнап, уны дәртләндереп һәр саҡ бергә сығыш яһауы үҙе хуплауға лайыҡ. “Сәхнәлә – Байрамғоловтар ғаиләһе” тигән һүҙҙәр тамашасыларҙың көслө алҡышына күмелә. Әйләнә-тирәләге бер генә смотр ҙа, концерт та уларҙың сығышынан тыш үт­мәгәндер, моғайын. Миҙхәт Байрам­ғо­лов 1957 йылда 12 кешенән торған инструменталь ансамбль төҙөһә, 1987 йылда был коллективҡа 50-гә яҡын кеше туплана.
Шул уҡ ваҡытта “Ирәндек” совхозының алыштырғыһыҙ фильм төшөрөүсеһе лә була ул. Тарихи датаға арналған кисә­ләр­ҙе, ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы асылыу тантаналарын матур иҫтәлек итер өсөн тырыша, данлы һәм шанлы элекке­не сағылдырған бихисап таҫма бул­дыр­ған. Уларҙы автор Баймаҡ те­ле­видениеһы музейына тапшырырға ниәтләй.
Республикала ғына түгел, тотош илдә ҡурайға бағышланған тәүге һәйкәл дә тап Миҙхәт Әсфәндиәр улы тарафынан ҡуйыл­ған. Скрипка Италия ерендә мәңгеләште­релгән булһа, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы Баймаҡ районының Тө­рөк­мән ауылы янындағы Туғажман тауында урын алған. Ошо хеҙмәте өсөн Миҙхәт Байрамғолов 1993 йылда ЮНЕСКО-ның Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгәйне. Ҡурайға 15 метр бейеклектәге һәйкәл мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың 80 йәшен билдәләгән көндәрҙә асылды.
– “Урал”, “Буранбай” көйҙәрен уйнаған, Ирәндек буйындағы 12 ауылда тыуып үҫ­кән 19 ҡурайсыға арналған Ҡурай һәй­кәлен булдырыу иң оло хыялым ине, – ти юбиляр. – Ҡурайсыларыбыҙ һәйкәл янын­да мәңгелек “Урал”, “Буран­бай”­ҙар­ҙы уйнай икән, тимәк, халҡымдың моңо бер ваҡытта ла юғалмаясаҡ, йәшәйәсәк.
40 йылдан ашыу мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән тынғыһыҙ ветеран Төрөкмән ауылында йәмәғәт башланғысында музей ойоштора һәм уны төрлө экспонаттар менән тулыландыра. Тәүҙә “Дан һәм хеҙ­мәт” музейы булараҡ башлай уны Миҙхәт Байрамғолов. “Ирәндек” совхо­зының ал­дын­ғы эшсәндәренә, күренекле кешеләре­нә арнап үҙ ҡулдары менән төрлө стенд­тар яһай, ҡиммәтле экспонаттар туплай. Ғата Сөләймәнов үҙе иҫән сағында музейға байтаҡ шәхси әйберен тапшыра. Әле был музей рәсми рәүештә ҡурайсының исемен йөрөтә, уға Булат Ишморатов етәкселек итә.
Һаулыҡ ҡаҡшай башлағас, Байрам­ғо­ловтар Баймаҡҡа күсеп килә. Бында ла өл­гөр Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы Мәүжидә Айыт­ҡолова етәкселегендәге “Ҡомартҡы” фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Миҙ­хәт Байрамғолов тәүге көндәрҙән үк ра­йондың мәҙәни тормошонда янып эшләй: райондың рәссамдар ойошмаһын етәкләй, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, “Атайсал тип янған йөрәктәр” клубына йөрөй.
Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, геройымдың тағы ла бер шөғөлө һоҡландыра – ул шиғыр яҙа. Миҙхәт Байрамғоловтың “Тыуған илем – алтын бишек” тигән йыйынтығы 2002 йыл­да донъя күрһә, быйыл күркәм юбилейы алдынан “Тормош хәтирәләре” ти­гән китабы сыҡты. Был баҫмала ир­ле-ҡатынлы Байрамғоловтарҙың тормош хәтирәләре урын алған, Миҙхәт Әсфән­диәр улының шиғырҙары тупланған.
Шулай ҙа юбилярҙың иң ҙур байлығы – уның улдары. Икеһе лә юғары белемле: олоһы Фирғәт – республиканың Перинаталь үҙәге етәксеһе, Булат – отстав­ка­лағы подполковник, әле район ха­ки­миәтенең ауыл хужалығы ида­ралығында эшләй. Алты ейән-ейәнсәрҙең бәхетле өләсәйе һәм олатайы ла Байрамғоловтар. Ил хәстәре менән янып йәшәгән, үҙенең ябай ҡулдары менән халҡы өсөн баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәр башҡарған Миҙхәт Әсфәндиәр улының, үҙе әйтмешләй, ғүмеренең һәр миҙгеле ҡәҙерле генә түгел, фәһемле лә. Халҡыбыҙҙың аҫыл ир-азаматына артабан да ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар юлдаш булһын!




Вернуться назад