Таланттар тыуған тупраҡта ярала01.05.2015
Таланттар тыуған тупраҡта ярала “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор төркөмөнә Мәскәүҙә йәшәүсе талантлы яҡташтарыбыҙҙы бөртөкләп тигәндәй йыйҙыҡ. Уларҙы туплай башлаған тәүге көндәрҙә үк миңә Артур Вәлитовты саҡырырға тәҡдим иттеләр. “Бик аҡыллы егет, йырлай ҙа, музыка ҡоралдарында ла уйнай”, — тип маҡтанылар. Телефон аша шылтыратып, фольклор төркөмөн асыу теләге тураһында әйткәс тә, Артурҙың: “Ҡасан килергә?” – тип бер һүҙһеҙ риза булыуы шунда уҡ үҙенә ҡарата ихтирам уятты. Һәм, ысынлап та, ул көткән өмөттәребеҙҙе тулыһынса аҡланы.


“Аҡ тирмә” бер йыл эсендә үҫте, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем сығыш яһап танылыу яуланы, төркөм ағзалары ла артты. Ә Артур, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ошо ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер генә тора. Ул төрлө концерттарҙа, академия оркестрында йыш сығыш яһай, әммә “Аҡ тирмә”нең кисәләрен бер ваҡытта ла ҡалдыр­май, иң әүҙем һәм үҙ эшенә яуаплы ҡараған ойоштороусы­ларыбыҙҙың береһенә әйләнгән.
Дөрөҫөн әйткәндә, Мәскәү тигән оло мегаполистың йәшәү ритмы сит тарафтарҙан килеп юғары белем алыусы, төрлө тармаҡтарҙа эшләүсе яҡташтарыбыҙға бигүк уңайлы түгел. Ваҡытлыса йәшәгән фатир хаҡын түләү өсөн генә лә мотлаҡ ҡайҙалыр өҫтәмә эшләргә кәрәк. “Аҡ тирмә”нең репетицияһына бер-ике сәғәткә килеп ҡайтыу өсөн генә лә ҡайһы бер ерҙәштәребеҙгә ярты көн ваҡыт китә. Шуға ҡарамаҫтан, Артур үҙен яратып көтөп торған төркөмдәге оло апайҙарҙың ышанысын аҡларға, өлгөрөргә тырыша.
Талантлы егетебеҙ Артур Вәлитов тәүге сығыштарҙан уҡ үҙен йыр-бейеү оҫтаһы итеп танытты. Бер генә сарабыҙ ҙа унһыҙ үтмәй. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағын­дағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткәрелгән “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһында бар һәләтен күрһәтеп, тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, ул йырланы, ҡурайҙа уйнаны, шул уҡ ваҡытта кисәне матур итеп алып барҙы һәм тауыш режиссеры ла булды. Бер үҙе унауға торорлоҡ алтын егет ул беҙҙең Артур!
Таланттар тыуған тупраҡта ярала, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Башҡортостанда тыуып үҫкән Артур үҙе белем алған Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыларын йыш ҡына рәхмәт һүҙҙәре һәм ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Нәҡ ошо уҡыу йорттарында ул моң донъяһына ылыҡҡан, яҙмышын сәнғәткә бәйләгән, тынлы музыка ҡоралы валторнала уйнарға өйрәнгән, ҡурай серҙәренә төшөнгән.
Тынғыһыҙ, ныҡышмалы егет Мәскәүгә килгәс тә, белемен камиллаштырыуын дауам итә. Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия колледжын уңышлы тамамлай. Әле ул — Мәскәүҙәге Маймонид исемендәге дәүләт классика академияһының икенсе курс студенты. Артур Мәскәүҙә Башҡорт милли тынлы ансамблен төҙөү теләге менән янып йәшәй. Маҡсатлы егеттең оло хыялын тормошҡа ашырасағына һис кенә лә шикләнмәйбеҙ, ул көндәрҙе лә күреү шатлығына өлгәшербеҙ, тип ышанабыҙ.
Күп яҡлы талант эйәһе Артур Вәлитов Башҡортос­тандағы һәм төбәк-ара кимәлдәге конкурстар лауреаты булды. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағын­дағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге уны Мәскәүҙә башҡорт мәҙәниәтен танытыуҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем эшләгәне өсөн диплом менән бүләкләне. Форсаттан файҙаланып, ошондай илһөйәр, телһөйәр егетте тәрбиәләгәндәре өсөн “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге исеменән уның остаздарына, ата-әсәһенә оло рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә. Артур кеүек талантлы, маҡсатлы ир-егеттәребеҙ булғанда, рухи инештәребеҙ һис ҡоромаҫ!

Гөлсинә БАТЫРШИНА,
“Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе.


Мәскәү ҡалаһы.


Вернуться назад