Төйәк яҙмышы – йәштәр ҡулында01.05.2015
Төйәк яҙмышы – йәштәр ҡулында Ташбулат ауыл Советына ҡараған Теләштә алдынғы ҡарашлы, тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Төпкөлдә 30 хужалыҡ иҫәпләнә, башланғыс мәктәп, клуб эшләй. Ауылда алты йәш ғаилә төпләнгән.

Таштар донъяһында

Теләшкә сәфәребеҙ Динислам Ғә­линдең шәхси археологик музейынан башланды. Ике меңдән ашыу экспонат тупланған унда! Күптәр был рухи мөйөштө “таш музей” тип тә йөрөтә.
Динислам Дарислам улын бала саҡтан Ҡырҡтытауҙың сихри, нурлы таштары ылыҡтыра, өйөлөп ятҡандарын үҙенсә өйрәнергә, “тел”ен аңларға тырыша. Айырыуса төрлө һындарҙы хәтерләткәндәре, яҙмалылары ҡыҙыҡһындыра уны. Өлкә­нәйә килә йыйылған хазинаһы күбәйгәс, Динислам Ғәлин шәхси музей асырға ниәт итә. Ауылда йәшәгән бер туған апаһының йорто янындағы элекке магазинды һатып алып ремонтлай, һәр экспонатты махсус һауытҡа һалып, уның тура­һында мәғлүмәт яҙып, кәштәләргә урынлаштыра. Музейҙа ниндәй генә таш юҡ! Төрлө һынға оҡшағанын да, яҫы, ялпаҡ, осло, өсмөйөш булғандарын да осратырға мөмкин. Өҫтәүенә таштарҙың айырым көскә эйәлеге хаҡында ла бихисап ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туплаған Динислам Дарислам улы. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫтәгеләре физик эшкә һәләтте арт­тырһа, зәңгәрҙәре нервы күҙәнәктәрен ҡуҙғыта, йәшелдәре, киреһенсә, тыныс­ландыра икән. Һәр барған ерендә таш йыйырға, уларҙы өйрәнергә әүәҫ Динислам Ғәлин.
Әле ул шәхси музейын киңәйтә, яңы экспонаттар менән тулыландыра. Күптәр был шөғөлөн хуплап, үҙҙәре лә йортон­дағы иҫтәлекле әйберҙәрен килтерә. Музейҙа XVIII быуатта ҡулдан һуғылған таҫтамал (ике яғындағы һүрәттәре бер иш), кәкүкле сәғәт, боронғо самауыр һәм башҡа ҡиммәтле экспонаттар осрай.
Динислам Ғәлиндең күңел ҡушыуы буйынса үҙ иҫәбенә асылған шәхси музейына килеүселәр бихисап. Барыһы ла йүнселдең был аҙымына һоҡланып, таштар донъяһына хайран ҡалып, ябай кеше ҡулдарының шундай мөғжизә тыуҙыра алыуына инанып ҡайта. Киләсәктә, һис шикһеҙ, был музей Теләш ауылының ғына түгел, тотош райондың данын арттырған рухи үҙәккә әүерелер.

Ишегенә йоҙаҡ эленерме?

Мәҙәниәт үҙәгенең күпкә яҡшыраҡ булыуын теләһә лә, теләштәр барыһына ла шөкөр итеп йәшәй белә. Клубтың ише­генә йоҙаҡ эленмәгән. Был йәһәттән мәҙәниәт усағы мөдире Вәфирә Кәри­мо­ваның эше маҡтауға лайыҡ. Төрлө мәҙә­ни сара, байрам булһынмы, концерттар үткәрелһенме – һәммәһен дә ул ойоштора, халыҡты туплай. Тап ошондай осрашыуҙарҙа ауылдың яҙмышына бәй­ле проблемалар уртаға һалып өйрәнелә, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында кәңәш ҡорола. Беҙ килгәндә ауылдың “Ағинәй­ҙәр” клубы, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары рәйестәре 9 Май байрамын нисек үткәреү хаҡында фекер алыша ине. Теләштәр яуҙа һәләк булған ауылдаштары хөрмәтенә ҡуйылған обелискты күптән таҙартып, тирә-яғын йыйыштырып өлгөргән.
Ауыл халҡын айырыуса башланғыс мәктәпте һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе борсой. Балаларҙы бәләкәйҙән ситкә сыға­рып ебәреү ҡыйын, ти улар. Башланғыс белем усағы бинаһы ныҡлап йылытылмай, ремонт күптән үткәрелмәгән. Дөрөҫ, балалар һаны тулмау сәбәпле, күпселек ауылда мәктәп ябылыуы – ғәҙәти хәл. Ә бит Теләштә әлегә уҡыусылар етерлек, киләһе уҡыу йылында ла ошо кимәлдә буласаҡ. Шулай икән, башланғыс мәктәпте ниңә ябырға һуң?

Сират артҡа ҡарай тәгәрәгән...

Теләштәрҙе борсоған тағы бер проб­лема – ер мәсьәләһе. Уларға яңы йорт һалыу өсөн Ташбулат ауыл биләмәһенән ер бүлеү ни өсөндөр йылдар дауамында хәл ителмәй килә. Мәҫәлән, Чечняла хеҙмәт итеп ҡайтҡан бер егет өй төҙөргә урын алыу ниәтендә 2000 йылдан бирле сиратта тора. Быйыл нисәнсе икәнлеге хаҡында белешергә барғанда 600-сө булыуын ишеткәс, хайран ҡалған ул. Нисәмә йыл үтеүенә ҡарамаҫтан, сират алға күсмәгән, кире­һенсә, артҡа ҡарай тәгәрәгән бит... Быны һис кем аңлатырға ла, ишетергә лә теләмәй, ти ауыл халҡы.
Әбйәлилдең йөҙөк ҡашы булған Яҡтыкүл янындағы ауылдар эргәһенән ябай кешегә ер бүленмәүе сер түгел – ундай урындар күптән инде байҙарҙың мөлкәтенә әйләнгән. Тик шуныһы ғәжәп­лән­дерә: ошонда тыуып үҫкән, унда төпләнергә уйлаған йәштәргә ни өсөн йорт төҙөргә ер юҡ һуң? Төйәкте һаҡлап ҡалыу тап уларҙың ҡулында бит.

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа

Дилбәр менән Рәмил Бәшәровтар – биш бала тәрбиәләгән күркәм ғаилә. Өлкәндәре Нургиз күптән түгел ата-әсәһен Батырша исемле ейән бүләк итеп ҡыуандырған. Нурзиләләре Өфөлә белем алһа, игеҙәктәр Илнара менән Илнур Ташбулат мәктәбендә VI класта уҡый. Кинйә ҡыҙ Наҙгөл – беренселә. Күркәм ғаиләлә йорт хужаһының әсәһе Хәмиҙә Нафиҡ ҡыҙы ла балаларының уңышта­рына ҡыуанып, ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер итә.
“Әсәлек даны” миҙалын алған Дилбәр Бәшәрова әйтеүенсә, һәр бала донъяға үҙ ризығы менән тыуа.
– Ауылда йәшәргә була, тик йыбанма ғына, – тип ҡатынының һүҙенә ҡушыла йорт хужаһы ла. – Күпләп мал аҫрайбыҙ, уларҙың ағын аҙна һайын Магнитогорск ҡалаһына алып барып һатабыҙ. Йәй күмәкләп еләк, бәшмәк йыябыҙ. Ғөмүмән, аҡса табырға мөмкин.
Ауылға ошоға тиклем “зәңгәр ут” һу­ҙыл­мауы, үҙҙәренә күп балалы ғаилә­ләр­гә тейешле ер участкаһының һаман бү­ленмәүе хаҡында ла белдерҙе Бә­шәровтар.
Төпкөлдә бынамын итеп йәшәп ятҡан матур ғаилә менән танышҡандан һуң, ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан, донъя кө­төргә теләк булыуы мөһимлегенә тағы ла бер инандыҡ.

Башҡаһын үҙҙәре табасаҡ!

Күрше Бикҡолдан килен булып төшкән Гөлсинә, ире Ғамир тыуған төйәгендә төпләнәсәге хаҡында белдергәс, һис тә ҡаршы килмәй, киреһенсә, шатланып риза була. Ауыл тормошон бәләкәйҙән яратҡан ҡыҙ гөрләтеп донъя көтә, иренә һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Сәскәләй матур ҡыҙ үҫтерәләр.
Йәш ғаилә күптән түгел үҙ көсө менән йорт һалып сыҡҡан. “Ни өсөн Теләштә ҡалдығыҙ?” – тигән һорауыма Ғамир Бәшәров һис икеләнеүһеҙ: “Ауылды һаҡ­лап ҡалыу өсөн унда йәшәргә кәрәк!” – тип яуап ҡайтарҙы.
Минеңсә, был һүҙҙәргә ниҙер өҫтәп әйтеү урынһыҙ. Һәр ерҙә Бәшәровтар кеүек тыуған төйәген һаҡлап ҡалырға ынтылған йәштәр бар икән, ауылдар бөтмәйәсәк, гөрләп йәшәйәсәк. Иң мө­һиме – мәктәбе, клубы булһын, яңы йорттар төҙөү өсөн ер бирелһен. Ә башҡаһын хеҙмәттә сыныҡҡан ауыл кешеһе үҙе табасаҡ!






Вернуться назад