Тумаш ауылы яңынан тыуҙы01.05.2015
Тумаш ауылы яңынан тыуҙы Бишбүләк районында яңы ауыл булдырыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы сессияла ошо хаҡта закон проекты ҡабул итте. Был төбәктә 2005 йылда йәшәүҙән туҡтаған Тумашйылға урынында Тумаш ауылын булдырырға тәҡдим ителде. Ул халыҡтың ошонда күсеп килеүе, дәүләттең ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләсәк.

Депутаттарҙың әлеге ултырышының “Хөкүмәт сәғәте”ндә Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ветерандарҙы яҡлау са­ра­лары тураһында һөйләне. Бөйөк Ва­тан һу­ғышы яугирҙәренә һәм ин­валид­тарға социаль ярҙам өсөн дәүләтебеҙ аҡса йәллә­мәй, һәм был ғәҙел дә. Әле оло байрам алдынан яу ветерандарына, тыл хеҙ­мәтсәндәренә “1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә – 70 йыл” миҙалы тапшырыла. Уны беҙҙең республикала 59 мең тирәһе кеше аласаҡ.
Социаль түләүҙәр “Ветерандар тураһында”ғы Федераль, “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Баш­ҡорт­остан Респуб­ли­ка­һы закондарына яраш­лы баш­ҡарыла. Беҙҙең төбәктә 870 меңдән ашыу ветеран йә­шәй, шуларҙың 455,1 меңе – республика, 40 меңе федераль льго­таларҙан файҙа­лана.
– Өлкән йәштәгеләрҙең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу өсөн республика бюджетында федераль кимәлдә ҡаралмаған өҫтәмә түләүҙәр билдәләнә, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Былтыр ошо маҡсатта респуб­ликабыҙ ҡаҙнаһы 140 миллион һум аҡса бүлһә, быйылға 164 миллион һум ҡаралған.
Башҡортостандың Контроль-иҫәп па­латаһы рәйесе Салауат Харасов үҙе етәкләгән ойошманың үткән йылғы эш йомғаҡтары тураһында һөйләп, ҡаҙна аҡсаһын әрәм-шәрәм итеүҙе туҡтатырға ваҡыт, тип белдерҙе. Мәҫәлән, Нефтекамала социаль торлаҡ һалыу өсөн бүленгән ер майҙанын шәхси йорттар төҙөү маҡса­тында ваҡ участкаларға бүлге­ләгәндәр һәм коммерция ойошмалары аша һатҡандар. Шул арҡала бюджетҡа миллиард һумдан ашыу зыян килгән. Ә, дөйөм алғанда, Палата былтыр 9,9 миллиард һумлыҡ етешһеҙлек булыуын асыҡлаған. Уларҙың яртыһы самаһы ҡаҙна аҡсаһын маҡсатлы йүнәлештә һәм тейешенсә файҙа­лан­мауға ҡайтып ҡала. Былтыр ойошма төрлө кимәлдәге 64 тү­рәне яуаплы­лыҡҡа тарттырыу тураһын­дағы ҡарар ҙа ҡабул иткән.
– Халыҡтан килгән ялыуҙарҙың төп өлөшө торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү­ҙәге ҡаршылыҡтарға бәйле, – тине үҙенең отчетында Башҡортостан Рес­публикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов. – Был социаль торлаҡ алыуҙағы ҡыйын­лыҡтарға ла ҡағыла. Икенсе урында – эш хаҡын биреүҙәге тотҡарлыҡтар. Күп кенә ойошмала уны һаман конвертта тапшырыуҙы дауам итәләр, был иһә хеҙ­мәткәрҙе киләсәктә төрлө социаль түләү­ҙәрҙән мәхрүм итә, стажды раҫлауҙа ҡат­марлыҡтар тыуасаҡ...
Салауат Сәғитов, Салауат Харасов һәм Рим Ҡәйүмов депутаттарҙың күп һорау­ҙарына (улар нигеҙҙә ҡырҡыу мәсьәләләрҙе күтәрҙе) яуап бирҙе.
Депутаттар шулай уҡ ике тиҫтәгә яҡын закон проектын ҡараны, федераль закон­дарҙыҡына баһа бирҙе, Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына закон проекттары тәҡдим итте, мировой судья­лар һайланы.




Вернуться назад