Сөгөлдөрҙөң урыны – түрҙә01.05.2015
Сөгөлдөрҙөң урыны – түрҙә Тәмле еҫле ҡуйы борщты, ҡайһы бер салаттарҙы сөгөлдөрһөҙ әҙерләү мөмкин түгел. Был үҙенсәлекле йәшелсә йыл дауамында өҫтәлдән өҙөлмәй, тәмле лә, файҙалы ла булғанлыҡтан, хужабикәләрҙең, диетологтарҙың, ашамһаҡтарҙың лайыҡлы хөрмәтен ҡаҙанған.
Сөгөлдөрҙө һатып алғанда иң ҙурҙарына ынтылырға кәңәш ителмәй. Ундайҙарҙың күпселеге сәсле һәм тәмһеҙ була. Витаминын бөтөрмәҫ өсөн сөгөлдөрҙө бешергәндә һыуҙы тултырып ҡойорға ярамай. Шыйыҡса йәшелсәне бер-ике сантиметр ғына ҡапларға тейеш. Һауыттың ябыҡ булыуы мөһим. Һыуға һеркә йәки лимон кислотаһы ҡушыу сөгөлдөрҙөң сағыу төҫөн һаҡларға ярҙам итер.
Тәмле, һаулыҡ өсөн файҙалы йәшелсәнән әҙерләнгән ике ризыҡ төрөнөң рецебы менән танышығыҙ.

* * *
Салат өсөн 400 грамм сөгөлдөр, 120 грамм ҡаймаҡ, ярты аш ҡалағы керән, шул уҡ күләмдә шәкәр, бер аш ҡалағы һеркә, кәрәгенсә дәрсен, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр алына.
Яҡшы йыуып таҙартылған сөгөл­дөрҙө шаҡмаҡлап турайбыҙ. Кәстрүлгә үҫемлек майы ҡоябыҙ ҙа өҫтөнә ҡырҡып әҙерләнгән йәшелсәне һалып, кәрәгенсә тоҙ һибәбеҙ. Унан һауытты, ҡапҡасын ябып, утҡа ҡуйырға кәрәк. Йәшелсә 15 минут тирәһе болғап быҡтырыла.
Уттан алып, һыуытҡас, сөгөлдөргә һеркә ҡойоп, дәрсен һибеп болғайбыҙ. Унан салат һауытына өйөп һалып, өҫтөнә һеркә, ҡырылған керән һәм ҡаймаҡ ҡатнашмаһы ҡойоп, өҫтәлгә ҡуйыла.
* * *
Был ризыҡ “Тултырылған сө­гөл­дөр” тип атала. Уны әҙерләү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы бер нисә сөгөлдөр (бер килограмм), 400 грамм ит, ике-өс баш һуған, 100 грамм ҡаймаҡ, ваҡланған сохари, тоҙ, борос кәрәк булыр.
Сөгөлдөрҙө бешереп, тышын таҙар­табыҙ. Ҡалаҡ ярҙамында тәрән уйым эшләп, уны бешерелгән ит, ҡыҙ­ҙырылған һуған, борос һәм тоҙ ҡушып яһалған фарш менән тултырабыҙ. Өҫтөнә сохари онтағын һибеп, май һөртөп, мейестә 15 минут бешерәбеҙ. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирелә.


Вернуться назад