Бөйөк Ватан һуғышының был яугире тураһында Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһында түбәндәгеләр яҙылған.“1913 йылда Ғафури районында тыуған, башҡорт яҙыусыһы, журналист. Журналист эшмәкәрлеге “Совет Башҡортостаны” гәзите менән бәйләнгән. 1931 – 1937 йылдарҙа ошо гәзит редакцияһының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире булған. 1942 – 1943 йылдарҙа — Башҡорт кавалерия дивизияһының “Ҡыҙыл атлылар” гәзитендә яуаплы секретарь. 1947 – 1955 йылдарҙа – Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире. 1955 – 1964 йылдарҙа “Һәнәк” журналы редакцияһында эшләй. 1961 йылдан – профессиональ яҙыусы, хикәйәләр, фельетондар, бәләкәй драмалар авторы. Л.Н. Толстойҙың, И.С. Тургеневтың, М. Горькийҙың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), миҙалдар менән бүләкләнгән”.
Был кешенең исем-шәрифе – Шакир Ғиниәт улы Насиров. Атайым Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың яҡташы һәм дуҫы ул. Шакир ағай ҙа, атайым да 1968 йылда вафат булды, икеһе лә Өфөләге мосолман зыяратында ерләнде. Атайымдың архивында Шакир Насировтың фронттан яҙған бер нисә хаты һаҡланып ҡалған.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Башҡортостандың Яҙыусылар союзы изге эш башҡара ине – вафат булған яҙыусыларҙың ҡәберенә граниттан ҡәбер таштары ҡуя торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шакир Насировтың ҡәберендәге таш бер-ике йылдан ҡоланы. Насар нығытылғандыр, күрәһең. Мин Яҙыусылар союзына бер нисә тапҡыр шылтыраттым. Унда ҡәбер ташын яңыртырға вәғәҙә иттеләр. Тик ниңәлер 40 йылға яҡын был вәғәҙә үтәлмәй килә. Шакир ағайҙың ҡәбере юлға яҡын ғына. Зыяратҡа килгән кеше уның янынан үтмәй ҡалмай. Был ташландыҡ ҡәберҙең абруйлы шәхес, Бөйөк Ватан һуғышы яугиренеке булыуын берәү ҙә белмәй.
Ошо арала ғына был мәсьәлә буйынса төрлө ойошмаларға, шул иҫәптән Яҙыусылар союзына ла мөрәжәғәт иттем. Барыһы ла аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары советында ла ошондай уҡ хәл. “Берҙәм Рәсәй” партияһының ҡабул итеү бүлмәһендә секретарь ҡыҙ Шакир Насиров исемле яҙыусыны бөтөнләй белмәүен, әҫәрҙәрен уҡымауын белдерҙе. “Кәрәк икән, ҡәберҙе үҙегеҙ тәртипкә килтерегеҙ”, – тип, мине депутаттың ҡабул итеү исемлегенә яҙманы.
“Бер кем дә, бер нәмә лә онотолманы” тигән һүҙҙәрҙең беҙҙең республикала ябай лозунг ҡына булмауын яҡшы беләм. Башҡортостан етәкселеге лә, төрлө учреждениелар ҙа, йәмәғәт ойошмалары ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡында даими хәстәрлек күрә. Шакир Ғиниәт улы Насировтың ҡәбере лә, ниһайәт, тәртипкә килтерелер, тип ышанам.
Зөһрә КЕЙЕКБАЕВА,
доцент, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы,
хеҙмәт ветераны.