Кесе йома “Өфө” тимер юл вокзалында Либераль-демократик партияның агитпоезы туҡтап китте. Перронда йыйылған халыҡ алдында сәйәси фирҡә етәксеһенең урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Диденко сығыш яһаны. Осрашыуға килеүселәр бик күп ине, һәр береһенең ҡулында – хат. – Был поездың киләсәге, халыҡтан ялыуҙар йыйып алып китәсәге тураһында телевизорҙағы иғлан аша ишеткәйнек, – ти оло ғына йәштәрҙәге бер апай.
– Һеҙ был хаттың үҙ маҡсатына ирешәсәгенә ышанаһығыҙмы?
– Бәлки, ярҙамы тейер тип өмөтләнәбеҙ инде, аптыраған көндән. Йәшәү ауырлашты бит. 14 мең һум пенсия алам, коммуналь түләүҙәргә, льгота булғас, айына 700 һум ғына китә...
– Улай булғас, зарланырға сәбәп юҡ та!
– Нисек булмаһын? Пенсиямдың яртыһын тиерлек дарыуға тотонам, миңә был аҡсаны инвалидлыҡ буйынса бирәләр бит. Иремә эшһеҙлек буйынса пособие ла бирмәй йонсоталар. Бер ҡыҙым декрет ялында, кейәүҙең хеҙмәт хаҡы 15 мең һумдан ашмай, осто-осҡа саҡ ялғайҙар. Икенсе ҡыҙым балалар баҡсаһында 10 мең һумға эшләп йөрөй, ейәндәремә лә ошо пенсиямдан ярҙам итергә тырышҡан көн...
Поездан килеп төшкән ике егет “Халыҡтан хат йыйыу” тигән плакатты перронда тиҙ генә урынлаштырып ҡуйыуға уларҙы ҡулдарына конверт тотҡан кешеләр уратып алды. Аҡ футболка кейгән һаҡаллы бер оло ир күкрәгенә “Ейәнсәремде үлтерҙеләр, фатирымды кемдәрҙер һатып ебәргән, хәҙер мин – берәҙәк. Урындағы власть тыңларға ла теләмәй. Ярҙам итегеҙ!” тип яҙып алған. Ошо уҡ футболкала уның йәшәгән урыны Өфө районының Зубов ауылы икәне, телефоны күрһәтелгән.
ЛДПР вәкилдәре, ғәҙәттәгесә, үҙҙәренең гәзитен, партия эмблемаһы төшөрөлгән майка, авторучка кеүек сувенирҙарын таратты. Баш ҡалаға саҡлы Шишмәлә туҡтап киткән поезд артабан Иглин, Оло Тәләк һәм Урман станцияларында ла ошондай саралар үткәрҙе.