Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе итеп һайланды. Был ҡарар Ассамблеяның III съезында ҡабул ителде.Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Башҡортостан урыҫтары соборы етәксеһе Виктор Пчелинцев, Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Римма Үтәшева ойошма рәйесенең урынбаҫарҙары итеп һайланды.
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы президиумы составына Башҡортостандың Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Виталий Васильев, республиканың фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе, «Мордва милли-мәҙәни үҙәге» рәйесе Юлия Герасимова, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов инде.