Участкаларға исем бирелде01.05.2015
Ошо көндәрҙә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостандағы өс һайлау участкаһына исем биреү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Мәсьәлә видеоконференцияла тикшерелде.
Баш ҡаланың Дим районындағы 24-се һайлау участкаһына Советтар Союзы Геройы Иван Рыбалконың исеме бирелһә, Илеш районының Бишҡурай ауылындағы 2062-се участка — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең, Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылындағы 2629-сы участка I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Вафа Әхмәҙуллиндың исемен йөрөтәсәк.
– Исемле һайлау участкалары статусын биреү мәсьәләһен ентекле тикшерәбеҙ. Уларҙа эш сифат йәһәтенән юғары кимәлдә ойошторолорға тейеш, — тине Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Участкаларға исем биреү тәҡдимен Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров индергәйне. Башҡортостанда был эш былтыр августа тормошҡа ашты: Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы 767-се һайлау участкаһы Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың исемен йөрөтә, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылындағы 2316-сы участкаға генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың, Бәләбәй районының Надеждин ауылындағы 1222-се һайлау участкаһына яҙыусы Сергей Аксаковтың исеме бирелде. Республикабыҙҙа әле исемле алты һайлау участкаһы бар.




Вернуться назад