Урман шауынан бәхет табып...29.04.2015
Ялан ситендә үҫкән ҡарт ҡарағасты ҡосаҡлап алам:
– Тағы ҡайттым һиңә, йөҙйәшәр ағасым. Хәлдәрең нисек?
Ә ағасым, һорауыма яуап бирергә әҙерләнгәндәй, мөһабәт кәүҙәһен шығырҙатып ҡуя. Уның да осрашыуға шат икәнен тоям кеүек.


Ҡарағас быйыл тағы ла нығыраҡ олпатланған, ҡайыры­һында эҙҙәр тәрәнәйгән. Ниңә тап ошо ағасты нығыраҡ яратам һуң мин? Олатайымдың ҡарағасы бит ул. Юҡ, ҡәҙерлем ултыртмаған, үҫтермәгән уны, ә уның төбөндә ял итергә, сәй эсергә яратҡан. Ағас олатайымдың серҙәше, өнһөҙ тың­лаусыһы булған. Күпте күргән, бихисап ваҡиғаның шаһиты булған ҡарағас ул.
Олатайым Ғәзизйән Ибраһим улы Аҫылбаев ғүмере буйы урман ҡарауылсыһы булып эшләгән. Һәр ҡыуаҡты, йәш үҫентене һаҡлаған, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен ҡурсалаған, кәртә­ләгән... Урманының шаулауын күреп һөйөнгән, бәхетен яратҡан эшенән тапҡан. Ошо һөйөүе миңә лә күскән.
Олатайымдың эҙҙәрен һаҡлаған изге ергә – Баймаҡ районының Күгиҙел ауылына – һәр саҡ ашҡынып ҡайтам. Был бәхетле мәлем гелән бесән сабыу осорона тура килә. Өләсәйемдең мәтрүшкә, йүкә сәскәһе ҡушып әҙерләгән тәмле сәйен эсеп алғас та һағыныуымды тыя алмайынса, йүгерә-атлай өй ҡаршыһында ғына торған Муллатауға күтәреләм. Аяҡ аҫтында – бәрхәт үлән, төрлө-төрлө сәскә, тәлгәш-тәлгәш еләк... Тау башынан ауыл ус төбөндәй күренеп тора, ә алыҫта, зәңгәр офоҡ һыҙатында, Магнитогорск ҡалаһы төҫмөрләнә.
Тауҙың түбән яғында олатайымдың ҡоҙоғо бар. Барлыҡ ауыл халҡы уны “Ғәзиз шишмәһе” тип атап йөрөтә. Һыуы һәр саҡ саф, таҙа булһын тип, тимер торбалар төшөрөп, ныҡлы итеп эшләгән уны олатайым. Халыҡҡа изгелек ҡалдырған. Шишмәнең һыуы шул тиклем тәмле, эскән һайын эске килеп тора.
Ауылға ҡайтыуымдың икенсе көнөнә барлыҡ туғандарым менән бергә бесәнлеккә юл алам. Ифрат татыу минең яҡындарым, һәр эште күмәкләп, ярҙамлашып башҡаралар. Өс-дүрт көндә кәбән дә өйөлә. Өләсәйемдең шатлығы эсенә һыймай. Балаларыңдың татыулығын, ата-әсәһенең изге юлын дауам итеүен күреү үҙе ҙур бәхеттер, күрәһең.

Ирина ШӘРИПОВА,
1-се мәктәптең
IX класс уҡыусыһы.
Ағиҙел ҡалаһы.





Вернуться назад